Джумати монастыры
Джумати монастыры (грузин: მონასტერი ჯუმათის) урта быуат грузин православ монастыры Гурияла Озургети районында урынлашҡан, Озугерти ҡалаһынан 14 саҡрымда ята. Әлеге ваҡытта Шамокмеди епрахияһына ҡарай[1]
Джумати монастыры | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Урын | Дзириджумати[d] |
Джумати монастыры Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМонастырь комплексы Михаил һәм Гавриилға арналған сиркәүҙән, манаранан, диуарҙан һәм башҡа монастырь биналарынан тора. Төҙөлөш ваҡыты билдәһеҙ. Грузин академигы Дмитрий Бaкрадзе монастырь Шамокмеди сиркәүе алдынан төҙөлгән, тип иҫәпләй. XIV быуатта фрескалар менән биҙәлә, әммә улар насар һаҡланған. XVIII быуатта Гурия кенәзе ҡорамды реставрациялай, әммә Рәсәй хакимлығы идара итеүҙе ябайлаштырыр өсөн Джумати епрахияһын юҡҡа сығара. 1847 йылда сиркәү йүнәтелә, ә 1904 йылда сиркәү манараһы төҙөлә. Квадрат планировкалы таш манараның алты тәҙрәһе бар. Башня өлөшләтә емерелгән.
Джумати монастыры дин үҙәге генә түгел, ә Гурия районында мөһим мәҙәниәт үҙәге лдә була. Сиркәү бигерәк тә үҙенең ҡиммәтле иконалары һәм тарихи документтары менән билдәле[2] . Был документтар донъяуи мәғәнәгә эйә. 1924 йылда эшләнгән алтын иконаһы сиркәүҙе талау ваҡытында юҡҡа сыға.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Dimitri Bakradse: Archaeological trip in Gurien and Adschara Batumi 1987 (დიმიტრი ბაქრაძე, არქეოლოგიური მოგზაურობა გურიასა და, ბათუმი, 1987)