Диңгеҙ баҫҡысы (Таганрог)

1967

Ҡала баҫҡысы
Диңгеҙ баҫҡысы
Файл:1970 Taganrog Morsk lestn.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог,Комсомол бульвары
Проект авторы Межлумян Ашот Антонович
Төҙөлөшө 19631967 йылдар

Диңгеҙ баҫҡысы (Яңы таш баҫҡыс, Межлумян баҫҡысы) — Таганрогта Комсомол бульварынан Таганрог суднолар ремонтлау заводы һәм диңгеҙ портына алып барған баҫҡыс. 1967 йылда архитектор А. А. Межлумян проекты буйынса төҙөлгән[1].

Архитектура ҡарары үҙгәртергә

Проект ҡарары урындың ландшафт үҙенсәлектәренән сығып хәл ителә. Баҫҡыстың ҡабырғаларында юлдар һәм майҙансыҡтар бар. Баҫҡыстары һаны 215. Үҙәк баҫҡыстың киңлеге — 6, ҡабырғалағыларыныҡы — 2, баҫҡыс бейеклеге — 30, дөйөм оҙонлоғо 175 метр. Уртаһындағы күҙәтеү майҙансығында ял итеүселәрҙең яратҡан урыны — «Маяк» кафеһы була. Диңгеҙ баҫҡысы майҙансыҡтарынан Nаганрог ҡултығының матур күренеше асыла.

Диңгеҙ баҫҡысы тарихы үҙгәртергә

Баҫҡыс төҙөү зарурлығы һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуа. Төҙөлөш тураһында ҡарар 1960 йылда ҡабул ителә, әммә бер нисә йыл буйына прот эшселәре һәм суднолар ремонтлаусылар уның проектын көтә[2]. Таганрогтың баш архитектура идаралығы проект эшләүҙе һуҙа.

1964 йылдың 19 авгусында идаралыҡ ҡарамағындағы художество советының ултырышы үтә. Унда баҫҡыстың өс варианты ҡарала. 1963 йылда архитектор М. Н. Сабурова (Таганрог өлкә коммуналь хужалығының проект-смета бюроһы бригадаһы) тәҡдим иткән беренсе проект ғәмәлдәге трасса буйынса, серпантин баҫҡыс эшләүҙе күҙаллай. Икенсе, архитектор А. А. Межлумяндың проекты (Дорремстройуправление), ҡабырғанан морон битләүенә перпендикуляр булған баҫҡыслы тура төшөү юлын тәҡдим итә. Архитектор Э. Е. Бронзова (баш архитектура идаралығы) тәҡдим иткән өсөнсө вариант Дорремстройуправление ҡушыуы буйынса А. А. Межлумяндың проекты нигеҙендә ентекле эшләнә[3].

Таганрогтың баш архитекторы А. Г. Касюков етәкселегендәге худсовет берҙәм фекергә килә алмайынса, Тттөҙөлөш һәм архитектура эштәре буйынса өлкә бүлегенә өс вариантҡа ла экспертиза үткәреүҙе, баҫҡысты артабан нисек эшләү буйынса күрһәтмә һорап мөрәжәғәт итә.

Һөҙөмтәлә, А. А. Межлумяндың проекты хуплана һәм Диңгеҙ баҫҡысын төҙөү 1965 йылдың июнендә башлана[4]. Төҙөлөш эштәрен ҡала коммуналь хужалығының юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы алып бара[5]. 1967 йылдың апрелендә төҙөлөш эштәре яртылаш башҡарыла[6].

Оҙаҡҡа һуҙылған объект урындағы матбуғат баҫмаларының тәнҡит утына ла эләгә[7]. "Таганрогская правда"ла сыҡҡан тәнҡит сығыштары Таганрог башҡарма комитеты ултырышында тикшерелә, уның буйынса тейешле саралар күрелә. Объект төҙөкләндереү буйынса депутаттар комиссияһының даими күҙәтеүенә алына. Төҙөлөшкә суднолар ремонтлау заводы һәм диңгеҙ порты етәкселәре, депутаттар В. А. Евстратьев (суднолар ремонтлау заводы), М. А. Окульский, А. Б. Бершадский, П. В. Боровский һәм башҡалар ярҙам итә. Төҙөлөштө тиҙләтеү өсөн А. А. Межлумян күп көс һала.[8]

1967 йылдың ноябрь байрамына Диңгеҙ баҫҡысы төҙөлөшө тамамлана.

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

Үҙгәртеп ҡороуҙар заманында, Таганрог суднолар ремонтлау заводы менән Таганрог диңгеҙ порты шәхси ҡулдарға күскәс, Диңгеҙ баҫҡысы тейешле тәрбиә булмағанлыҡтан, ташландыҡ хәлгә етә[9]. 2015 йылдың мартында Диңгеҙ баҫҡысы муниципаль милек исемлегенә инә һәм Таганрогиың милек менән идара итеү комитетының 2013 йылдың 14 мартындағы бойороғона ярашлы, «Приморье» муниципаль бюджет учреждениеһына оператив идара итеү хоҡуғында бирелә[10]. 2015 йылдың мартында Диңгеҙ баҫҡысының үҙәк күҙәтеү майҙанында кафетерий төҙөлө башлай һәм ул үрге, түбәнге майҙандарҙан асылған күренеште юҡҡа сығара[3]. Таганрогтың билдәле дизайнеры Владимир Верготи төҙөүселәрҙең был ҡылығын: «Архитектура садизмы», — тип билдәләй[3]. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡала хакимиәте был төҙөлөшкә рөхсәт бирмәгән була[10].

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Петровский К. По проекту таганрожца // Таганрогская правда. — 1997. — 1 ноября. — С. 3.
  2. Собств. корр. Настойчиво выполнять обязательства. С собрания городского партийно-хозяйственного актива // Таганрогская правда. — 1964. — 28 авг. — С. 2.
  3. 3,0 3,1 3,2 Верготи В. Кружевная лестница Межлумяна — вчера, сегодня и будет ли она завтра? // vergoti.livejournal.com. — 2015. — 17 марта.
  4. Собств. корр. Выполнение комплексного плана — дело твоих рук, таганрожец! // Таганрогская правда. — 1965. — 3 июля. — С. 3.
  5. Собств. корр. Забытые окраины // Таганрогская правда. — 1967. — 6 июня. — С. 1.
  6. Собств. корр. Чудесный уголок // Таганрогская правда. — 1967. — 22 апр. — С. 4.
  7. Шунин Л. Кровное дело Советов // Таганрогская правда. — 1967. — 23 июня. — С. 3.
  8. Башкатов Б. А. Мой порт — моя гордость. Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2013. — С. 17.
  9. Иванова В. Лестница Межлумяна // Новая таганрогская газета. — 2008. — 25 мая. — С. 4.
  10. 10,0 10,1 Skif_Tag. Страусы в Таганроге. Местечковое // skif-tag.livejournal.com. — 2015. — 10 апр.