Гремячая башняһы Псков ҡәлғәһе Окольный ҡалаһының оборона ҡоролмалары системаһы инә, Пскова йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Алты ҡатлы башня, диаметры нигеҙендә 15 метр тирәһе, бейеклеге 29 м тирәһе

Гремячая башняһы
Нигеҙләү датаһы 1525
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков өлкәһе
Урын Псков
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән таш[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Киңлек 15 метр
Бейеклеге/буйы 29 метр
Адрес Псков, Гремячая, ул., 7Б
Карта
 Гремячая башняһы Викимилектә

Баштағы ҡиәфәте

үҙгәртергә

Гремячая башняһы — Псковтың иң бейек башняларының береһе, уның төҙөлөү датаһы билдәле түгел: «В лето 7033 (1525 год) повеле князь Василий Иванович своему дьяку Мисюрю Мунехину поставити стрельницу каменную на Гремячей горе, над Псковою рекою на кручи и того лета сделаша тайник».

Башта Гремячая башняһы Космодемьянская башняһы — бында урынлашҡан Косьмодамианский монастыры исеме менән аталған, унан тауҙа 1540 йылғы таш сиркәү һаҡланып ҡалған. Әлеге Гремячая башняһы Гремячий ҡапҡаһынан алыҫ түгел урынлашҡан, уны емергәндәренән һуң атама Космодемьянскаяға күсә.

Легендалары

үҙгәртергә

Гремячая башняһының таштан ер аҫты баҙы була, ул Юғары рәшәткәләрҙе хәрби ваҡытта һаҡлаусыларҙы һыу менән тәьмин итер өсөн башнянан алып һыу кимәленә тиклем төшә. Гремячая башняһы ҡаршыһында, Пскованың һул ярында, XVI быуаттың Никольская башняһы тора. Гремячая һәм Никольская башнялары араһында һыу ҡапҡаларының уйымы булған (Юғары рәшәткәләр), улар ярҙамында ҡала аша Пскова аҡҡан. Ҡапҡалар батырмалы ағас, һуңынан тимер рәшәткәләр менән ҡапланған, улар шулай итеп йылға буйлап ҡәлғәгә инеү мөмкинлеген сикләгән. Ниндәй ҙә булһа ҡалдыҡтары, йәки Юғары рәшәткәләрҙең фундаменттары әлегә табылмаған.

Архитектура үҙенсәлектәре

үҙгәртергә
 
Башня интерьеры
 
Гремячая башняһы һәм Пскова йылғаһы

Гремячая башняһы тигеҙ эзбизташ ҡаяла тора, ул туранан-тура беренсе ҡаттың иҙәне һәм диураҙар һалыу өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә. Бейеклеге буйынса башня алты ярусҡа, йәки ҡатҡа бүленгән, элек һәр ярус, башҡа Псков башняларындағы кеүек үк, ағас майҙансыҡтар менән айырылған, унда амбразураларға йүнәлтелгән пушкалар ҡуйылған. Ер аҫты йөрөү системаларынан тыш башня ҡала яғынан таш баҙы - башнянан Пскова йылғаһына төшөүсе таш коридор булған, ул ҡамау ваҡытында ҡала һаҡлаусыларын һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән. Псков эзбизташының эре аныҡ шымартылған блоктары, көмбәҙле түшәм һәм ҡатмарлы инеү урындары системаһы, шулай уҡ ғәҙәти булмаған бойницалар, тар урта өлөшө — былар барыһы ла башня ҡоролмаһы өҫтөндә итальян төҙөүсеһе Иван Фрязин эшләүе тураһында һөйләй.

Риүәйәттәр

үҙгәртергә

Тевтон барымталары ваҡытында рыцарҙар Псковты яулай һәм кенәзде әсирлеккә ала. Кенәз баҫҡынсыларға буйһонорға теләмәй. Тевтонлылар бейек башня төҙөй һәм кенәзде шунда яба, ә аҙаҡ үлтерә. Псков халҡы был турала ишетеп, рыцарҙарға ҡаршы сыға. Ҡанлы алыштар башлана. Көстәр тигеҙ булмай. Әммә башня диураныда кенәздең күләгәһе күренә. Ҡоттары осҡан тевтонлылар юғалып ҡала, ә псковлылар ҡаланы еңел генә яулай, тигән легенда бар.

Башня менән бәйле икенсе легендала, манарала уятып алып булмаған кенәз ҡыҙы йоҡлауы тураһында хәбәр ителә. Йәнәһе ҡыҙҙы әсәһе ҡәһәрләгән, шунан һуң ҡыҙ йоҡоға талған. Ҡыҙҙы, әгәр ҡурҡмайынса уның баш осонда 12 көн ултырып псалтырь уҡыһа, тик йәш егет кенә ҡотҡара ала. Княжнанан тыш ҡыйыу егет йәнәһе алтын тултырылған мискәләр ала, уларҙың шылтырауын, имеш, посковлылар төндә лә ишетәсәк.

Тағы Псковта элек һөнәрсе йәшәгән тип тә һөйләйҙәр. Был бик борон булған, хатта уның исемен дә иҫләмәйҙәр. Бер ваҡыт Иоанн Богослов көнөндә ул туғандарына ҡунаҡҡа килә. Оҙаҡ ултырғандан һуң өйөнә ҡайтырға сыға. Ҡаршыһына яҡташтары килгән кеүек була. Һаулыҡ һорашалар, яҡындағы эсешлеккә инергә булалар. Өҫтәлдә шарап торған, ашарға ла күп. Яҡташтары эсәләр, һөнәрсене лә һыйлайҙар. Ул башынан кәпәсен сискән, бер ҡулы менән рюмканы тотҡан, икенсеһе менән суҡынған. Быны эшләүе була, яҡташтары күҙ асып йомғансы юҡ була, ә үҙе Гремячий башняһының иң осона барып эләгә. Уны тик иртәнсәк кенә, кешеләр эшкә китеп барышлай төшөрөп алалар. Шунан алып һөнәрсе Иоанн Богослов көнөндә ҡунаҡҡа йөрөмәҫ булған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Евлентьев К. Г., «Об археологической экспедиции для исследования Псковских подземелий»,- Псков, 1873
  • Окулич-Казарин Н. Ф., «Спутник по древнему Пскову», — Псков, 1913 . С.190-192
  • Спегальский Ю. П., «Архитектурно-художественные памятники»,- Псков, 1978 . С.205-206
  • Степанов Ю. «Легенды и предания Псковщины»,- Псков, Информационное агентство «Псков-инфопресс», 1993. С. 53
  • Седов Вл. Вл., «Псковские храмы 16 века»,- М., 1996 . С.40-46
  • Шулакова Т. В., «Храмы Пскова. Архитектурный путеводитель»,- Псков, 2003 г.
  • Власов А. С., Элькин Г. Н., «Древнерусские крепости Северо-Запада», — Спб., 2011. С. 215—217
  • Псковские крепостные стены (ГТРК «Псков», 1997)