Гергардт тирмәне йәки Грудинин тирмәне — ХХ быуат башындағы пар тирмәне бинаһы, Сталинград һуғышында емерелгән һәм һуғыш тураһындағы хәтер булараҡ тергеҙелмәгән. «Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулығына составына инә.

Гергардт тирмәне
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Центральный район[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес һәм Тимербетон
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Центральный район (Волгоград)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт stalingrad-battle.ru
Указания, как добраться улица Маршала Чуйкова, 47а
Современное состояние разрушенный[d]
Ҡулланыу статусы закрыто навсегда[d]
Зимнее изображение
Карта
 Гергардт тирмәне Викимилектә

Төҙөлөү тарихы

үҙгәртергә

1899 йылда тирмән тарихы башланып китә. Шул йылда эшҡыуар Гергард ғаиләһе «Балканда» (Царицын ҡалаһының төньяҡ ситенең рәсми булмаған исеме), хәҙерге Офицерҙар йортонан алып Волгаға тиклемгеБалҡан майҙанына тиклемге ерҙә уларға участка бүленеп бирелә. Был урында уларға тиклем законһыҙ төҙөлгән ҡаралты торған. 1899 йылдың июнь айында тирмәнде төҙөй башлайҙар. 1900 йылдың 20 июлендә тирмән сафҡа индерелә, ә он һатыу 1900 йылдың 1 авгусында башлана. Тирмән 1907 йылдың 8 авгусындағы янғынға тиклем эшләй, янғындан уның таш һөлдәһе генә тороп ҡала[1].

1908 йылдың май айында был урында яңы бина төҙөлә. Исеменә ҡарамаҫтан, тирмән урынында аҙыҡ-түлек эшкәртеү комплексы төҙөлә, шулай уҡ унда балыҡ ыҫлау, май сығарыу, икмәк бешергес, әҙер продукция склады тора[1]. Уларҙы төҙөүҙә үҙ заманының иң алдынғы технологиялары ҡулланылған: үҙ электрогенераторы, кирбес торбалы үҙ ҡаҙанлыҡтары, эске механик транспортерҙар булдырылған. 1911 йылда «Гергардт һәм вариҫтары» предприятиеһында 78 эшсе эшләгән. Уларға йыл буйына 10342 һум эш хаҡы түләнгән, предприятиның йыллыҡ тауар әйләнеше 1 270 000 һум тәшкил итә,[2].

Тирмән бинаһы — Царицындағы беренсе, яуаплы тимер-бетон каркаслы, тышҡы стеналары кирбестән эшләнгән, брандмауэр ҡуйылған йорт. Бындай бина Рәсәй империяһы тирмән проекттары өсөн типовой проект булған. Төньяҡ өлөшөндә ҙур производство цехы, көньяҡта — әҙер продукция склады урынлашҡан. Ике ҡыйыҡлы кирбес стенаның ҡабырғаһына «Гергардт» тип яҙып ҡуйылған. Бина эзбиз менән аҡланған. Һуғыштан һаҡланып ҡалған стеналары әлеге көндә лә был ағартыу эҙҙәрен һаҡлай.

Совет осоронда тирмән милләт милкенә йәләндерелә, Сталинград тирмәндәре араһында ул 4-се тирмән тип йөрөтөлгән. 1929 йылда уға Константин Грудинин исеме бирелгән.

Сталинград һуғышы

үҙгәртергә

Тирмән 1942 йылдың сентябренә тиклем эшләгән. Сталинград һуғышында 58 көн буйына ҡамауҙа торған тирмән бомбаларҙан һәм снаряд ярсыҡтарынан емерелгән, бары тик иң яҡшы тимер-бетондан төҙөлөүе арҡаһында ғына стеналары тулыһынса емерелмәй һаҡланып ҡалған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Павлов Я. Ф. В Сталинграде (Фронтовые записки). — Сталинград: Областное книгоиздательство, 1951. — 32 с. — 20 000 экз.
  • Афанасьев И. Ф. Дом Солдатской славы. — Нижне-Волжское кн. изд-во, 1966. — 174 с.
  • Родимцев А. И. Дом солдатской доблести М.: ДОСААФ, 1969. — 192 с. Тираж 100 000 экз.
  • Олейников П. П. Архитектурное наследие Сталинграда — ГБУК «Издатель», ОАО «Югполиграфиздат» ISBN 978-5-9533-0958-4
  • Панченко Ю. А. «163 дня на улицах Сталинграда»
  • Савин М. В., Кравцов В. М. «Бои в Сталинграде.(Из опыта боёв Отечественной войны)» — 1944 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә