Гудков йортоВологда өлкәһе Грязовец ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге дүрт ҡатлы бина. Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекты — дәүләт һаҡлауы аҫтында[2].

Гудков йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда өлкәһе һәм Грязовец[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Грязовец[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться проспект Ленина, 54
Карта
 Гудков йорто Викимилектә

Йорт XIX быуат башында төҙөлә. Башта ул ҡала башлығы Гудков Петр Ивановичҡа ҡарай. Революцияға тиклем беренсе ҡатында сауҙа кибеттәре урынлаша, ә икенсе ҡатында хужаның ғаиләһе, өсөнсө ҡатта хеҙмәтселәр йәшәй. Беренсе ҡатта шулай уҡ эске ихатаға үтә сығыу урыны була.

1824 йылдың 14 (26) октябрендә[3] йәки 1824 йылдың октябрендә[4] Грязовецҡа Александр I килә. Риүәйәт буйынса 1824 йылда Вологдаға юлы ыңғайында Грязовец аша Александр I уҙа, ул собор янында күренекле ҡала кешеләре (урындағы протоиерей, дворяндарҙың өйәҙ башлығы Пасынков етәкселегендә) менән осраша, шулай уҡ Гудков йортона ла бара.

Революциянан һуң НЭП ваҡытында йорттоң подвалында тауарҙар һаҡланған, ә беренсе ҡатта сауҙа кибеттәре урынлашҡан. НЭП бөтөрөлгәндән һуң беренсе ҡатта учреждениелар урынлаша, өҫкө ҡаттарын торлаҡ фатирҙар биләй. Һуңғараҡ өҫкө ҡаттарында мәктәп интернаты һәм педагогия училищеһы өсөн дөйөм ятаҡ урынлаша, ә подвалы иген һаҡлағыс була[5]. 1990—2010 йылдарҙа бинаның беренсе ҡатында төрлө магазиндар урынлаша.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Гудков йорто мансарда менән дүрт ҡатлы бинанан ғибәрәт, бейеклеге буйынса Грязовец тарихи үҙәгендә иң юғары бина булып иҫәпләнә. Ике яғынан һуңырай төҙөлгән ике башҡа йорт менән уратып алынған (ҡайһы берәүҙәр яңылыш был ҡоролмаға индерә). Шулай уҡ ихатала «кареталар һарайы» бар, ул «Гудков йорто» — «Гудков усадьбаһы» менән бергә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә

Башта беренсе ҡатта ихатаға үтә сығыу урыны булған, ә подъезд сүкеп яһалған аҫма түбә менән биҙәлгән. Икенсе ҡаты өҫ яғында капителдәр яһалған ярым колонналар менән биҙәлгән. Совет осоронда бинаның йөҙө үҙгәрә: ихатаға үтә сығыу урыны көпләнә, ихата яғынан өҫҡормалар барлыҡҡа килә. Подъезд эргәһендәге сүкеп яһалған аҫма түбә шулай уҡ һаҡланмай[5].

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Губернатора Вологодской области № 945 от 15.10.2001
  2. Постановление Губернатора Вологодской области № 945 от 15.10.2001 г. 2018 йыл 27 июль архивланған.
  3. «Вологодские губернские ведомости» (газета) за 1839 год
  4. «Вологодские губернские ведомости» (газета) за 1849 год
  5. 5,0 5,1 Ганин, 1998

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 3500002282№ 3500002282 в БД проекта Викигид
  2.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 3500002309№ 3500002309 в БД проекта Викигид
  3.   Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 3500002310№ 3500002310 в БД проекта Викигид