Геосфе́ралар ( грек. γῆ — Ер һәм σφαῖρα — шар) — Ер планетаһын барлыҡҡа килтереүсе сферик ҡыртыштар (тоташ һәм өҙөк-өҙөк).

Геосфера
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы атмосфера[d]
Ер

Геосфералар Ер үҙәгенән эҙмә-эҙлекле сиратлаша, арауыҡта һәм билдәле ваҡытта киҫешә (бер-береһенә үтеп инә), бер геосфера икенсеһенә күсә, әммә барлыҡҡа килеүендә һәм эшмәкәлегендә үҙаллыҡ һаҡлай. Геосфералар бер-береһе менән бәйле һәм тотороҡло динамик система барлыҡҡа килтерә[1].

Геосфераларҙың синтетик концепцияһын һәм Ер тураһында тәүге дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәрҙе геолог Эдуард Зюсс туплаған, күпмелер идеяларҙы географ Альфред Геттнер әйткән.

Рәсәйҙә глобаль масштабта тәбиғәттең зоналылығын Докучаев Василий Васильевич фәнни өйрәнеп, мәғлүм иткән[2].

Бер нисә төп геосфераны айырып ҡарарға мөмкин:

Геосфера Барлыҡҡа килеү
млрд лйыл элек
Үҙенсәлектәре
Литосфера 4.0 Силикат ҡыртыш (вултырма тоҡомдар барлыҡҡа килеүе — 3.8 млрд йыл)
Гидросфера 4.0 Һыу ҡыртышы
Педосфера 1.0 Тупраҡ ҡыртышы (геосфералар төйөнө, ҡоро ерҙә һәм һыу төбөндә биокос система)
Биосфера 3.5 Тормош ярыһы (тере матдә)
Атмосфера 4.0 Газ ҡыртышы
Ионосфера 3.5 Атмосфераның өҫкө ионлы ҡатламы (айырып билдәләнә)
Магнитосфера 3.5 Ерҙең магнит яланы (башҡа геосфераларҙың һаҡлау ҡатламы)

Өҫтәмә геосфералар

үҙгәртергә
 
Геосфералар — киҫелештә

Ҡайһы бер ғалимдар кеше эшмәкәрлеге менән бәйле икенсел геосфераларҙы билдәләй:

  • антропосфера — Анучин Дмитрий Николаевич, 1902; Родоман Борис Борисович 1979 һүрәтләгән
  • ноосфера — Вернадский Владимир Иванович һүрәтләгән
  • социосфера — Ефремов Юрий Константинович, 1961, һүрәтләгән

Шулай уҡ ошолар айырылып тора:

  • Биогеосфера 
  • Гляциосфера һәм Криосфера 
  • Океаносфера [3].
  • Педосфера 
  • Күмелеп ҡалған биосфера
  • Стратисфера [4].

Тәбиғәт шарттары Һәм процестары йыйылмаһы буйынса үҙенсәлекле ҡатламдар айырымлана:

  • Географик ҡыртыш
  • Экосфера

Ерҙең геосфера тураһында тәғлимәт үҙ эсенә геосферологияны, ноосферологияиндерә һәм башҡаларҙы ала. Һәр геосфера, төрлө кимәлдә, айырым фәндәр йәки фәнни йүнәлештәр ярҙамында өйрәнелә.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Круть И. В. Введение в общую теорию Земли. М., 1978, 368 с.
  • Ласточкин А. Н. Системно-морфологическое основание наук о Земле (Геотопология, структурная география и общая теория геосистем). Спб., Издательство НИИХ СПбГУ, 2002, 762 с. ISBN 5-7997-0450-9.
  • Ясаманов Н. А. Основы геоэкологии. Учебное пособие для ВУЗов. Академия. 2003, 352 с. ISBN 5-7695-1043-9.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Добровольский Г. В., Корпавчевский Л. О., Крискунов Е. А. Геосферы и педосфера. М: ГЕОС, 2010. 190 с.
  2. К учению о зонах природы, 1899
  3. Степанов В. Н. Океаносфера. — М.: Мысль, 1983. — 270 с.
  4. Осадочная оболчка Земли в пространстве и времени: седименто- и литогенез: Доклады советских геологов на 28 сессии Международного геологического конгресса (Вашингтон, июль 1989). М.: Наука, 1989. 248 с.

СҺылтанмалар

үҙгәртергә