Гайрабетов йорто
Гайрабетов йорто — Таганрог ҡалаһының үҙәк өлөшөндә боронғо өс ҡатлы йорт. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта унда Чехов исемендәге Таганрог педагогия институтының сит телдәр факультеты урынлашҡан.
Гайрабетов йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Тарихы
үҙгәртергә1861 йылда Нахичеван сауҙагәре Карп Маркович Гайрабетов үҙенең ике ҡатлы йортон үҙәгртеп ҡорорға ҡарар итә. Йортто яңынан төҙөү Таганрог ҡалаһы архитекторы Михаил Прокопьевич Петров (1867 — 1873) проекты буйынса башҡарыла. Йортҡа өҫтәп ҡат төҙөлә, фасадын өс мөйөшлө фронтон менән һигеҙ колонна биҙәй. Беренсе ҡатында рельефлы һалыу башҡарылған.
Гайрабетов йортто һатып алғанға тиклем бында Таганрогтың популяр «Траттория» кафеһы урынлаша. 1860 йылдан йортта коммерция йыйылышы клубы, һуңынан — йәмәғәт йыйылышы урынлаша. Йорттоң өлөшөн аяҡ кейемдәре магазины (хужаһы Т. И. Ильенко), ирҙәр эшләпәләре (хужаһы И Лев), велосипед, тегеү машинкаһы һ. б. (И. Розенштейн) магазиндары биләй. Шулай уҡ А. Г. Карелиндың «Тәмәке» һәм «Сәй» магазиндары була.
Беренсе донъя һуғышы йылдарында йортта лазарет йорто эшләй. Октябрь революцияһынан һуң йортта профсоюз хеҙмәткәрҙәре йорто, музей һәм Атаман полкы клубы, губерна курстары биләй.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң йортта Аҙыҡ-түлек техникумы эшләй, 1955 йылдан Педагогия институты йорто урынлаша.
«Гайрабетов йорто» бинаһы федераль әһәмиәттәге тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБина хәҙерге ҡиәфәтен 1861 йылда үҙгәртеп ҡоролғандан һуң ала. Бинаның фасадында һигеҙ колонна төҙөлә, бинаның үҙәк өлөшө өс ҡатҡа тиклем өҫтәп төҙөлә. Беренсе ҡат тәҙрәләре бөҙрә таш менән биҙәлә, икенсе ҡаттағы тәҙрәләре өҫтөнән кронштейндарҙа сандриктар башҡарыла. Кәртәләп алынған колонналары икенсе ҡатта балкон барлыҡҡа килтерә.
Урамы яғынан бинаға бер нисә инеү урыны була.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта бинала Чехов исемендәге Таганрог педагогия институтының сит телдәр факультеты урынлашҡан.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Таганрог Энциклопедия. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — С. 512 — ISBN 5-7509-0662-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Петровская улица, д. 68 2017 йыл 2 март архивланған.. Объекты культурного наследия федерального значения.
- Дом Гайрабетова 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.