Дижондың нәфис сәнғәттәр музейы

Дижондың нәфис сәнғәттәр музейы — француз ҡалаһы Дижонда, Бургундия герцоглығының элекке баш ҡалаһындағы художество музейы. Ҡаланың үҙәгендә XIV быуаттан алып XIX быуатҡа тиклем төҙөлгән Бургунд герцогтары һарайында урынлашҡан.

Дижондың нәфис сәнғәттәр музейы
Нигеҙләү датаһы 1787
Рәсем
Дәүләт  Франция
Административ-территориаль берәмек Дижон
Урын Дворец герцогов Бургундских[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Дворец герцогов Бургундских[d], Дижон
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Йылына инеүселәр һаны 153 000, 141 861[1], 157 511[1], 163 381[1], 154 164[1], 155 692[1], 147 832[1], 155 099[1], 150 533[1], 193 733[1], 143 431[1], 154 127[1], 184 934[1], 160 263[1], 166 347[1], 139 420[1], 211 531[1], 171 237[1], 152 739[1], 150[1], 23 507[1], 4367[1], 25 110[1], 13 866[1], 17 740[1], 27 942[1], 4694[1], 28 183[1], 72 696[1], 11 908[1], 18 630[1], 17 718[1], 14 081[1], 39 185[1], 300 230[1], 62 616[1], 49 234[1], 67 108[1], 126 596[1], 310 819[1], 109 062[1], 19 743[1], 32 543[1], 63 956[1], 282 918[1], 22 047[1], 73 573[1], 135 904[1], 41 912[1], 283 681[1], 9830[1], 109 944[1], 19 643[1], 28 209[1], 1888[1], 28 633[1], 5229[1], 56 104[1], 109 119[1], 86 971[1], 22 205[1], 38 788[1], 93 615[1], 39 950[1], 19 341[1], 88 520[1], 78 369[1], 10 092[1], 15 518[1], 130[1], 62 804[1], 10 230[1] һәм 45 763[1]
Адрес Palais des États de Bourgogne, place de la Libération, 21000 Dijon
Почта индексы 21033
Рәсми сайт beaux-arts.dijon.fr
Страница учреждения на Викискладе Musée des Beaux-Arts de Dijon
Карта
 Дижондың нәфис сәнғәттәр музейы Викимилектә

1787 йылда Мәғрифәтселек дәүерендә барлыҡҡа килгән музей, Францияның иң боронғо музейҙарының береһе булып тора. 1787 йылдың 30 ноябрендә музей булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйыла. Башта музейҙа 1767 йылда уҡ ойошторолған Франуса Девожаның художество мәктәбенең коллекциялары ҡуйыла. Музейҙың төп маҡсаты булып йәш рәссамдарҙы күсермәләр өсөн моделдәр менән тәьмин итеп ярҙам итеү тора. Бөйөк француз революцияһынан һуң музей ныҡ үҫешә, Франсуа Дефож уның директоры булып үҙенең вафатына 1811 йылға тиклем тора.

Икенсе донъя һуғышы барышында музей зыян күрә, Францияның немец оккупацияһы һөҙөмтәһендә экспонаттарҙың бер өлөшө эвакуациялана, башҡаларын подвалдарҙа йәшерәләр.

2006 йылдан 2019 йылға тиклем музейҙа бер нисә этапта тергеҙеү эштәре үтә.

Тупланмаһы

үҙгәртергә

Музейҙа боронғо мысыр сәнғәтенең ҡиммәтле коллекцияһы, шул иҫәптән 11 фаюм портреты бар. Бургунд герцоглығының сәнғәт мираҫы коллекцияһы, шул иҫәптән бургунд герцогтары Ҡыйыу Филипп II, һәм Жан Тәүәккәлдең кәшәнәләре юғары ҡиммәткә эйә, уларҙы төҙөүҙә скульптор Клаус Слютер ҡатнашҡан. XVIII һәм XIX быуат рәссамдарының, Ренессанс һынлы сәнғәте оҫталарының эштәре, шулай уҡ хәҙерге заман сәнғәте эштәре бар. Графика коллекцияһы 10 500 һүрәт һәм 60 000 гравюраны үҙ эсенә ала.

Галереяһы

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • mba.dijon.fr — Музея изящных искусств Дижона рәсми сайты
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 1,28 1,29 1,30 1,31 1,32 1,33 1,34 1,35 1,36 1,37 1,38 1,39 1,40 1,41 1,42 1,43 1,44 1,45 1,46 1,47 1,48 1,49 1,50 1,51 1,52 1,53 1,54 1,55 1,56 1,57 1,58 1,59 1,60 1,61 1,62 1,63 1,64 1,65 1,66 1,67 1,68 1,69 1,70 1,71 Министерство культуры Франции Fréquentation des Musées de FranceМинистерство культуры Франции.