Дебиторлыҡ бурысы

дебиторҙарҙан алынырға тейешле бурыстар суммаһы
(Дебиторская задолженность битенән йүнәлтелде)

Дебиторлыҡ бурысы (ингл. Accounts receivable (A/R)) — предприятие, фирма, компания үҙенә бурыслы булған предприятиеларҙан, фирмаларҙан, компанияларҙан, граждандарҙан, йәғни дебиторҙарҙан, алырға тейешле бурыстар суммаһы, был бухгалтер хисабы буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй стандарттарына тап килә.

Дебиторлыҡ бурысы, финанс хисапламалығының халыҡ-ара стандарттарына ярашлы, компанияның һатып алыусыларҙан (дебиторҙарҙан) алаһы суммаһы тип билдәләнә.

Дебиторлыҡ бурысы уның ҡайтарылыу мөҙҙәтенә бәйһеҙ рәүештә компанияның әйләнештәге активтарына инә.

Дебиторлыҡ бурысының әйләнеүсәнлеге

үҙгәртергә

Дебиторлыҡ бурысының әйләнеүсәнлеге (receivables turnover ratio — RTR) — реализациялауҙан алынған төшөмдөң алынаһы иҫәптәрҙең уртаса суммаһынан шикле позицияларға тәғәйенләнгән резервтарҙы алғандан ҡалғанға нисбәте.

RTR = (кредитҡа һатыу йә төшөм) / (уртаса дебиторлыҡ бурысы).

Дебиторлыҡ бурысына идара итеү

үҙгәртергә

Дебиторлыҡ бурысына идара итеү — финанс менеджментының айырым функцияһы, уның төп бурысы булып компанияның табышын иҡтисади ҡорал булараҡ дебиторлыҡ бурысын һөҙөмтәле файҙаланыу иҫәбенә арттырыу тора.

Төп бурыстары

үҙгәртергә
  • башланғыс этапта дебиторҙы комплекслы тикшереү
  • килешеүҙәрҙе юридик оҙатыу
  • дебиторлыҡ бурысын финанслау
  • дебиторлыҡ бурысын хисаплау, контроллек итеү, һөҙөмтәлелеген баһалау
  • мөҙҙәте үткән бурысты түләттереү
  • талаптарҙы үтәмәгән дебиторҙар менән дәғүәләшеү эше
  • дәүләттең предприятиелар менән барлыҡҡа килгән иҡтисади мөнәсәбәттәрен сағылдырыу.

Функциялары

үҙгәртергә
  • файҙаланыу (финанс һәм идара итеү маҡсаттарын билдәләү)
  • ойоштороу (планлаштырылған маҡсаттарға өлгәшеүҙе тәьмин итеү)
  • дәртләндереү (дебиторлыҡ бурысына идара итеүҙә ҡатнашҡн хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереү системаһын раҫлау)
  • контроллек итеү
  • һөҙөмтәләрҙе анализлау һәм кире бәйләнеш

Ҡатнашыусылары

үҙгәртергә

Заманса коммерция ойошмаһында идара итеүгә түбәндәгеләр ҡатнаша:

  • Генераль директор
  • Коммерция бүлеге һәм һатыуҙар бүлеге (коммерция директоры, һатыуҙар бүлеге етәксеһе, һатыуҙар буйынса менеджерҙар)
  • Финанс бүлеге (финанс директоры, финанс менеджеры)
  • Юридик бүлек һәм хәүефһеҙлек хеҙмәте

Дебиторлыҡ бурысының ликвидлығы һәр ойошма өсөн тиерлек төп мәсьәләгә әйләнә. Үҙ сиратында ул бер нисә мәсьәләгә бүленә: ҡулай күләм, әйләнеүсәнлек, дебиторлыҡ бурысының сифаты.

Был мәсьәләләрҙе хәл итеү дебиторлыҡ бурысына квалификациялы идараны талап итә. Дебиторлыҡ бурысын ҡайтарып алыу сараларын тормошҡа ашырыу предприятиеның эске резервтары иҫәбенә һөҙөмтәлелекте күтәреү юлы булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • -Саблин М. Т. Взыскание долгов: от профилактики до принуждения: практическое руководство по управлению дебиторской задолженностью