Геров орфографияһы
Ге́ров орфогра́фияһы (болг. Геровски правопис) – болгар телендә ҡулланылған тарихи яҙыу юлдарҙан береһе. Исеме Найден Геров, болгар яҙыусы, тел белеүсе һәм фольклор өйрәнеүсе исеменән килә һәм ул әҙерләнгән һүҙлектә (болг. „Речник на блъгарский язик с тлъкувание речити на блъгарски и руски“) ҡулланыла.
Орфография үҙенсәлектәре
үҙгәртергәАлфавит
үҙгәртергәХәҙерге болгар алфавитында ҡулланылған хәрефтәренән тыш, Геров орфографияһында Ѣ, ꙑ, ѫ хәрефтәре ҡулланылған. Шулай уҡ, хәҙерге я хәрефе урынына ꙗ тип яҙылған.
Башҡа үҙенсәлектәр
үҙгәртергә- ж, ш, ч хәрефтәре ҡалын тартынҡы өндәре өсөн ҡулланмаған.
- к, г, х хәрефтәре ҡалын тартынҡы өндәре өсөн генә ҡулланылған.
- я хәрефе е тип әйтелгән һәм иҫке славян ѧ (бәләкәй юс) хәрефе этимологик урынында ҡулланылған.
- щ хәрефе (/шт/ тип әйтелә) болгар һүҙҙәрҙә генә ҡулланылған, сит һүҙҙәрҙә шт тип яҙылған.
- [ъ] өнө урынына этимология буйынса ъ, ь, ѫ йә ѭ тип яҙылған.
- ър/ръ һәм ъл/лъ өндәре фәҡәт ръ/рь йә лъ/ль тип яҙылған.