Димитрий Ростовский сиркәүе (Сальск)

2010

Иҫтәлекле урын
Димитрий Ростовский сиркәүе
Ил Рәсәй
Ҡала Сальск, Ростов өлкәһе
Конфессия Православие
Епархия Волгодонск һәм Сальск епархияһы 
Төҙөлөшө 20062010 йылдар
Сайт Рәсми сайт

Димитрий Ростовский сиркәүеРостов өлкәһе Сальск ҡалаһындағы православие сиркәүе. Мәскәү патриархаты Волгодонск һәм Сальск епархияһына ҡарай. 2010 йылда төҙөлгән. Түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан : Ҡырым урамы , 25А һанлы йорт[1].

Тарих үҙгәртергә

2006 йылда Сальск ҡалаһының епархияһы етәкселеге Ҡырым урамында яңы сиркәү төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Сиркәүҙе урындағы кешеләрҙең 40 млн һум хәйриә аҡсаһына[2][3] төҙөгәндәр.

Сиркәү шул йылдың 7 июлендә төҙөлә башлаған: архиепископ Пантелеимон сиркәү төҙөләсәк урында ғибәҙәт ҡылғас, төҙөлөш урынына беренсе нигеҙ ташы һалынған. Ә бер нисә айҙан һуң сиркәүҙең нигеҙе һалынып бөткән. Төҙөлөш эштәре тамамланып бөтмәгән сиркәүҙә тәүге ғибәҙәт ҡылыу 2008 йылдың 21 сентябрендә Изге Мәрйәм Инә Тыуыу байрамы көнөндә үткәрелгән. 2009 йылдың июнь айында сиркәүҙең көмбәҙҙәре ҡуйылған.

Сиркәү бинаһы йортоноң һуңғы төп эштәре уның төҙөлөшө 2010 йылда Пасха байрамына тамамланған. Байрамға сиркәүҙең 9 көмбәҙе эшләнеп бөтөп, изгеләндерелгән. Йәй көнө эске биҙәү эштәре һәм сиркәүҙе йыһазландырыу тамамланған. Сиркәүҙә аш бүлмәһе, йәкшәмбе мәктәбе, китапхана бүлмәләре булдырылып йыһазландырылған.

2010 йылдың 7 ноябрендә төҙөлөп бөткән сиркәүҙе архиепископ Пантелеимон изгеләндергән.

Изге Ростов Димитрийы исемен йөрөткән сиркәү Сальск ҡалаһында XIX быуат урталарында төҙөлгән беренсе сиркәү булған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Святитель Димитрий Ростовский сиркәүе, Сальск ҡалаһы - Волгодонск епархияһы ғибәҙәтханалары - Фотоальбомы - Волгодонская правда. vpravda.com. Дата обращения: 2 февраль 2017. 2017 йыл 3 июль архивланған.
  2. Храм святителя Димитрия Ростовского, г. Сальск | наш приходской сайт (рус.). dimitriyhram.cerkov.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.
  3. Сальск|Церковь Димитрия Ростовского. sobory.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.(урыҫ.). sobory.ru. 2 февраль 2017 тикшерелгән.