М. Б. Грековтың йорт-музейы
М. Б. Грековтың йорт-музейы — рәссам Митрофан Греков (Митрофан Павлович Мартищенко) йәшәгән йортта уға арнап ойошторолған музей, Новочеркасскийҙағы Дон казактары тарихы музейының филиалы. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.
М. Б. Грековтың йорт-музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1957 йыл |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы |
Директор | Сединко Светлана Алексеевна |
М. Б. Грековтың йорт-музейы Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100100000 |
Тарихы һәм һүрәтләнеше
үҙгәртергәМитрофан Борисович Грековтың (1882—1934) тормошо һәм ижади эшмәкәрлегенең күпселек өлөшө Новочеркасскийҙа үтә. Рәссам бында яҡынса 14 йыл — 1918 йылдың июненән 1931 йылға тиклем — йәшәй. Шул ваҡытта ул 92 картина, шул иҫәптән «Буденный отрядына» (1923), «Тачанка» (1925), «Кавалерия һөжүме» (1927), «Егорлык станицаһы эргәһендә алыш» (1927—1928), беренсе совет диорамаһы булған «Ростовты алыу» ҙур ярым түңәрәк картинаһын яҙа. Был ваҡытта ул хәрби частарҙа хеҙмәт итә, буш ваҡытында рәссам ижады менән әүҙем шөғөлләнә.
М. Б. Греков псевдонимы менән эшләүсе рәссам Митрофан Павлович Мартищенко 1882 йылдың 3 июнендә Шарпаевка хуторында тыуа. Одесса һынлы сәнғәт училищеһында, Петербург һынлы сәнғәт академияһында һөнәри белем ала. Совет баталь жанры (һуғыш темаһын һәм хәрби тормошто сағылдырған) һәм совет панорама сәнғәтенә нигеҙ һала.
Рәссамдың Новочеркасскийҙағы мемориаль йорт-музейы 1957 йылда, ижадсы булғандан һуң 23 йыл үткәс асыла. Йортта ул йәшәгән осор тергеҙелә, уның картиналарының, мебелдең һ.б. төп нөсхәләре һаҡлана[1]. Мемориалға йорт, флигель, баҡса ҡоролмалары һәм сәскәлек менән ҙур булмаған емеш-еләк баҡсаһы инә. Йортта — рәссамдың картиналары, эскиздары, этюдтары, шәхси әйберҙәре, оҫтаханаһында мольберты менән ултырғысы, диван, металл кресло, этюд эшләү кәрәк-яраҡтары, шкаф һаҡлана. Тәҙрә тупһаһы эргәһендә буяуҙар, этюдтар һалынған таҡта нығытылған. Стеналарҙа уның картиналары, этюдтары эленгән[2]. Грековтың йорт-музейы экспозицияһында «Баталистар — М. Б. Грековтың ижади традицияларын дауам итеүселәр» тигән бүлек бар. 1934 йылдан башлап Рәсәйҙә М. Б. Греков исемендәге Хәрби рәссамдар студияһы эшләй[3].
Мемориаль йорт-музей ихатаһында М. Б. Грековтың бюсы ҡуйылған.
Музейҙың беренсе директоры рәссамдың туғаны Елена Терентьевна Грекова була. Ул йорт-музейҙы ойоштороуға ҙур өлөш индерә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дом-музей М.Б. Грекова . Музеи России. Дата обращения: 2 ғинуар 2017.
- ↑ Музей Митрофана Борисовича Грекова в Новочеркасске . Novocherkassk.net. Дата обращения: 2 ғинуар 2017.(урыҫ.). Novocherkassk.net. 2 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Студия военных художников имени М.