Гемоспоридиялар — ҡан споровиктары (Haemosporidia), споровиктар класына ҡараған иң ябайҙар ярым отряды[2].
Гемоспоридиялар |
Трофозоит малярийя плазмодияһы эритроцитта |
Фәнни классификация |
---|
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Haemospororida Danilewsky, 1885
|
Синонимдар |
---|
- Haemosporida Danilewsky, 1885
- Haemosporidia
|
Семейства[1] |
---|
|
|
|
5 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә ерҙә лә, башлыса тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа таралған. Башҡортостанда Plasmodium затына ҡараған 3 төрө бар.
Тереклек итеү циклы хужа алмаштырыу менән барған паразит.[1] Аралыҡ хужа (кеше) гемоспоридиялар спорозоиты менән анофелес заты серәкәйе (төп хужа) тешләгәндә зарарлана.[1] Паразиттар аралыҡ хужа организмында (эске ағзаларҙа һәм эритроциттарҙа) күп тапҡыр бүленеү (шизогония) юлы менән үрсей. Енси процесс төп хужа ашҡаҙанында бара. Хәрәкәтсән зигота (оокинета) ашҡаҙан көбө аша үтә һәм ооцистаға (уның эсендә киләсәктә серәкәйҙең шайыҡ биҙҙәренә үтеп инеүсе күп спорозоит барлыҡҡа килә) әүерелә.[1].Башҡортостан Республикаһында осраған гемоспоридиялар төрҙәре кеше тапмаһын тыуҙырыусы (Plasmodium vivax — өс көнлөк, Plasmodium malariae — дүрт көнлөк, Plasmodium falciparum — тропик тапмаһы) булып тора.
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Валькюнас Г. Отряд Haemosporida Danilewsky, 1885 — Гемоспоридии. В кн.: Протисты. Руководство по зоологии. — СПб.: Наука, 2007. — Ч. 2. — 1144 с.
- ↑ Martinsen, E. S., Perkins, S. L., Schall, J. J. (2008). A three-genome phylogeny of malaria parasites (Plasmodium and closely related genera): Evolution of life-history traits and host switches. Molecular Phylogenetics and Evolution 47: 261–273. DOI:10.1016/j.ympev.2007.11.012
Ҡалып:Parasitology-stub