Горбушина Светлана Николаевна

юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008).

Горбушина Светлана Николаевна (13 ноябрь 1952 йыл) — педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре кандидаты (1981), педагогия фәндәре докторы (2008)[1].

Горбушина Светлана Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Светлана Николаевна Горбушина 1952 йылдың 13 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда тамамлай, һөнәре буйынса — биолог-биохимик[2]. Хеҙмәт юлын «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһендә үҙ профиле буйынса башлай һәм оҙайлы ваҡыт бында эшләп, тәжрибә туплай (1975—1991). 1991 йылдан алып Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһында эшләй[1], артабан, 1994 йылдан башлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Мировоззренческие детерминанты формирования культуры здоровья будущего учителя»[3]. 2008 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетына эшкә күсә[1], бында ул — стандартизациялау һәм сертификациялау кафедраһы профессоры[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни хеҙмәттәре йәшәйеш хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм сифатты тикшереү, иммуно- һәм -вакцинопрофилактика проблемаларына арналған[1].

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Төп ғилми хеҙмәттәре

Мировоззренческие детерминанты здорового образа жизни в системе профессиональной подготовки будущего учителя. М., 2004;

Педагогическая профилактика табакокурения среди девушек-учащихся в системе начального профессионального образования. Уфа, 2008.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә