Гвардеецтар майҙаны
Гвардеецтар майҙаны — Дондағы-Ростовтың Ленин районы Ҡыҙылармеецтар урамының уртаһындағы майҙан.
Гвардеецтар майҙаны майҙан Дондағы Ростов | |
Майҙанда Т-34 танкыһына һәйкәл, 2014 йыл | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
---|---|
Ил | |
Ҡала | |
картала |
Тарихы
үҙгәртергә1943 йылда Дондағы Ростов ҡалаһын азат итеүсе герой-гвардеецтар хөрмәтенә атала.
Майҙан уртаһында атап үтелгән йылдың 14 февралендә Дондағы Ростовты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткән 2-се һәм 5-се Зимовниковск гвардия механизацияланған корпустары, 3-сө гвардия танк корпусы, 6-сы гвардия танк бригадаһы, шулай уҡ 34-се гвардия уҡсылар дивизияһы яугирҙары хөрмәтенә танк ҡуйылған[1]. Һәйкәл 1967 йылдың ноябрендә асыла.[2] Уның авторҙары — архитекторҙар Г. А. Григорьев менән Н. Н. Нерсесьянц.
Постаментҡа гвардия частарының береһендә эшләй Польшала дислокацияланған (элекке 6-сы танк бригадаһы) Төньяҡ ғәскәр төркөмөнөң ғәмәлдәге гвардия часының ысын хәрби машинаһы ҡуйылған. Танк Миллеровола ремонт заводында ремонтлана, унан Дондағы Ростовҡа тиклем үҙе килә, пьедесталға ла үҙе менеп ултыра. 1980 йылдар аҙағында һәйкәл ремонтлана, ә хәрби техника ҡабат үҙе ревизия үтергә бара һәм кире килә.
Һәйкәлде ҙур, территорияһы үләндәр менән ҡапланған ағаслыҡ һәм сәскә түтәлдәре урап алған. Һәр йыл 9 Майҙа бында тантаналы митинг үтә, ҙәйкәлгә сәскәләр һалына[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Яугир-танкистар һәйкәле
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- РОСТОВ-НА-ДОНУ. ГВАРДЕЙСКАЯ ПЛОЩАДЬ
- Ростов-на-Дону, Гвардейская площадь
- Гвардейская площадь, как отражение военной тематики в культурно-историческом наследии Ростова-на-Дону 2017 йыл 17 август архивланған.
Ҡалып:Rostov-on-Don-stub Ҡалып:Улицы, площади и мосты Ростова-на-Дону