«Диәнәт» («Дианат») — 1926—1928 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының баҫма органы. Ошо осорҙа шул уҡ исемдә Өфөлә иллюстрациялы мосолман журналы нәшер ителә. Журнал Мәскәү, Одесса, Өфө ҡалаларында төрки телендә баҫыла, айырым документтар рус телендә бирелә. 2019 йылда Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө вазифаһын башҡарған Айнур хәҙрәт Бирғәлин тарафынан журнал ҡабаттан тергеҙелә. «Диәнәт» журналы өс айға бер тапҡыр башҡорт телендә (хөтбәләрҙең бер өлөшө татар телендә) сыға.


Баҫмала дин тәғлимәттәре, дини өгөт-нисәхәтле материалдар, мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты мәхәлләләр һаны тураһында мәғлүмәттәр, имам-хатиб һәм мәзиндәр исемлеге, ҡануниәт һәм күрһәтмә биреү документтары һәм башҡа дини темаға арналған материалдар баҫылып сыға.

Журналдың баш мөхәррире — М.Ғатауллин.

Журнал менән башҡорт дин әһелдәре М.М.Камалетдинов, Ғ.Ҡапҡаев, Ғ.Х.Ханисламов, БАССР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы Х.Юлдашев һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеге бәйле.

Башҡортостан мосолмандарның диниә назараты Айнур хәҙрәт Бирғәлин башланғысы менән Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүҙең 100 йыллығына арнап журнал журнал сығарыуҙы дауам итергә ҡарар итте[1]. Журнал кварталға 1 тапҡыр сығарыласаҡ. Журналдың яңы мөхәррире Иршат Хәйбуллин.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә