Гордон Ньюфелд — философия фәндәре докторы, Канада (Ванкувер) психолог-девелопменталисы, врач Габор Матэ менән авторлыҡта яҙылған «Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы ҡулдан ысҡындырмағыҙ» (Hold on to Your Kids: Why Parents Need to Matter More Than Peers)[2] китабының авторы. Әлеге ваҡытҡа китап 10 (ун) телгә, шул уҡ ваҡытта рус теленә тәржемә ителгән[3]. Ньюфелд ҡарашы (уның бәйләү нигеҙендәге үҫеш концепцияһы) Джон Боулбиҙың бәйләү теорияһына нигеҙләнгән[4]. Ньюфелд 6 (алты) кимәлдән торған бәйләү теорияһын, шулай уҡ оялыуҙы һәм һаҡлаусы ситләшеүҙе анлатҡан бәйләү поляризацияһы төшөнсәһен эшләгән. Уның бәйләү моделе универсаль: уны олололарға ҡарата ла, балаларға ҡарата ла, өйҙә лә, уҡыу йортонда ла ҡулланып була.

Гордон Ньюфелд
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Канада
Тыуған көнө 1947 или 1946
Тыуған урыны Ванкувер, Британ Колумбияһы, Канада
Һөнәр төрө психолог
Эшмәкәрлек төрө психология[1] һәм психология развития[d][1]
Эш урыны Британ Колумбияһы Университеты[d]
Уҡыу йорто Британ Колумбияһы Университеты[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Рәсми сайт neufeldinstitute.com
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе психология развития[d]

1946 (бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ алтынсы) йылда Канаданың Ванкувер ҡалаһында тыуған. Психолог-девелопменталист. Биш балаһы бар. Бынан тыш Ньюфелд — Канадалағы Ванкувер ҡалаһындаНьюфелд институтына нигеҙ һалыусы. Институт специалистарға һәм ата-әсәләргә шәхси уҡыу программаларын, шулай уҡ презентациялар, семинарҙар, курстар, видеокурстар тәҡтим итә. Уҡытыу бер нисә телдә алып барыла: инглиз, француз, немец, испан, иврит, швед һәм рус телендә[5].

Библиография

үҙгәртергә
  • Ньюфелд Гордон. Не упускайте своих детей. — М.: Ресурс. — 384 с. ISBN: 978-5-905392-08-5.
  • Ньюфелд Гордон. Ключи к благополучию детей и подростков. — М.: Ресурс. — 32 с. ISBN: 978-5-990651-23-4.
  • Нойброннер Дагмар. Понимать детей. Путеводитель по теории привязанности Гордона Ньюфелда. Гордон Ньюфелттың баш һүҙе менән. — М.: Ресурс. — 136 с. ISBN: 978-5-9906512-4-1.
  • Макнамара Дебора. Покой, игра, развитие. Гордон Ньюфелдтың баш һүҙе менән. — М.: Ресурс. — 328 с. ISBN: 978-5-9906512-7-2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Neufeld, Gordon // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Gordon Neufeld. Hold On to Your Kids. — Random House LLC., 2006. — С. 320. — ISBN 978-0-375-76028-0.
  3. Гордон Ньюфелд. Не упускайте своих детей 2017 йыл 6 октябрь архивланған. = Hold On to Your Kids. — Издательство «Ресурс». — С. 384. — ISBN 978-5-905392-08-5.
  4. Писарик, Ольга. Свобода и привязанность. «Домашний ребёнок».
  5. The Neufeld Institute 2012 йыл 14 апрель архивланған.. Official site.

Һылтанмалар

үҙгәртергә