Герасимова Мария Иннокентиевна

Ҡалып:ФИО

Герасимова Мария Иннокентиевна
Тыуған көнө

10 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (83 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

почвовед

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре докторы (1993)

Ниндәй өлкәлә танылған

специалист по географии и классификации почв

Герасимова Мария Иннокентиевна (тыуған 10 октябрь 1940, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй тупраҡ белгесе, тупраҡ географияһы һәм классификациялау буйынса белгес, биология фәндәре докторы (1992), Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Рәсәй тупрағының яңы классификацияһын эшләүселәрҙең береһе.

Биографияһы үҙгәртергә

1940 йылдың 10 октябрендә Мәскәүҙә тыуған. Уның ата-әсәһе икеһе лә тупраҡ белгесе: атаһы, Иннокентий Петрвич Герасимов (1905-1985), СССР Фәндәр академияһы академигы, әсәһе, Лобова Елена Всеволодовна (1902-2000), ауыл хужалығы фәндәре докторы. Мария Иннокентиевна 1963 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамамлай. Тупраҡ буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1967 йылда Карпат алды (Предкарпатье) тупраҡтары тураһында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң, МДУ тупраҡ географияһы һәм ландшафттар геохимияһы кафедраһында эшләй башлай. 1993 йылда «Интегральная микроморфологическая диагностика почв» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1994 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә[1].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Герасимова ғилми эшмәкәрлеге география, тупраҡ генезисы һәм картографияһы менән бәйле[1]. Күп кенә сит илдәрҙә һәм Рәсәй төбәктәре һәм уның бөтә тәбиғәт зоналарында тиерлек тикшеренеүҙәр үткәрә[2]. Тупраҡ микроморфологияһы буйынса ҙур белгестәрҙең береһе булып тора. Хәҙерге ваҡыттағы Рәсәй тупрағын классификациялауҙә эшкәртә һәм уның ҡатнашлығында СССР, Рәсәй тупраҡ картаһы төҙөлә, шулай уҡ бик күп тупраҡ-геохимия һәм ландшафт-геохимия карталары төҙөлә. Ул шулай уҡ тупраҡтың антропоген һәм техноген трансформациялары менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә. Биш тапҡыр тупраҡ микроморфология һы буйынса Халыҡ-ара ғилми кәңәшмәләрҙә ҡатнаша һәм бер нисә тапҡыр ошо ғилми комитеттың ағзаһы була. «Почвоведение» журналының мөхәрририәтенең сәркәтибе. МДУ һәм Тупраҡ институтының диссертация советы составына инә.

Наградалары үҙгәртергә

1996 йылда И. П. Гаврилов һәм М. Д. Богданова менән бергә, Рәсәй һәм уның менән сиктәш илдәрҙең турпаҡ картаһын төҙөгән өсөн Д. Н. Анучин исемендәге премияға лайыҡ була[1]. Почетлы ағзаһы булып тороуы менән 2016 йылдан алып Халыҡ-ара тупраҡ белгестәре союзының почетлы ағзаһы[3], 2018 йылда ул Вальтер Кубиена йәмәғәтенең миҙалы менән бүләкләнә[4].

Баҫмалары үҙгәртергә

200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған, шул иҫәптән[2].

  • Ромашкевич А. И., Герасимова М. И. Микроморфология и диагностика почвообразования. — М.: Наука, 1982. — 125 с.
  • Герасимова М. И. География почв СССР : Учеб. пособие для вузов по спец. "География" и "Почвоведение". — М.: Высшая школа, 1987. — 223 с.
  • Герасимова М. И. География почв России : учебник для студентов высших учебных заведений, обучающихся по географическим специальностям. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Изд-во Московского ун-та, 2007. — 313 с. — ISBN 978-5-211-05401-1.
  • Герасимова М. И., Губин С. В., Шоба С. А. Микроморфология почв природных зон СССР : Информ.-справ. материалы. — Пущино: ПНЦ РАН, 1992. — 214 с.
  • Тонконогов В. Д., Лебедева И. И., Герасимова М. И., Красильников П. В., Дубровина И. А. Корреляция почвенных классификаций. — Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2005. — 52 с. — ISBN 5-9274-0181-3.
  • Pankova Ye. I., Gerasimova M. I. Properties, Soil-Formation Processes, and Classification of Desert Soils (инг.) // Arid Ecosystems. — 2012. — Т. 2. — № 2. — С. 69—77. — ISSN 2079-0961. — DOI:10.1134/S2079096112020084
  • Тонконогов В. Д., Лебедева И. И., Герасимова М. И., Хохлов С. Ф. Экологические ниши основных типов почв России: географический аспект новой классификации // Почвоведение. — 2009. — № 9. — С. 1043—1051. — ISSN 0032-180X. — DOI:10.1016/j.gexplo.2014.01.026

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Сычева С. А. Женщины-почвоведы. Биографический справочник о российских и советских исследовательницах почв / Под ред. Г. В. Добровольского и Н. Г. Рыбальского. — М.:: НИА–Природа, 2003. — С. 64. — 440 с. — ISBN 5-7844-0087-8.
  2. 2,0 2,1 Юбилей Марии Иннокентиевны Герасимовой // Вестник Московского университета. Серия 5: География. — 2010. — № 5. — С. 67. — ISSN 0579-9414.
  3. IUSS Honorary members (ингл.). www.iuss.org. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
  4. Kubiena medal 2018 (ингл.). www.iuss.org (2018). Дата обращения: 29 ноябрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә