Гарбуз Александр Викторович
Гарбуз Александр Викторович (20 май 1947 йыл) — ғалим, университет уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты, доцент. СССР һәм Рәсәй сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәтселек белгесе. Рус авангардын һәм Хлебников ижадын төплө өйрәнеүсе.
Гарбуз Александр Викторович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 20 май 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | сәнғәт тарихы[d] |
Уҡыу йорто |
Башҡорт дәүләт университеты Өфө сәнғәт училищеһы |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Әүҙемлек урыны | Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Көнсығыш университеты[d] |
Биография
үҙгәртергәАлександр Викторович Гарбуз 1947 йылдың 20 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
Өфө сәнғәт училищеһы|ның оркестр класын һәм Башҡорт дәүләт университеты|ның «Рус теле һәм әҙәбиәте» факультетын тамамлаған.
1971 йылдың 19 мартында РСФСР Енәйәт кодексының 190-сы статьяһы буйынса (СССР-ҙың дәүләт һәм ижтимағи ҡоролошона яла яғыу, яманлау) ғәйепләнә һәм бер йылға ҡулға алына, 1992 йылдың 7 сентябрендә аҡлана[1].
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: урыҫ авангарды һәм халыҡ мәҙәниәте, сәнғәттең үҙ-ара эш төрҙәре, ижади психология.
Көнсығыш университетының социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы доценты, Башҡорт дәүләт аграр университеты|ның культурология һәм тарих кафедраһы доценты.
Культурология, донъя мәҙәниәте тарихы, икенсел модель семиотик системаһы, шәхес-ара аралашыу һәм коммуникациялар, риторика, дөйөм психология курстары буйынса лекциялар алып барыусы.
2009 йылдан алып ай һайын «Рампа. Башҡортостан Мәҙәниәте» журналының «Донъя мәҙәниәте телдәре» рубрикаһын даими алып барыусы.
«Авангард сәнғәте: донъяуи аралашыу теле» тип исемләнгән беренсе халыҡ- ара конференцияны (1993, Өфө) ойоштороусылар (Альмира Янбухтина менән берлектә)
Немец телен белә.
Өфөлә йәшәй.
Ижади һәм йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу
үҙгәртергә- ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы (1995)
- Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы (АИС) ағзаһы
Библиографик белешмә
үҙгәртергә- В. В. Хлебников. А. Н. Афанасьева (мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни. йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1984. — 124—132 биттәр;
- В. Хлебниковтың мифик ижадында ҡояш символикаһы(мәҡәлә). — РСФСР халыҡтары фольклоры. Межвуз. фәнни.йыйынтыҡ — Өфө: БДУ,1986. — 121—130 биттәр;
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Cәнғәт ассоциацияһы сайтында Александр Гарбуз 2019 йыл 7 ноябрь архивланған.