Гончарова Татьяна Ивановна

Гончарова Татьяна Ивановна (19341998) — педагог, методист, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982)[1][2]. КПСС-тың XVII съезы делегаты(1986)[2].

Татьяна Ивановна Гончарова
Файл:Татьяна Ивановна Гончарова.jpg
Тыуған көнө

4 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Ленинград, СССР

Вафат булған көнө

10 ғинуар 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны

Санкт-Петербург, Россия

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Тормош иптәше

Иван Фёдорович Гончаров

Наградалары һәм премиялары
СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Ивановна 1934 йылдың 4 ноябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған. А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының тарих факультетын 1962 йылда тамамлай[1]. Институтты тамамлағандан һуң, Татьяна Ивановна Камчаткала 1963 йылда башланғыс мәктәп мөдире булып эшләй. Шунан үҙенең тыуған ҡалаһы Ленинградҡа ҡайта һәм 2-се һанлы нтернат та эшләй. 1965 йылдан алып 536-сы мәктәптә тарих уҡытыусыһы була. Татьяна Ивановна йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә: Ленинград өлкә партия комитетының ревизия комиссияһы ағзаһы , 1986 йылда — КПСС-тың XVII съезы ағзаһы.

Е. И. Гончарованың урта мәктәптә тарих уҡытыу методикаһы һәм уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса методикаһы китабы 1962 йылда баҫыла, ул «Уроки истории — уроки жизни: Из опыта работы учителя» (1986), «Большая перемена» (1987), «Когда учитель — властитель дум» (1991, ире- профессор Иван Федорович Гончаров менән авторҙашлыҡта), «Исторические вечера в школе: Книга для учителя» (1992) китаптарының һәм «Светочи России. Русский национальный пантеон» махсус курсының авторы[1][2].

Гончарова Татьяна Ивановна Санкт-Петербургта 1998 йылдың 10 ғинуарында вафат була һәм Богословский зыяратында ерләнә.

1998 йылдың 30 сентябрендә Санкт-Петербургтың 536-сы урта мәктәбенә унда 30 йылдан ашыу эшләгән СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Гончарова Татьяна Ивановнаның исеме бирелгән, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].

1999 йылда Санкт-Петербургтың 536 -сы урта мәктәбендә СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Т. И. Гончароваға арналған музей бүлмәһе асыла, 2007 йылдың 18 майында музей бүлмәһенә музей статусы бирелә. Был музейҙа уның әйберҙәре, фотографиялары, документтары һәм башҡа күп нәмәләре бар[3].

Т. И. Гончарованың ире — Иван Гончаров Федорович, педагогия фәндәре докторы, А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты ЮНЕСКО кафедраһының почетлы профессоры, РФ юғары мәктәптәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре, К. Д. Ушинский миҙалы кавалеры[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә