Гутоп Григорий Владимирович
Григорий Владимирович Гутоп (12 март 1853 йыл — 1917 йылдан һуң) — ышаныслы присяжный, Өфө губернаһынан I, III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Гутоп Григорий Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 12 март 1853 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 1917 |
Вафат булған урыны | билдәһеҙ |
Һөнәр төрө | адвокат, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Конституционно-демократическая партия[d] |
Гутоп Григорий Владимирович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәТөрлө ҡатламдан сыҡҡан чиновник ғаиләһенән. Өфө гимназияһын тамамлай, артабан белем алыуын Ҡазан университетының юридик факультетында дауам итә, уҡыу йортон хоҡуҡ кандидаты дәрәжәһендә тамамлай. Хәрби хеҙмәткә ирекле хеҙмәт итеүсе булып бара.
1877—1878 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша.
1878—1884 йылдарҙа — мир судьяһы, Өфө губернаһының мир судьялары съездарында мәжбүри ағза була.
1891 йылдан ышаныслы присяжный. Өфөнөң иң яҡшы адвокаттарының береһе. «Өфө златоусы» ҡушаматын ала. Йылына 8 мең һумға тиклем аҡса эшләй.
1881 йылдан Өфө өйәҙ земствоһы гласныйы.
1882—1913 йылдарҙа Өфө ҡала думаһы гласныйы.
1902 йылдан Өфө губерна земствоһы гласныйы.
Мәскәүҙә ҡала һәм земство эшмәкәрҙәре съездарында ҡатнаша, уларҙы Өфө менән таныштыра. 250 дисәтинә ере һәм ике өйө була (2 мең һумға баһалана).
1906 йылдың 26 мартында Өфө губернаһынан I саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Партияһыҙ, ҡарашы буйынса конституцион-демократик фракцияға яҡын. Думала сығыш яһамай. Дума таратылғандан һуң, 1906 йылдың июне урталарында, Өфөгә ҡайта.
1907 йылдың 15 октябрендә III саҡырылыш Дәүләт Думаһна һайлана. Конституцион-демократик фракцияға инә.
1912 йылдың 19 октябрендә IV саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Iул уҡ фракцияла ҡала. Прогрессив блок ағзаһы.
1916 йылда уның Өфө губернаһынан 1 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Таптыков ауылында 8 хеҙмәткәре булған биләмәһе була[2].
1917 йылдың 2-13 мартында Думаның эске тәртибе буйынса комиссияһы башлығы була. 14-18 мартnf Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты (ВКГД) һәм бөйөк кенәз Николай Николаевичты Ливадияға оҙатып барыу буйынса Ваҡытлы хөкүмәт комиссары була. 19 мартnа йәмәғәт именлегенең Ялта ултырышында ҡатнаша, уның барышында Ваҡытлы хөкүмәт һәм ВКГД эшмәкәрлегенә аңлатма бирә. 20 мартта Дума делегацияһы составында ғәмәлдәге армияла була, 6-сы корпус ғәскәрҙәре менән таныша. 1917 йылдың 8 апрелендә Ваҡытлыса юғары дисциплинар суд ағзаһы итеп һайлана. Май аҙағында Махсус Кавказ аоъяғы комитеты (ОЗАКОМ) ағзаһы итеп һайлана, уның эшендә ҡатнашыу өсөн Тифлис ҡалаһына күсенә. 2 сентябрҙә ОЗАКОМ рәйесе һәм барлыҡ ағзалары менән бергә отставкаға китергә ғариза бирә.
Артабанғы яҙмышы һәм вафат булыу датаһы билдәһеҙ[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, дүрт балаһы була.
Наградалары
үҙгәртергә«Рус-төрөк һуғышы өсөн» көмөш миҙалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://башкирская-энциклопедия.рф/2-statya/10023-gutop-grigorij-vladimirovich.html
- ↑ Ю. М. Абсалямов, Г. Б. Азаматова, А. В. Гайнуллина, М. И. Роднов, Л. Ф. Тагирова. УФИМСКИЕ ПОМЕЩИКИ: типы источников, виды документации
- ↑ В феврале 1920 г. упоминается член Майкопской Городской Управы Г. В. Гутоп, но не ясно, идёт ли речь о Григории Владимировиче Гутопе?
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. С. 153. 2020 йыл 2 декабрь архивланған.
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Первый созыв. М, 1906. С. 367.
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Третий созыв. М, 1913. С. 356.
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Четвёртый созыв. М, 1913. С. 357.
- Первая Государственная Дума. Алфавитный список и подробные биографии и характеристики членов Государственной Думы. — М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина, 1906. — 175 с.
- Государственная Дума первого призыва. Портреты, краткие биографии и характеристики депутатов. — Москва: «Возрождение», 1906. C. 53.
- 4-й созыв Государственной думы: Художественный фототипический альбом с портретами и биографиями. СПб., 1913;
- Николаев А. Б. Комиссары Временного комитета Государственной думы (февраль — март 1917 года): персональный состав // Из глубины времен. СПб., 1997. № 8;
- Российский государственный исторический архив. Фонд 1276. Опись 2. Дело 9а. Лист.48; Фонд 1278. Опись 1 (1-и созыв). Дело 42. Лист 17; Опись 9. Дело 219; Дело.220; Фонд 1327. Опись 1.1905 год. Дело 141. Лист 51; РО РНБ. Фонд 1072. Том 15. Лист 482
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гутоп Григорий Владимирович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 март 2023)