Геотермия — (гео һәм therme — йылылыҡ) — геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге.

Ер ситенең йылылыҡ сығанаҡтары

үҙгәртергә

Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер ҡабығы, мантия, ядро) тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ерҙең эндоген йылылыҡ ҡыры тикшеренеү объекты булып тора. Г. дөйөм геология, вулканология, гидрогеология, геодинамика, геохимия, сейсмология, тектоника һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Төп геотермик күрһәткестәр – йылылыҡ ағымының тығыҙлығы һәм геотермик градиент. Т‑раны үлсәү скважиналарҙа, ерҙәге һәм диңгеҙ төбөндәге шахталарҙа бер нисә км тәрәнлектә үткәрелә. Тәрәнлеккә ҡарап т‑раның үҙгәреүе 0,006–0,15 град/м сиктәрендә тирбәлә, йылылыҡ ағымының тығыҙлығы 20–100 мВт/м². Геотермик үлсәү һөҙөмтәләре геол. структураларҙың тотҡан урынын асыҡлағанда, стратиграфик горизонттар бәйләнешендә, палеоклиматты реконструкциялағанда, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын разведкалағанда һәм үҙләштергәндә, тәбиғи быуҙы, термаль һыуҙарҙы һ.б. өйрәнгәндә ҡулланыла. Башҡортостан терр‑яһында Янғантауҙың термоаномаль күренештәрен тәүге тапҡыр П.С.Паллас (1773) тасуирлай, А.Биккель (1932), Г.В.Вахрушев (1927, 1961), Г.Ф.Пилипенко (1966), ш. уҡ Р.Ф.Абдрахманов, В.А.Дольников, В.П.Зверев, Т.Т.Казанцева, В.Н.Пучков тикшерә. 40‑сы йй. аҙағынан систематик геотермик тикшеренеүҙәр Ишембай нефть ятҡылығында (С.С.Ковнер) һ.б. нефть ятҡылыҡтарында башлана; Туймазы р‑нына геотермик характеристика бирелә (Д.И.Дьяконов). СССР-ҙың Европа өлөшөнөң геотермик карталар серияһын (В.А.Покровский, Б.Г.Поляк, 1960–62), СССР-ҙың геотермик картаһын (Ф.А.Макаренко редакцияһында, 1972) төҙөүҙә “Башнефтегеофизика” ААЙ бүлектәренең геология-разведка эштәре һығышталары ҡулланыла. 60‑сы йй. аҙағынан Геология институтындағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә терр‑яның геотермик режимы өйрәнелә; Көньяҡ Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң төп литологик-стратиграфик ҡатлауҙарына физик йылылыҡ характеристикаһы бирелә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының палеоклиматы реконструкциялана; Уралдың йылылыҡ ағымы б‑са мәғлүмәттәр каталогы төҙөлә.

Практик мәғәнәһе

үҙгәртергә

Тикшеренеү нәтижәһендә үҙ эсенә Тагил-Магнитогорск зонаһының көнбайыш өлөшөн индергән аномаль түбән (30 мВт/м² кәмерәк) йылылыҡ ағымының Урал зонаһы айырыла (И.В.Голованова, И.С.Огаринов, В.Е.Сальников һ.б.). Республика скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәрҙең үҫешенә бәйле, термометрия үҫеш ала. 1974 й. башлап Башҡорт дәүләт университетында Р.А.Вәлиуллин етәкс. геотермик тикшеренеүҙәр алып барыла. Геотермик үлсәүҙәрҙең методикаһы эшләнә, нефть ятҡылыҡтарының (Ҡушкүл нефть ятҡылығы, Сергеевка нефть ятҡылығы һ.б.) геотермограммалары төҙөлә, тау тоҡомдарының физик йылылыҡ сифаттары өйрәнелә (А.С.Буевич, И.Л.Дворкин, Р.К.Яруллин). СССР-ҙың Европа өлөшөнөң йылылыҡ ағымы картаһын (1987), СССР терр‑яһы һәм сиктәш илдәр терр‑яһы картаһын (1980), Европаның геотермик атласын (1992) төҙөүҙә Башҡортостан терр‑яһында геотермик тикшеренеү материалдары ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гогель Ж. Геотермия, перевод с французского. М: 1978
  • Сальников В.Е. Геотермический режим Южного Урала. М., 1984; Голованова И.В. Тепловое поле Южного Урала. М., 2005.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә