Гори ҡәлғәһе - (груз. გორის ციხე, «Горис Цихе») - Грузиялағы Гори ҡалаһының үҙәгендә ҡаялы убала торған урта быуат нығытмаһы. Был урындан тотош ҡала ус төбөндәге кеүек күренеп ята [2]

Гори ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Шида-Картли[d]
Урын Гори[1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Указания, как добраться ქ. გორი[1]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from the Gori Fortress[d]
Карта
 Гори ҡәлғәһе Викимилектә

Нығытма тураһында тәүге яҙмалар XIII быуатта "зиндан" булараҡ күренә, мәгәр археологик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, был урында б.э. тиклем үк нығытма төҙөлгән булған.

Нығытма төп стратегик һәм иҡтисади йүнәлештәрҙе күҙәтеп торған һәм унда ҙур гарнизон урынлаша алған.

XVI быуатта төрөктәр уны баҫып ала. 1598 йылда грузиндар уны тартып алырға тырыша, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. 1599 йылда улар ураҙа ваҡытында хәйлә юлы менән ҡамауҙы кәметкән булып ҡылана һәм төндә, османдар көтмәгәндә, нығытмаға һөжүм итә [3].

XVII быуатта нығытма грузиндар һәм фарсылар араһында ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй.

Цитадель 1630-сы йылдарҙа Картли грузин батшалары осоронда һәм 1774 йылда Ираклия II осоронда әлеге күренешенә инә.

Грузияны Рәсәй аннексиялағандан һуң, 1801 йылда ҡәлғә рәсәй гренадер батальонына гарнизон итеп тотола, мәгәр уның әһәмиәте яйлап юғала бара, һәм нығытмалар юҡҡа сыға. Британ энциклопедияһы "Metropolitana" 1845 йылда ҡәлғәнең ташлап ҡуйылыуын һәм көньяҡ-көнсығышындағы часовня ғына файҙаланылыуын яҙа [4]}}.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Гори ҡәлғәһе 1920 йылдағы ер тетрәүҙән ныҡ зыян күрә. Цхра-кара («Туғыҙ ҡапҡа») тигән көнбайышҡа ҡараған өлөшө генә яҡшыраҡ һаҡланған - ул көньяҡ һәм көнсығыш диуарҙарға төкөтмә итеп һалынған булған. Нығытмаға тәүлектеү теләгән ваҡытында инергә була, түләү алынмай. Уны ҡаланың визит карточкаһы тип йөрөтәләр, сөнки боронғо ҡомартҡы Гориҙың үҙәгендә урынлашҡан һәм туристарҙың да иғтибарын йәлеп итә [5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=1899 — 2017.
  2. Гори – сердце грузинского востока
  3. Edge of Empires. — London: Reaktion Books Ltd.
  4. "Georgia", in Encyclopædia metropolitana; or, Universal dictionary of knowledge, ed. by E. Smedley, Hugh J. Rose and Henry J. Rose (1845), p. 532.
  5. Гори – сердце грузинского востока

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә