Голи-Оток
Ҡалып:Необитаемые острова по странам
Голи-Оток | |
---|---|
хорв. Goli otok | |
Характеристики | |
Майҙаны | 4,7 км² |
Иң бейек нөктәһе | 83 м |
Халҡы | 0 чел. (2014) |
Урынлашыуы | |
44°50′25″ с. ш. 14°49′20″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Адриатик диңгеҙ |
Жупания | Приморско-Горанская жупания |
Голи-Оток Викимилектә |
Голи-Оток (хорв. Goli otokGoli otok — Яланғас утрау) — Адриатик диңгеҙҙең хорват өлөшөндәге, майҙаны яҡынса 4,7 квадрат километр булған, Хорватияның көнбайышында, Велебитск ҡултығының Истрия ярымутрауынан кнөсығышта, Раб, Свети-Гргур һәм Првич уртапуҙары араһында урынлашҡан. Утрау атамаһы «Яланғас утрау» тип тәржемә ителә.
Концлагерь
үҙгәртергә«Голи-Оток» сәйәси лагеры 1949 йылда Югославия коммунистар партияһы (КПЮ) һәм Югославяи федератив халыҡ республикаһы (ФНРЮ) күрһәтмәһе буйынса сәйәси тотҡондар өсөн төҙөлә. Шул уҡ йылда тәүге тотҡондар килтерелә. 1956 йылда Свети-Гргур лагерындағы кеүек, бынан да тотҡондар сығарыла, ә утрау Хорват Социалистик республикаһына (СРХ) тапшырыла.
Тарихы
үҙгәртергәУтрауҙа даими йәшәгән халыҡ юҡ. Беренсе донъя һуғышы барышында Австро-Венгрия бында Көнсығыш фронттан әсиргә алынған рус һалдаттарын урынлаштыра.
Лагерҙы ойоштороуҙа генерал Краячич Стево һәм Титоның уң ҡулы — Эдвард Кардель әүҙем ҡатнаша.
1949 йылдан Яланғас һәм күрше Свети-Гргур утрауына сәйәси тотҡондар: Титоға ҡаршы булыусылар, сталинистар, усташи, четники, монархистар, Югославия короллеге эшмәкәрҙәре ебәрелә. Тотҡондар араһында һуғышҡа тиклем үк коммунист булған һәм ҡаршылыҡ геройҙары бихисап була.
Яланғас утрауҙа — ирҙәр, ә күрше Свети-Гргур утрауында ҡатын-ҡыҙҙар лагеры урынлаша.
Утрау бөгөн
үҙгәртергәЛагерь 1988 йылда эшләүен туҡтата, ә 1989 йылда тулыһынса ябыла.
Бөгөн утрауҙарға туристар һәм Раб утрауынан көтөүселәр генә килә.
Билдәле тотҡондар
үҙгәртергә- Барешич Миро
- Владо Дапчевич
- Александр Попович
- Венко Марковски
- Борислав Михиз Михайлович
- Мичунович Драголюб
- Драгослав Михаилович
- Йованович Милюша
- Шабан Байрамович
- Петр Комненич
- Йоле Станишич
- Доброслав Парага[1]
- Алия Изетбегович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт о голом острове (1)
- Сайт о голом острове (2) 2009 йыл 29 июль архивланған.
- «Глас јавности», 4 ноября 2006 2009 йыл 20 август архивланған.
- Снимки 2009 йыл 10 июль архивланған.