Дағстан дәүләт техник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Дағстан дәүләт техник университеты — Махачҡала ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1972 йылда Ленинград караптар төҙөү институты филиалы базаһында асыла[2].

Дағстан дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы ДГТУ һәм DSTU
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Рәсми сайт dstu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Дагестанского технического университета[d]
Карта

Университетта 100-ҙән ашыу профессор һәм фән докторы, 300-ҙән ашыу фән кандидаты һәм доцент, барлығы 600-ҙән ашыу юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй, университеттың 24 хеҙмәткәре төрлө академияларҙың ағза-корреспонденты һәм академигы булып тора.


Факультеттары үҙгәртергә

Компьютер технологиялары, энергетика һәм иҫәпләү техникаһы

Архитектура-төҙөлөш

Инженер-иҡтисад

Мәғлүмәти системалар, аудит һәм финанс

Радиоэлектроника, телекоммуникация һәм мультимедиа технологиялары

Технология

Нефть, газ һәм природообустройство

Транспорт

Квалификация күтәреү һәм белемде камиллаштырыу факультеты (ФПКиП)

Магистрҙар әҙерләү факультеты

Университет етәкселәре үҙгәртергә

Мөхәмәтов Мөхәмәт-Камил Мөхәмәт улы, ректор (1972—1985)

Әминов, Маил Солтан улы, ректор (1985—2002)

Исмаилов, Таһир Абдурашит улы, ректор (2002—2018)

Суракатов Нурмөхәмәт Сайпула улы, ректор (2018 — хәҙ. тикл.)

Билдәле тамамлаусылары үҙгәртергә

Ҡорбан-Әли Әмиров — сәйәси эшмәкәр, 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты

Мәхмүт Мәхмүтов — сәйәси эшмәкәр, 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты

Нарвик Сирхаев — Рәсәй футболсыһы һәм тренеры.

Сергей Решульский — Рәсәй сәйәси эшмәкәре. икенсе саҡырылыш (1995—1999), өсөнсө (1999—2003) һәм бишенсе саҡырылыш (2007) Дәүләт думаһы депутаты.

Лидия Блохина — Рәсәй йәмәғәт эшмәкәре

Дмитрий Ерохин — «Связьинвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары

Эмин Фатуллаев — Рәсәй шоумены, элекке «Comedy Club» телепроектында ҡатнашыусы

Билдәле студенттары үҙгәртергә

Сөләймән Кәримов — Рәсәй эшҡыуары, миллиардер.

Билдәле фән кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеүселәр үҙгәртергә

Рамзан Ҡадиров — Чечня башлығы

Университетта эшләгәндәр үҙгәртергә

Эдуард Уразаев — Рәсәй дәүләт эшмәкәре

Вазиф Мейланов — социаль философ, математик, «шәхси сәйәсмән», яҙыусы

Гаммацаев, Ҡорбан Рамаҙан улы — «Товароведение һәм экспертиза» кафедраһы профессоры

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Об университете 2010 йыл 9 декабрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә