Дондағы Ростовта Ленин һәйкәлдәре
Совет власы осоронда Дондағы Ростовта Владимир Ильич Ленинға бер нисә һәйкәл ҡуйыла. Беренсе һәйкәл 1929 йылда Ҙур Баҡса урамында асыла[1][2]. 1960 йылда Ленинға һәйкәлде Тимер юл районының вагондар депоһы территорияһында ҡуялар. 1963 йылда Ленин майҙанында монумент асыла[2]. Лениндың тиражлы һәйкәлдәренең береһе Күн заводына ингән ерҙә Гвардия майҙанынан алыҫ түгел урынлаштырыла[3]. Ростовтағы ике Ленин һәйкәле дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[3][4].
Горький исемендәге паркка ингән ерҙә Ленин һәйкәле
үҙгәртергә47°13′16″ с. ш. 39°42′36″ в. д.HGЯO
Ҡалала Владимир Ильич Ленинға беренсе һәйкәл 1929 йылда Ҙур Баҡса урамында Горький исемендәге паркка ингән ерҙә асыла[2]. Монументтың авторҙары скульптор Нерода Георгий Васильевич һәм архитектор П. Н. Андреев[1]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәйкәл юҡ ителгән була. Ләкин 1970 йылда скульптураны кире тергеҙәләр[3].
Бронза скульптура бейек гранит постаментта тора[1]. Скульптор Нерода Ленинды телмәр һөйләп торған итеп һүрәтләй. Уның уң ҡулы усы менән өҫкә ҡаратылып алға һуҙылған. Пальтоһының итәктәре әйтерһең дә елдә елберләй. Скульптор донъя пролетариаты юлбашсыһының энергияһын һәм революция романтикаһын асып бирергә тырышҡан[5]. Пьедестал төбөндә таш трибуна ҡуйылған. Майҙанда һәйкәл эргәһендә ваҡыт-ваҡыт митингтар үтеп тора[4]. Һәйкәл регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[6].
Ленин майҙанындағы Ленин һәйкәле
үҙгәртергә47°15′00″ с. ш. 39°42′43″ в. д.HGЯO
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110004000 |
1963 йылда Октябрь районындағы майҙанда Ленинға һәйкәл ҡуйыла. Майҙанға һәм уға терәлеп торған проспектҡа Ленин хөрмәтенә исем ҡушылған. Монументтың авторҙары — скульптор Бродский Исаак Давидович, архитекторҙар Н. Н. Миловидов һәм С. С. Ожегов[2]. Лениндың бронза һыны гранит плиталар менән көпләнгән пьедесталда тора. Һәйкәлдең дөйөм бейеклеге 12,5 метр тәшкил итә. Постаментта яҙыу уйылған: «Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусыға, коммунистәр партияһын төҙөүсегә»[3]. Һәйкәл федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ростов-на-Дону // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Андрианов В. И., Терещенко А. Г. К. Марксу, Ф. Энгельсу и В. И Ленину // Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Елена Николаева Трижды Ленин // Ростов Официальный. — 2011. — № 5 (844).
- ↑ 4,0 4,1 Валерий Иванов. Кто помоет памятники? rostov.mk.ru (16 ғинуар 2013). Дата обращения: 7 сентябрь 2013.
- ↑ Биография Г. В. Нероды . skulptura-neroda.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2013.
- ↑ г. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . donland.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2013.
- ↑ г.Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения . donland.ru. Дата обращения: 7 сентябрь 2013.