Дартло (груз. დართლო) — Грузияла Кахетия крайының Ахмет муниципалитетындағы ауыл. Дартло Тушетияның таулы төбәгендә, Пирикительская Алазань йылғаһы үҙәнендә, Водораздельный һыртының төньяҡ битләүендә, диңгеҙ кимәленән 2000 метр бейеклектә урынлашҡан[1].

Дартло
груз. დართლო
Рәсем
Рәсми атамаһы დართლო
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Ахметский муниципалитет[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Халыҡ һаны 0 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1850 метр
Карта
 Дартло Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Дартло ауылы Тушетияның тарихи географик тау өлкәһендә, Грузияның төньяҡ-көнсығышында ята, төбәк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә тәҡдим ителгән[2].

Дартло Диди-хеви йылғаһының уң яҡ ярында, уның Пирикительская Алазань йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан. Ауыл аша Тушети милли паркының бер нисә туристик маршруты үтә: Омало ауылынан Дано ауылы аша Квавло ҡәлғәһенә тиклем[3]; Омалонан Дакуэхиға тиклем[4] һәм Омалонан Верхованиға тиклем[5]. Йылдың иң йылы мәле - июнь башынан октябрь уртаһына тиклемге осор ғына туристик миҙгел тип һанала. Дартлола бер нисә ғаилә ҡунаҡханаһы асыҡ[1].

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Дартло — төбәктә иң боронғо ауылдарҙың береһе, Грузияның мәҙәни мираҫы ҡомартҡыһы, архитектура ҡурсаулығы тип иғлан ителгән[6][7], таш черепица менән ябылған таш йорттарҙан тора, уларға төкәтеп эшләнгән ҡарауыл башнялары менән был ҡәлғәләр үҙҙәренең уникаль архитектура ансамбле менән айырылып тора[1]. Үткән быуат башында сәйәхәтселәр Дартлоны былай тип һүрәтләй:

  Дартлола башнялар айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бөтәһе алты башня. Улар шифер плиталарҙан төҙөлгән. Уларҙың икеһе һуңғы осорҙа төҙөлгән, тар, дүртмөйөшлө, конус башлы, Дартло үҙәгендә тора. Ҡалған дүртеһе ауыл сигендә, боронғораҡ барлыҡҡа килгән; улар киңерәк һәм тәүге икеһенә ҡарағанда олпатырҡ һымаҡ тойғо ҡалдыра. Инеү урыны, дөрөҫөрәге, тәҙрә, унан аша эскә инергә була, ерҙән байтаҡ бейектә урынлашҡан, яҡынса өс метр. Бер ниндәй ҙә баҫҡыс юҡ, башняның ҡытыршы стеналарына йбешеп үрмәләргә тура килә. Тәҙрәгә еткәс, ҡулдарҙа кәүҙәне күтәреп, тәҙрәнән бер аҙ аҫтараҡ икенсе бинаға алып барыусы дүртмөйөшлө люк менән ағас иҙәнде күрәһең. Түшәмдәге шундай уҡ люк өҫкө ҡатҡа алып бара. Ҡаттар араһында бәйләнеш булып бысылған баҫҡыстар менән бүрәнәләр хеҙмәт итә.[8].  

Хәүеф аҫтында булған Дартлоның тарихи ҡомартҡыларын тергеҙеү[7][9], Грузияның мөһим дәүләт бурысы булып тора[10]. Дартлоны реставрациялау төбәк үҫеш проектына инә, уға Бөтә донъя банкы 60 миллион доллар аҡса бүлә, Грузия хөкүмәте тағы ла 15 миллион доллар бирә. Был аҡсаның 1,4 млн. 34 йортто реставрациялауға китә[1]. Ауылдың 73 йортонан 72-һе тергеҙеүгә мохтаж[6].

Шулай булғас дартло ҡушылдығы емереклектәр 1801 йылда ғибәҙәтханалар төҙөлә[11].

Бынан тыш, Дартло асыҡ һауала урынлашҡан суд залы менән билдәле. Был ун ике судья суды (боронғо присяжныйҙар суды аналогы). Ун ике судьяның ун ике антик таш ултырғысы бар. Ярымтүңәрәк уртаһында ике урын бар, унда хөкөм ителеүселәр ике ҡулдары менән ташты тотоп, тубыҡлана. Дартлола баш судья булып күп осраҡта ҡатын-ҡыҙ тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ахметский муниципалитет

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә