Грек Благовещение сиркәүе (Дондағы Ростов)

1909

Грек православие ғибәҙәтханаһы
Благовещение Пресвятой Девы Марии сиркәүе
Сиркәү 1910 йылда
Сиркәү 1910 йылда
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Конфессия Урыҫ православие сиркәүе
Архитектура стиле Неоклассицизм
Проект авторы И. П. Злобин
Төҙөлөшө 19071909 йылдар

Грек Благовещение сиркәүе  — грек православие сиркәүе, 1909 йылда Дондағы Ростов ҡалаһында төҙөлгән. Совет осоронда сиркәү емерелгән, уның нигеҙендә Ҡурсаҡ театры төҙөлгән[1]. Яңы грек Благовещение сиркәүе яңынан 2014 йылда һалынған[2].

Тарих үҙгәртергә

Грек Благовещение сиркәүе Дондағы Ростовта XX быуат башында төҙөлгән. Йорт Ткачев тыҡрығында (хәҙер Университет) уның менән Бәләкәй Баҡса урамы (хәҙерге Суворов урамы) киҫешкән урында «Эллин мәрхәмәтлек йәмғиәте» территорияһында төҙөлгән. Төҙөлөш өсөн аҡсаны сиркәүгә ҡала гректары хәйергә биргән[3]. Аҡсаның иң күп өлөшөн тәмәке фабрикаһы хужаһы Ахиллес Аспаниди кереткән[4]. Йорт 1907 йылда[5]һалына башлап, 1909 йылда төҙөлөп бөткән.

Бина проектының авторы- архитектор И. П. Злобин. Төҙөлөштө ҡала архитекторы Г. Н. Васильев ҡарап төҙөткән. Эске стеналарын рәссам Е. Г. Черепахин биҙәгән. Йорт неоклассицизм стилендә төҙөлгән. Уның күләме 19 ×10 сажин тәшкил итә (40,5×21 м). Сиркәүгә ингән урындың өҫтөндә дүрт портиклы ҡыңғырауҙар манараһы торған. Сиркәүҙә грек телендә яҙылған китаплы китапхана булған. 1913—1914 йылдарҙа сиркәү йортоноң хужаһы дин әһеле Парис Савва булған[6].

Яңы ғибәҙәтхана үҙгәртергә

Файл: Ростов Дәүләт В. С. Былков исемендәге Ҡурсаҡ театры бинаһы.

Ҡурсаҡ театры өсөн талаш үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону: Издательство «NB», 2006. — С. 72—73. — ISBN 5-98155-014-7.
  2. Благовещенский греческий храм | Центральное благочиние г. Ростова-на-Дону. cbrostov.ru. Дата обращения: 12 ғинуар 2017. 2017 йыл 20 ғинуар архивланған.
  3. Благовещенский греческий храм г. Ростова-на-Дону. rostoveparhia.ru. Дата обращения: 30 август 2013.
  4. Храм Благовещения Пресвятой Богородицы. greeks-on-don.ru. Дата обращения: 30 август 2013. 2013 йыл 30 август архивланған.
  5. Ростов-на-Дону. Возле Донской публичной библиотеке будет построена греческая православная церковь. Новая газета (14 октябрь 2007). Дата обращения: 30 август 2013. 2014 йыл 12 сентябрь архивланған.
  6. «Православие в душе». rostovgreek.ru. Дата обращения: 30 август 2013. 2013 йыл 30 август архивланған.