Голицындар усадьбаһы (Түбәнге Новгород)
Голицындар усадьбаһы — Түбәнге Новгородтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан архитектура ансамбле. Усальба комплексының төп йорто һәм флигеле 1837-1839 йылдарҙа төҙөлгән. Проекттың тәүге авторы — Доменико Жилярдь, Швейцария архитекторы, ул Мәскәүҙе 1812 йылғы янғындан һуң тергеҙеүсе.
Голицындар усадьбаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1837 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Нижний Новгород (правый берег, часть 4)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Рождественская улица, 47 |
Голицындар усадьбаһы (Түбәнге Новгород) Викимилектә |
Ансамбль өс төҙөлөштән-төп йорттан,ҡоймаларҙан,флигелдән түбәндәге адрес буйынса тора: Раштыуа урамы, 47.Бөгөн был тарихи биналар - Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекттары..
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуаттан кенәз Голицындар ҡарамағында Раштыуа урамы аҙағында тоҙ амбарҙары була. Макарьевка йәрминкәһенең Түбәнге Новгородҡа күсеүе һәм XX быуат башында ҡаланың үҙгәртеп ҡоролоу сәбәпле ,амбарҙар һүтеләләр .ә улар урынына тик таштан ғына мөһабәт фасадтар менән биналар төҙөргә рөхсәт ителә. [2]
Новгород усадьбаһы проектын кенәз Голицын Сергей Михайлович үҙенең Кузьминки ауылында эшләүсе архитектор Д. Жилярдҡа эшләргә тапшыра, әммә архитектор ауырыу сәбәпле, проектлау эше һуҙыла,, ә һуңынан ул 1832 йылда Рәсәйҙән бөтөнләй китә[3].
1937 йылда усадьба сиктәре билдәләнә,ә Новгород архитекторҙары Г.И. Кизеветтор һәм А.Л.Леер тарафынан Жилярдь проектлаған төҙөлөш планға индерелә. 1837 йылдың 1 апреленән барлыҡ ҡыҙыҡһынған кеше алдында был хаҡта килешеү төҙөлгән. 1837 йылдың 14 апрелендә тамамланған проект юғары хупланып,төҙөлөш эштәре башланған. 1939 йылда төп йорт көмбәҙле подвалдар һәм ҡабырғанан ике флигель менән эшләнеп бөтә[2].
1839 йылдың сентябрендә эш тамамланыу хәленә еткәндә көньяҡ флигель артында, Жилярдь проектын боҙоп,хужалыҡ ихатаһына инеү йыһазландырылған,унда Г.И.Кизеветтер проекты буйынса ике ҡатлы кирбестән келәт корпусы һалына,ә ихата уртаһы сәскәләр ултыртыу өсөн бүленә.[4].
Яр һыҙатынан 1939 йылда кирбестән бейек ҡойма ултыртыла. Ул ике аркалы,биҙәкле ҡапҡалар менән була. Раштыуа урамы яҡлап суйын ҡойма ултыртыла.[4]
1994 йылға тиклем ансамбль интерьерының төп элементтары барыһы ла тиерлек һаҡлана, шул иҫәптән тарихи графигы[4].ла.
Архитектура
үҙгәртергәГолицындар усадьбаһы — Түбәнге Новгородта рус ампиры стиленең һирәк өлгөһө. Ампир стиленә хас булғанса декоратив биҙәү күҙәтелә: төп темаһы — шыма стена, ҙур булмаған ял итеү урыны,беренсе ҡаты махсус таштан( руст [5])
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
- ↑ 2,0 2,1 Филатов, 1994, с. 224
- ↑ Филатов, 1994
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Филатов, 1994, с. 225
- ↑ Агеева Е. Ю. Культура классицизма в жилой застройке Нижнего Новгорода XIX в. // Наука и образование: новое время : журнал. — Чебоксары: Негосударственное образовательное частное учреждение дополнительного профессионального образования «Экспертно-методический центр», 2014. — № 1 (1). — С. 1—3. — ISSN 2312-4431.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Филатов Н. Ф. Нижний Новгород: Архитектура XIV — начала XX в / Отв. ред. Г. В. Гундарин. — Нижний Новгород: РИЦ «Нижегородские новости», 1994. — 256 с. — (Энциклопедия Нижегородского края). — 30 000 экз. — ISBN 5-88452-008-5. (в пер.)