Ҡаҙаҡ думбыраһы

(Домбыра битенән йүнәлтелде)

Домра менән бутарға ярамай. Шулай уҡ Думбыра мәҡәләһен ҡарағыҙ.

Домбра
Ҡаҙаҡ думбыраһы
изображение
Классификация

Сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы, хордофон

Туғандаш инструменттар

Ҡумыҙ (ҡылллы уйын ҡоралы), Думбыра

Музыканттар

Ҡурманғазы Сағырбайулы

Тауышы

Звук  Ҡаҙаҡ домбыраһында уйналған «Yesterday» әҫәренән бер фрагмент

Ҡаҙағстан почта маркаһында домбыра

Домбра́ шулай уҡ Домбыра́ (ҡаҙ. домбыра) — төрки халыҡтар мәҙәниәтендә урын алған сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы. Думбыра ҡаҙаҡтарҙың һәм тағы ҡайһы бер төрки (башҡорттарҙың һ.б.), Урта Азия халыҡтарының халыҡ музыка ҡоралы тип һанала.

1989 йылда Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһендә, бейек яҫы таулыҡ башындағы «Майтобе» йәйләүендә (жайляу)профессор С. Акитаев, этнограф Жагда Бабалыкулы ярҙамында ҡая ташында музыка ҡоралы һәм төрлө позаларҙа дүрт бейеүсене һынландырған һүрәт тапҡан. Билдәле археолог К. Акишев тикшереүҙәренән белеүебеҙсә, был һүрәт неолит осорона ҡарай тип аңлатыла. Хәҙер ул һүрәт Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһындағы Ыҡылас Дукенулы исемендәге халыҡ музыка ҡоралдары музейында һаҡлана. Һүрәттән аңлашылыуынса, боронғо рәссам тарафынан ҡаяла эшләнгән һүрәт формаһы менән думбыраға бик ныҡ оҡшаған. Тимәк, хәҙерге думбыраға 4 меңдән артыҡ йәш тиергә нигеҙ бар, һәм ул шуға оҡшаш хәҙерге заман музыка ҡоралдарының башланғысы, тәүге сиртмә ҡоралдарҙың береһе булып тора.

Археологик тикшеренеүҙәрҙән билдәле булыуынса, 2 мең йылдарҙан элегерәк саҡ күсмә ҡәбиләләре, ҡаҙаҡ думбыраһына оҡшаған һәм уның прототибы булырҙай, ике ҡыллы музыка ҡоралдарын файҙаланған[1].

Боронғо Хорезм ҡаҙылмалары араһында шулай уҡ сиртмә музыка ҡоралдарында уйнаусы музыканттарҙың терракот статуэткалар табылған. Ғалимдар, Ҡаҙағстан территорияһында 2 мең йылдан элегерәк йәшәгән иртә күсмә ҡәбиләләрҙең киң таралған музыка ҡоралының береһе булған хорезм ике ҡыллы ҡоралының ҡаҙаҡ думбыраһы менән типологик оҡшашлығы бар, тип һанай.

Евразия континенты яҙма һәйкәлдәренә таянып, думбыра һәм материктағы башҡа халыҡтарҙың уға оҡшаған музыка ҡоралдары бик борондан билдәле тигән һығымта яһап була. Евразия биләмәләрендәге төрлө осор, айырым алғанда, саҡ, һун сығышлы ҡәбиләләрҙең, һәйкәлдәре аша беҙ ошо сиртмә ҡорал булғанлығын беләбеҙ. Шулай уҡ бындай ҡорал ҡомандарҙа ла осрай. Ҡомандар — ҡыпсаҡтарҙың европалағы атамаһы. Шул дәүерҙең музыка әҫәрҙәре (көйҙәре): Ертіс толқындары (ertis tolqyndary — Иртыш тулҡындары), Мұңды Қыз (mundy kyz — Моңло ҡыҙ), Тепен көк (tepen kok — Һеләүһен), Ақсақ қаз (aqsaq qaz — Аҡһаҡ ҡаҙ), Бозіңген (bozingen — Аҡһыл инә дөйә), Желмая (zhelmaja — Бер үркәсле дөйә), Құланның тарпуы (qulannyn tarpu’y — Ҡоландың тояҡ тауышы), Көкейкесті (kokeikesti — Тәрән кисерештәр) һ.б. беҙҙең заманға саҡлы килеп еткән.

Төрөк халыҡтарының (һундар, аварҙар, булғарҙар, хазарҙар, ҡыпсаҡтар (половцы), урҙалылар) оҙаҡ йылдар дауамындағы йоғонтоһонда йәшәгән көнсығыш славяндар был музыка ҡоралын домра атамаһы менән ҡабул иткән.

Марко Поло үҙенең хеҙмәттәрендә, был ҡорал ул дәүерҙә урыҫтар татарҙар тип атаған күсмә төрки яугирҙарының ҡоралы булған, тип яҙған. Улар һуғышҡа инер алдынан, үҙҙәренең рухын күтәреү маҡсатында, ҡоралда уйнап йырлағандар.

2012 йылда электродумбыра барлыҡҡа килгән.[2]

Ҡаҙаҡ думбыраһының килеп сығышы тураһында легендалар

үҙгәртергә

Думбыра һәм уның мығышы тураһында легендалар бар:

  • Быға саҡлы хәҙерге думбыра Ҡумыҙға (ҡыллы музыка ҡоралы), Дутарға оҡшаған булған,… Джучи хан Сыңғыҙ хандың яратҡан улы һәм хана Батый хандың атаһы булған. Кыпсаҡ далаларында һунар иткәндә, Джучи-хан атынан ҡолап төшкән һәм ҡоландар көтөүе айғыры уны өҙгөсләп ташлаған. Бер кем дә уҫал Сыңғыҙ ханға яратҡан улының фажиғәле үлеме тураһында хәбәр итергә батырсылыҡ итмәгән, сөнки ҡайғылы хәбәрҙе еткереүсене ҡаты яза көткән. Сыңғыҙ хан улының үлемен хәбәр итеүсенең тамағына иретелгән ҡурғаш ҡойорға әмер биргән булған. Хан нәүкәрҙәре (гвардиясылары) хәлдән сығыу юлын тапҡан. Улар, ҡурҡыныс хәбәрҙе еткреү маҡсатында, Сыңғыҙ хан ставкаһына Кәтбоға исемле ябай думбырасыны килтергән. Кәтбоға яуыз хан алдында бер һүҙ ҙә әйтмәгән. Ул бары тик үҙенең «Акһаҡ ҡолан» тигән көйөн (думбыра өсөн музыка жанры) генә уйнаған. Бөйөк Кәтбоға йырауҙың иҫ китмәле музыкаһы ханға тупаҫ рәхимһеҙлек һәм хурлыҡлы үлем хаҡында ҡаты хәҡиҡәтте еткергән. Үҙенең янауҙарын онотмаған хан думбыраны язаларға ҡушҡан. Шүл саҡтан бирле думбыраның үрге дегында ирегән ҡурғаштың эҙе — тишек тороп ҡалған, тиҙәр. Джучи-хан Мавзолейы Еҙҡаҙған өлкәһендәге боронғо Ҡара-Кенгир йылғаһы буйында тора. «Аҡһаҡ ҡолан» (Хромой кулан) — Ҡаҙаҡтарҙың көсөн һәм сәнғәттең үлемһеҙлеген данлаусы легендаларының береһе.
  • Ҡаҙаҡ думбыраһының килеп сығыуы тураһында легенда бик борон заманда Алтайҙа ике бәһлеүән ағалы-энеле йәшәгән тип һөйләй. Кесе туған думбыраһында уйнарға бик яратҡан. Уйнай башлаһынмы был эшлекһеҙ, бар донъяһын онотҡан. Өлкән ағаһы тәкәббер һәм дан яратҡан кеше булған. Бер ваҡыт ул, дан ҡаҙанам тип, ярһып аҡҡан һалҡын йылға аша күпер һалмаҡсы булған. Таштар йыйған ул, күпер һала башлаған. Ә кесе туғаны уйнай ҙа уйнай икән.

Шулай көн үткән, ике, өс көн… Ҡустыһы ағаһына ярҙам итергә бер ҙә ашыҡмай, яратҡан уйын ҡоралында тик уйнауын ғына белә икән. Ағаһы, асыуы килеп, энеһенең думбыраһын тартып алған да бар көсө менән башына бәргән. Бик һәйбәт музыка ҡоралы селпәрәмә килгән, көй тынған, ҡустыһының башында эҙ тороп ҡалған.

Күп йылдар үткән. Кешеләр был эҙҙе тапҡан ти, һәм уның буйынса думбыра эшләй башлаған, һәм оҙаҡ йылдар дауамында өнһөҙ торған ауылдарҙа тағы көй-моң ишетелгән.

  • Ҡаҙаҡ думбыраһының хәҙерге күренеше килеп сығыуы тураһында легенда элек думбыра биш ҡыллы булған һәм уның уртала уйымы булмаған ти. Тирә-йүндә бер кемдә лә булмаған думбыра эйәһе булған ти данлыҡлы егет Кәжәндек. Урындағы хан ҡыҙына күҙе төшкән ти бының. Хан пригласил Кәжәндекте бер саҡ саҡырған ти тирмәһенә һәм ҡыҙына булған һөйөүен иҫбатларға ҡушҡан. Егет бик оҙаҡ һәм оҫта итеп думбырала уйнаған ти. Егет хан тураһында ла, уның ҡомһоҙлоғо һәм хиреслеге тураһында йырҙар йырлаған. Хан аыуы килгән һәм, уртаһына ҡурғаш ҡойоп, думбыраны боҙорға бойорған. Шунда инде урталағы уйым барлыҡҡа килгән һәм ике ҡыл ғына тороп ҡалған.
  • Думбыраның килеп сығыуы тураһында тағы ла бер легенда, ул да алдағы легендаға оҡшаған. Урындағы хандың, ҡабан сусҡа һөжүм иткәндән һуң, һунарҙа улы һәләк булған, һәм хеҙмәтселәр, хандың асыуынан ҡурҡып (хан, кем дә кем улы хаҡында ҡайғылы хәбәр еткерә, шуның тамағына ҡайнап торған ҡурғаш ҡоям тип янаған булған), ҡарт Али оҫтаға кәңәш һорап барғандар. Ул, думбыра тип аталған музыка ҡоралы яһаған да хан янына килеп, көйҙәр уйнаған. Ҡылдар хан тирмәһенең ебәк сатыры өҫтөндә, йән әрнеткес урман тауышына оҡшатып, ыңғырашҡан, илаған. Елдең әсе һыҙғырыуы ҡырағай йәнлек олоуына ҡушылған. Ҡылдар, кеше тауышына оҡшатып, ярҙам һорағандай, ҡаты ҡысҡырған — думбыра ханға улының үлемен шулай һөйләп биргән. Асыуынан сығырынан сыҡҡан хан думбыраның түңәрәк уйымына эҫе ҡурғаш һирпергә бойорған.

Ҡаҙаҡ думбыраһы — көй сығарыу ҡоралы

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡтар өсөн көй — әҫәр генә түгел, был үҙ халҡының тарихы, уның йолалары һәм мәҙәниәте яңғырашы. Шуның өсөн дә ҡаҙаҡтар көй башҡарыусыларҙы — көйсөләрҙе — бик юғары баһалағандар, шулар араһында думбырасылар күпселекте тәшкил иткән (көйҙәр думбырала ғына уйналмаған, әлбиттә). Ҡаҙаҡ халҡы бына нимә ти: «Нағыз қазақ — қазақ емес, нағыз қазақ — домбыра!», һәм был һүҙҙәр «ысын ҡаҙаҡ ул ҡаҙаҡ үҙе түгел, ысын ҡаҙаҡ — домбыра!» тигәнде аңлата. Бының менән һәр бер ҡаҙаҡтың домбырала уйнауы бик мөһим икәнлеге һәм ҡаҙаҡтарҙың был уйын ҡоралына айырата һөйөүе һыҙыҡ өҫтөнә алынған.

Ҡаҙаҡ мәҙәниәтендә думбыра

үҙгәртергә
 
Ҡаҙаҡ думбыраһы

Домбыра (ҡаҙ. домбыра) — ҡаҙаҡ халҡының ике ҡыллы сиртмә музыка ҡоралы. Шулай уҡ ноғайҙарҙың да халыҡ уйын ҡоралы. Аккомпанемент яһаусы һәм айырым башҡарыусы, шулай уҡ ҡаҙаҡ халыҡ музыкаһының төп ҡоралы сифатында ҡулланыла. Хәҙерге заман башҡарыусылары тарафынан да файҙаланыла.

Домбыраның корпусы груша формаһында һәм ладтарға бүленгән оҙон грифлы. Ҡылдары ғәҙәттә квартаға йәки квинтаға көйләнгән була.

Ҡаҙаҡ музыка мәҙәниәте үҫешенә ҙур йоғонто яһаған халыҡ музыканты һәм композиторы Сағырбаев Ҡорманғазы иң бөйөк думбырасыларының, шул иҫәптән — думбыра музыкаһы ижадсыларының береһе булған: уның «Адай» музыкаль композицияһы Ҡаҙағстанда һәм сит илдәрҙә популярлыҡ яулаған.

Домбыра — иң популяр ҡаҙаҡ музыка ҡоралы. Домбыраға оҡшаған музыка ҡоралы ҡаҙаҡтарҙа ғына түгел, был ҡоралдың аналогтары күп халыҡтарҙа бар. Урыҫ мәҙәниәтендә формаһы яғынан оҡшаған инструмент — домра бар, таджик мәҙәниәтендә — Думраҡ, үзбәк мәҙәниәтендә — Думбыра, Думбраҡ, формаһы буйынса оҡшаш — Дутар, төрөкмән мәҙәниәтендә — Дутар, Баш, Думбыра, башҡорт мәҙәниәтендә — Думбыра, Аҙау буйы ноғай мәҙәниәтендә — Домбыра, әзербайжан һәм төрөк мәҙәниәтендә — Саз, яҡуттарҙа — Таҥсыр. Был ҡоралдар ҡайһы берҙә ҡылдарының һаны менән (3 ҡылға саҡлы), шулай уҡ ҡылының материалы менән (нейлон, металл) айырыла.


Конструкцияһы

үҙгәртергә

Домбыраның оҙонлоғо 80—130 см тәшкил итә. Музыка ҡоралының детале булараҡ, ладтары бәйләнгән (навязный), киртеп ултыртылған (врезной) була йә, үзбәк домраһындағы кеүек, бөтөнләй булмауы ла мөмкин[3].

  • Шанак  — ҡаҙаҡ думбыраһының корпусы, тауышты көсәйтеүсе ролен үтәй.
  • Ҡаҡпаҡ — думбыраның декаһы. Ҡыл тауышын тирбәлдереү (вибрация) ярҙамында, тауышты көсәйтә һәм ҡоралдың тауышына үҙенсәлекле төҫ (окраска) — тембр бирә.
  • Сиртмә — был деканың эске яғындағы урҙа (балка). Ҡаҙаҡ думбыраһында элек пружина булмаған. Хәҙер думбыраның тауышын яҡшыртыу маҡсатында сиртмә панцирҙың өҫкө өлөшөндә һәм аҫтаҡ (подставка) янына нығытып ҡуйыла. Ҡағиҙә булараҡ, ул тиҫтә йылдар буйы һаҡланған һәм сөрөгө булмаған шыршынан эшләнә.
  • Тупһалар (Порожки) — думбыраның "клавиша"ларын айыра.
  • Обечайкалар саған ағасынан эшләнә.
  • Аҫтаҡ — думбыраның бик яуаплы хеҙмәт итеүсе (функциональ) элементы. Аҫтаҡ, ҡылдарҙың тирбәлеүен декаға тапшырып һәм тирбәлеүҙең ҡылдарҙан корпусҡа таралыу юлында тәүге резонанс контурын булдырып, думбыра яңғырауының ысын асҡысы хеҙмәтен үтәй. Уның сифаты, формаһы, ауырлығы һәм көйләнеше менән уйын ҡоралының көсө, тигеҙлеге һәм тембры бәйләнгән.
  • Ҡыл — думбыра тауышының тирбәлеү сығанағы. Йола буйынса думбыра өсөн һарыҡ һәм кәзә эсәгенән эшләнгән һеңер ҡылдар файҙаланылған. Думбыра яңғырашына иң яҡшы тура килгәне ябай ҡармаҡ ебе (леска) булып сыға. Һөҙөмтәлә беҙ бөгөн думбыраның, ҡыл урынына ҡармаҡ ебе ҡуйылып уйналған һәм ҡабатланмаҫ яңғырау тембрын юғалтҡан берҙән бер стандарт формаһына ғына эйәбеҙ.

Көйләнеше

үҙгәртергә
Ҡыл Нота Октава
1 g (соль) Кескәй
2 d (ре)

Думбыраның асыҡ ҡылдарының яңғырашы уның кварталы музыкаль көйләнешен барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ ул квинталы ла булыуы мөмкин[3]. Думбыра өсөн, тәүге ҡылдан башлап, тондарҙың юғарынан эҙмә-эҙлекле килеүендә: Соль, Ре (кесе октава).

Ҡылдар араһындағы интервалдар: g{ч.4}d (хәрефле октава системаһы#Гельмгольц нотацияһы, 4-се киҫәк — таҙа кварта).

Грифы 19 ладлы (уйын ҡоралындағы деталь) думбыраның музыкаль диапазоны ике тулы октава: кесе октава Ре нотаһынан икенсе октава Ре нотаһына саҡлы (кесе октаваның бер өлөшө, беренсе һәм икенсенең бер өлөшө) тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Музыкальное наследие 2009 йыл 14 август архивланған.
  2. Дух Великой Степи — Электродомбра помогла казахстанской группе достичь вершин рок-чарта в США
  3. 3,0 3,1 Музыкальный энциклопедический словарь. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2003. — С. 179. — 672 с. — ISBN 5-85270-254-4.

Эту литературу можно найти в Казахстане, г. Астана, Национальная Библиотека Республики Казахстан…

  1. Акишев К. А. Курган Иссык. — Москва, 1978.
  2. Алексеева Л. А. Нажмеденов Ж. Особенности музыкального строя казахской домбры.//Казахская культура: исследования и поиски. Сборник научных статей, Алматы, 2000.
  3. Алексеева Л. А. Нажмеденов Ж. Особенности кахаской домбры.// Мы и вселенная. 2001.№ 1(6), с52-54.
  4. Аманов Б. Композиционная терминология домбровых кюев. Алма-Ата, 1982 г.
  5. Аравин. П. В. Степные созвездия. — Алма-Ата, 1979.
  6. Аравин. П. В. Великий кюйши Даулеткерей.-Алма-Ата, 1964.
  7. Асафьев Б. В. О казахской народной музыке.//Музыкальная культура Казахстана.-Алма-Ата, 1955 г.
  8. Барманкулов М. Тюркская вселенная.-Алматы, 1996.
  9. Вызго Т. Музыкальные инструменты Средней Азии.-Москва, 1980.
  10. Гизатов Б. Социально-эстетические основы казахской народной инструментальной музыки.-Алма-Ата, 1989.
  11. Жубанов А. К. Казахский народный инструмент-домбра.//Музыкознание.-Алма-Ата, 1976. с.8-10.
  12. Стахов В. Творчество скрипичного мастера. — Ленинград, 1988.
  13. Нажмеденов Жумагали. Акустические особенности казахской домбры. Актобе, 2003 г.
  14. Утегалиева С. И. Мангыстауская домбровая традиция. Алматы

Һылтанмалар

үҙгәртергә