Гайнет Кирстен
Кирстен Гайнет (тулы исеме: Айгөл Миннихан ҡыҙы Ғәйнетдинова [1]; тыу. 12 сентябрь 1989 йыл, Инйәр, Белорет районы) — башҡорт режиссеры, сценарист, оператор һәм документаль кино продюсеры.
Кирстен Гайнет | |
| |
Исеме |
Кирстен Миннихан ҡыҙы Ғәйнетдинова |
---|---|
Тыуған көнө |
12 сентябрь 1989 (35 йәш) |
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
режиссёр, сценарист, оператор, продюсер |
Карьераһы |
2006 – х. в. |
Йүнәлеше |
Документаль фильм |
Наградалары |
«Изге Анна» (2018) |
IMDb | |
Биографияһы
үҙгәртергәКирстен 1989 йылдың 12 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Инйәр ҡасабаһында (хәҙер ауыл) тыуған. Милләте буйынса башҡорт[2]. Эвита (Алһыу) исемле игеҙәк туғаны бар, ул Башҡортостандың популяр шағирәһе.[3]
13 йәшендә Кирстен фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен тамамлай. 2009 йылда Өфөлә медицина колледжын тамамлай. Һуңынан Екатеринбургта РДППУ ҡарамағындағы сәнғәт институтының экран сәнғәте факультетына уҡырға инә (В. С. Киреев оҫтаханаһы). Икенсе курсты тамамлағандан һуң Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение институтына (Б. В. Тимковский оҫтаханаһы), бер үк ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтының сәнғәт факультетының штаттағы (көндөҙгө) бүлегенә күсә (Ю. Н. Фетинг оҫтаханаһы)[4]
2014 йылда диссертация сифатында «Живи, солдат, живи» («Йәшә, һалдат, йәшә») документаль ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрә[5]. Фильм күп кенә халыҡ-ара һәм Рәсәй кинофестивалдәрендә, шул иҫәптән «Послание к человеку» («Кешегә мөрәжәғәтнамә»), «Сталкер», «Святая Анна» («Изге Анна»), Македонияла AsterFest һәм башҡа фестивалдәрҙә күрһәтелә[6].
2015 йылда Кирстен Мәскәүгә күсеп килә һәм Горький исемендәге киностудияла төшөрөү техникаһы цехы начальнигы булып эшләй. Йыл ярымдан һуң «Мосфильм»ға Элина Суниҙың «Мой лучший друг» («Минең иң яҡшы дуҫым») фильмында режиссер ярҙамсыһы булып күсә.[7]
Шул уҡ ваҡытта Салауат башҡорт дәүләт драма театры — «Ете ҡыҙ театры»[8] тарихы тураһында үҙенең документаль фильмын төшөрә, ул 2017 йылда сыға, бер нисә кинофестивалдә күрһәтелә һәм наградаларға лайыҡ була[9]. 2018 йылда месхет төрөктәре халҡын депортациялау тарихы тураһында уның «О чём грустит наш дом» («Беҙҙең йорт нимә тураһында ҡайғыра») документаль фильмы сыға. Фильм 50-нән ашыу кинофестивалдә күрһәтелә һәм бик күп наградаларға лайыҡ була.
2019 йылда тулы метражлы «Жена» («Ҡатын») документаль фильмы сыға. Фильм Артдокфест кинофестивалендә күрһәтелә һәм «Лавровая ветвь» премияһына номинациялана.[10]
2022 йылда Кирстендың «Завтра наступит вчера» («Иртәгә кисә килә») исемле яңы тулы метражлы фильмы сыға.
Кирстен үҙенең ижадында кеше хоҡуҡтары һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлау темаларына иғтибар итә.
2016 йылдан алып Истанбулда (Төркиә) йәшәй.[11]
Рәсәй кинематографистар союзы (2020 йылдан)[12], Рәсәйҙең нәфис булмаған кино һәм телевидение гильдияһы[13], Рәсәй фотоһүрәтселәр союзы (2021 йылдан) ағзаһы[14].
«Аҡ кош» документаль киностудияһының продюсеры һәм режиссеры.[15]
Фильмографияһы
үҙгәртергә- 2007 — Царапина — актриса
- 2012 — Пьеса без чёрных клавиш (Ҡара төймәләрһеҙ пьеса)— режиссёр, сценарист, оператор, продюсер
- 2013 — Король тыковок — режиссёр, оператор
- 2015 — Живи, солдат, живи (Йәшә, һалдат, йәшә) — режиссёр, оператор, продюсер
- 2015 — Они ушли танцевать (Улар бейергә китте) — оператор
- 2017 — Мой лучший друг (Минең иң яҡшы дуҫ) — режиссёр ассистенты
- 2017 — Театр семи девушек (Ете ҡыҙ театры) — режиссёр, сценарист, оператор, продюсер
- 2018 — О чём грустит наш дом (Беҙҙең өй нимә ткраһында ҡайғыра) — режиссёр, сценарист, оператор, продюсер
- 2019 — Жена (Ҡатын) — режиссёр, сценарист, оператор
- 2022 — Завтра наступит вчера (Иртәгә кисә килә) — режиссер, продюсер
- 2022 — Перформанс — режиссер
Наградалары
үҙгәртергә- «Живи, солдат, живи» («Йәшә, һалдат, йәшә») фильмы
- 2015 — Македонияла Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы AsterFest кинофестивалдең иң яҡшы документаль фильмы өсөн «Бронза дағаһы»[16]
- 2015 — 15-се Халыҡ-ара студенттар кинофестиваленең Махсус Kısaca премияһы[17]
- «Театр семи девушек» («Ете ҡыҙ театры») фильмы [18]
- 2017 — Истанбулда «Төрки донъя» халыҡ-ара документаль кинофестивалендә Тевфик Исмаилов исемендәге махсус премия[19]
- 2017 — «Волоколамск сик буйы» халыҡ-ара хәрби-патриотик фильм фестивале — «Тылда ҡаһарманлыҡ темаһын үҙенсәлекле хәл иткән өсөн» жюри дипломы
- 2018 — «ЗА!» халыҡ-ара авторҙар киноһы кинофестивале — «Иң яҡшы документаль фильм»
- 2018 — «Изге Анна» асыҡ студенттар һәм дебют фильмдары фестиваленең Патриот премияһы
- 2018 — Халыҡ-ара кинофестиваль Benicia Film Festival — «Сәнғәт тураһында иң яҡшы фильм»[20]
- «О чём грустит наш дом» («Беҙҙең өй нимә тураһында ҡайғыра») фильмы
- 2018 — Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале — «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы документаль фильм»[21]
- 2018 йыл — «Һарытау ғазаптары» фестиваленең «Тылсымлы фонарь» киноклубының махсус призы.
- 2018 — Испанияла International film festival for democratic memory — «Йәштәрҙең махсус премияһы»
- 2018 — Норвегияла WENIFF West Nordic Халыҡ-ара кинофестивале — Иң яҡшы документаль фильм
- 2019 — Лебула (Чили) 19-сы халыҡ-ара кинофестиваль — Иң яҡшы сит ил документаль фильмы
- 2019 — «Сталкер» халыҡ-ара кинофестивалендә БМО-ның ҡасаҡтар буйынса Юғары комиссары идаралығының махсус премияһы[22]
- «Жена» («Ҡатын») фильмы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [1]
- ↑ Донъяның ҡояшлы яғында . журнал Башкортостан кызы | Башҡортостан ҡыҙы журналы. Дата обращения: 25 сентябрь 2021. Архивировано 25 сентябрь 2021 года.
- ↑ Минзаля Аскарова. Популярная поэтесса из Башкирии Эвита Гайнет: "Я не смогу отказаться от поэзии ради любви". 2017-02-28 . Пруфы.
- ↑ Ильдар Ахияров. Театр Кирстен Гайнет . Газета Республика Башкортостан (15 октябрь 2019). Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 25 сентябрь 2021 года.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. Андрей Королёв. [ ]. 2018-02-07 . Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2015-06-01 . - ↑ Как башкирская девушка Кирстен Гайнет стала "главнокомандующим" авторской документалистики . Молодёжная газета (Башкортостан) (3 октябрь 2016).
- ↑ UTV. История башкирского театра вдохновила режиссера из Турции на съемки фильма . Дата обращения: 25 сентябрь 2021. Архивировано 25 сентябрь 2021 года.
- ↑ Мусульманка снимает кино о театре . Алиф ТВ (20 апрель 2017). Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 21 апрель 2021 года.
- ↑ Премия Лавр 2019. Лучший дебют . Артдокфест.
- ↑ Режиссёр Кирстен Гайнет: «Я счастлива рассказывать об исламе и мусульманах» . Исломасфера (7 май 2018). Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 21 апрель 2021 года.
- ↑ Лейла Аралбаева. Союз кинематографистов Башкортостана отметил Международный день кино . Башинформ (28 декабрь 2020). Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 18 ғинуар 2021 года.
- ↑ Гайнетдинова Кирстен Миннихановна . Гильдия неигрового кино и ТВ. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 4 сентябрь 2019 года.
- ↑ Гайнет Кирстен Миннихановна . Союз фотохудожников России. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. Архивировано 18 февраль 2020 года.
- ↑ Кирстен Гайнет . Ак кош.
- ↑ Лейла Аралбаева. Фильм про башкира-чернобыльца получил «бронзу» на кинофестивале в Македонии . Башинформ (2 июнь 2015).
- ↑ Genç Yönetmenler Kısa-ca’da Ödüllerine Kavuştu . Hürriyet (23 октябрь 2015).
- ↑ Награлы . Ак кош.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ]. 2017-10-02 . Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. Лейла Аралбаева. [ ]. 2018-08-01 . Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Объявлены имена победителей XIV Казанского международного фестиваля мусульманского кино. 2018-09-11 . Казанский кинофестиваль. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Итоги XXV международного фестиваля фильмов о правах человека «Сталкер» 2019. 2019-12-16 . Сталкер. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Премия «Лавровая ветвь»-2019 объявляет итоги первого тура. 2019-10-12 . Лавровая ветвь. Дата обращения: 22 сентябрь 2021. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Лейла Аралбаева. Документальный фильм Кирстен Гайнет «Жена» стал лауреатом кинофестиваля в Греции. 2020-08-11 . Башинформ. Дата обращения: 22 сентябрь 2021.