Генерал Михаил Скобелев һәйкәле (Мәскәү)

Генерал Михаил Скобелев Дмитриевич һәйкәле — Мәскәү ҡалаһында 2014 йылда рус хәрби етәксеһе, батыр рус-төрөк һуғышында 1877—1878 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышы батыры, инфантерия генералы Михаил Скобелев Дмитриевичҡа ҡуйылға һәйкәл.

Генерал Михаил Скобелев һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2014
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү һәм Парк «Никулино»[d]
Карта

Һәйкәл тураһында үҙгәртергә

Һәйкәл урынына ҡуйылған генерал скобелев проект Совет власы ваҡытында юҡ сығарылған генерал Скобеев һәйкәле урынына яңы һәйкәл ҡуйыу ппроекты 2007 йылда барлыҡҡа килә һәм, шул уҡ йылда Мәскәү мэрияһы иң яҡшы эскизға конкурс үткәрә, әммә ул саҡта аҡса етмәү арҡаһында проект тормошҡа ашырылмай ҡала[1]. Бер нисә йылдан һуң Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәйкәл ҡуйыу өсөн халыҡ араһында иғәнә йыйыу ойоштора[2].

Монументтың авторы — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы Александр Иулианович Рукавишников. Скобелев һәйкәл скульптураһы генералды ҡулына яланғас шашка тотоп атта ултырған итеп һүрәтләй. Һәйкәлдең гранит пьедесталы менән дөйөм бейеклеге 8 метр тәшкил итә.атын ултырған. Уны урынлаштырыу урыны итеп Мәскәүҙең Вернадский проспектындағы Рәсәй федерацияһы ҡораллы көстәре генераль штабының хәрби академияһы яны һайлана[3].

Һәйкәл асыу тантанаһы 2014 йылдың 9 декабрендә үтә. Тантанала Рәсәй Федерацияһы президенты хакимиәте етәксеһе Сергей Борисович Иванов, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Ростиславович Мединский, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Евгеньевич Чуров ҡатнаша[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә