Дары баҙы (Азов)
Дары баҙы — Ростов өлкәһе Азов ҡалаһындағы XVIII быуат хәрби-инженерлыҡ сәнғәте ҡомартҡыһы. Азов тыуған яҡты өйрәнеү музейының филиалы. Федераль әһәмиәтле ҡомартҡы.
Дары баҙы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1967 йыл |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Азов ҡалаһы |
Директор | Анатолий Александрович Горбенко |
Дары баҙы Викимилектә |
Музейҙың адресы: Ростов өлкәһе, Азов ҡалаһы, Лермонтов урамы, 6.
Тарих
үҙгәртергәАзовтағы беренсе дары баҙы 1770 йылда дары һаҡлау өсөн төҙөлгән ағас йорт. Уның эсендә дарылы мискәләрҙе һалыу өсөн яһалған һикеләр. Был йорт 1797 йылдан һуң иҫкерегәнлек арҡаһында һүтелеп алынған.
1799 йылда Изге Анна бастионындағы ағас баҙ урынында инженер Делаваль проекты буйынса кирбес мөгәрәп һалынған. Уның стеналарының ҡалынлығы метр ярым, бейеклеге — 12 метр, ә тәрәнлеге — 5 метр, һыйҙырышлығы — 60 тонна. Йорттоң түбәһе өс ҡат ыҫмала менән һыланған, балсыҡ һәм сирәм менән ҡаплап эшләнгән. Баҙға снаряд төшөп шартлаған саҡта бындай төҙөлөш шартлауҙы амортизацияларға мөмкинлек биргән.
Төҙөлөштөң нигеҙе өсөн кирбесте, диңгеҙ ҡабырсаҡтарынан блоктар яһап, Азовта эшләгәндәр. Шундай уҡ блоктар менән йорттоң тышын да ҡаплағандар.
Азов ҡәлғәһендә барлығы дүрт дары баҙы булған. Улар изге Петр, Полугар, Алексеевский ҡапҡалары янында һәм Изге Анна бастионында урынлашҡан булған. Тәүге өс дары баҙы хәҙерге вакытҡа тиклем һаҡланып ҡалмаған. Изге Анна бастионындағы дары баҙы ла 1806 йылда артиллерия хәрби келәтенә (цейхгауз) әйләндерелгән.
Йортто һуңғы үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында стеллаждарҙы һүткәндәр, бинаны ике ҡатҡа бүлгәндәр.
1810 йылдан алып Азов ҡәлғәһе аҡрынлап ташландыҡ хәлгә килә башлаған. XIX быуатта баҙҙы бөтөнләй түбәһе ҡапланғансы ер менән күмгәндәр.
ХIХ—XX быуат башында Дары баҙына йәйгелеккә боҙ һалып ҡалдырғандар һәм аҙыҡ продукттарын боҙолоуҙан унда һаҡлағандар.
1967 йылда Азов ҡалаһында «Дары баҙы» тигән музей асылған. Музейҙың экспозицияһында рәссам Арсен Чернышовтың «1696 йылда Петр I ғәскәрҙәренең төрөк ҡәлғәһе Азовты алыуы» тарихи диарамаһы ҡуйылған. Музейҙа артиллерия арсеналын һаҡлау ҡорамалдары ҡуйылған күргәҙмә эшләй, һуғыш ҡоралдары тарихын сағылдырыусы материалдар ҡуйылған.
Музей ишеге алдында половецтарҙың таш һындары менән ҡурған төҙөлөп ҡуйылған, йорто янында XVII быуат аҙағында ҡойолған рус пушкаһы тора.