В. Ф. Комиссаржевская исемендәге Дон драма һәм комедия театры

В. Ф. Комиссаржевская исемендәге Дон драма һәм комедия театры йәки Казак драма театры — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһындағы Рәсәй театры. 1825 йылда нигеҙ һалына, Дондың иң боронғо театрҙарының береһе. Хәҙер1909 йылда архитектор А. Н. Бекетов проекты буйынса Платов проспекты., 72 төҙөлгән бинала урынлашҡан.

В. Ф. Комиссаржевская исемендәге Дон драма һәм комедия театры
Казак драма театры

Театрҙың төп фасады, 2006 йыл
Эшләй башлаған

1825 йыл

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Новочеркасск

Адресы

Платов пр., 72

Телефон

+79518341918

47°24′44″ с. ш. 40°06′13″ в. д.HGЯO

Архитектор

Бекетов Алексей Николаевич

Төҙөлөш

1909 йыл

Етәкселәре
Директоры

П. Ю. Конышева

Баш режиссёр

А. Г. Восканян

Баш балетмейстер

Е. А. Мещерякова

Главный хормейстер

И. П. Вакула

Ссылки

kazak-teatr.ru

 В. Ф. Комиссаржевская исемендәге Дон драма һәм комедия театры
Казак драма театры Викимилектә

Драма һәм комедия театры Новочеркасскта 1825 йылда нигеҙләнә, быға тиклем гастролдәрҙә йөрөүсе труппаларҙан тора. 1866 йылда үҙенең бинаһына (хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланмаған) эйә була, императорҙыҡы тип иҫәпләнмәһә лә, дәүләт статусын йөрөтә. Актёрҙар составы Рәсәйҙең көньяғындағы алдынғы провинциаль артистарҙан туплана. Атап әйткәндә, унда төрлө ваҡытта Михаил Щепкин, Николай Рыбаков, Гликерия Федотова, Мария Савина, Полина Стрепетова, Александр Ленский, Николай Рощин-Инсаров, Василий Андреев-Бурлак, Иван Киселевский, Митрофан Иванов-Козельский һ.б. кеүек билдәле театраль эшмәкәрҙәр уйнай[1].

Билдәле булыуынса, 18911894 йылдар осоронда театр директоры булып күренекле Рәсәй театр эшмәкәре Николай Синельников эшләй. Уның етәкселегендә провинциаль сәхнәлә беренсе тапҡыр Л. Н. Толстойҙың «Плоды просвещения» комедияһы ҡуйыла. Унда профессиональ кимәлдә билдәле рус актирсаһы Вера Комиссаржевскаяның (һуңыраҡ театрға уның исеме бирелә) дебюты була. Новочеркасский театры 1896 йылда беренселәрҙән булып А . П. Чеховтың «Чайка»һын ҡуя.

Граждандар һуғышы йылдарында театр Дондың бөйөк ғәскәре ҡарамағында була. Совет осоронда уның репертуары үҫешенә совет драматургы Константин Тренев ҙур өлөш индерә. 1964 йылдан театр В. Ф. Комиссаржевская исемен йөрөтә. Уның танылған совет актёрҙары — атҡаҙанған артистар Вениамин Панов, Петр Вельяминов. 1966 йылда театр Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тергеҙелгән элекке Ҡыҙыл Армия йортона (Платовский проспекты, 72; архитектор А. Н. Бекетов проекты буйынса 1909 йылда төҙөлә) күсенә һәм әлегәсә шунда[2].

19902013 йылдарҙа — директор, һуңынан художество етәксеһе вазифаһын атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Леонид Шатохин биләй. Уның етәкселегендә театр юғалтылған казак мәҙәниәтен тергеҙеүгә йүнәлеш ала һәм 1991 йылда икенсе «Казак драма театры» исемен ала. Ойошторған ижади лаборатория сиктәрендә Шатохин казак тематикаһына бағышланған бер нисә мөһим, шул иҫәптән, С. А. Есениндың «Пугачев», һәм Ростов драматургы В. Я. Пучеглазовтың «Атаман» спектаклдәрен ҡуя. Ун биш йыл дауамында Ярославль дәүләт театр институтының актёрҙар бүлеге филиалы эшләй — дүрт актёрҙар курсы сығарыла[3].

1998 йылда Европа стандарттарына тап килгәне өсөн Казак театры"Прогресс хаҡына партнерлыҡ" Париж халыҡ-ара ассоциацияһының «Алтын пальма» наградаһына лайыҡ була. 1999 йылда илдең иң яҡшы мәҙәниәт ойошмалары һәм театр коллективтары араһына инеп, «Гран-При» призына лайыҡ була. Шул уҡ йылда ҡуйылған А. Н. Островскийҙың «Женитьба Бальзаминова» спектакле «Русская комедия» фестиваленең призына лайыҡ була. 2000 йылда Шатохин сәхнәләштергән Ф. Гарсиа Лорканың «Кровавая свадьба»һы ҙур уңыш ҡаҙана — Ярославлдә Бөтә Рәсәй тетар мәктәптәре фестивале тарафынан бүләкләнә, Мәскәүҙә «Дон тетарҙары декадаһында» иң яҡшы режиссёр эше өсөн приз һәм Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары Өсөнсө Бөтә Рәсәй фестиваленнең дипломы менән бүләкләнә. 2003 йылда «Атаман» спектакле «Алтын Витязь» Беренсе Халыҡ-ара театрҙар форумының дипломына лайыҡ була.

2004 йылдан Дон театры рус телле театрҙарға ярҙам итеү президент программаһына индерелә. РФ Мәҙәниәт минитсрлығы, РФ тетар эшмәкәрҙәре союзы һәм Новочеркасск ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән "Комплимент" халыҡ-ара театр фестивале старт ала. 2006 йылда тетар Тыуған илгә һөйөүҙе һәм илһөйәрлекте пропагандалағаны өсөн Бөтә Рәсәй спектаклдәр конкурсы дипломы менән бүләкләнә. 2007 йылда француз драматургы Жан Ануйҙың "Оркестр" пьесаһын ҡуйып, иң яҡшы актёрҙар ансамбле өсөн диплом менән наградлана.

2011 йылда "Рәсәйҙең иң яҡшы предприятиеһы" премияһының ойоштороу комитеты эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса Казак театры илдең иң яҡшы йөҙ предприятиеһы исемлегенә инә һәм Бөтә Рәсәй конкурсының "Мәҙәниәт һәм ялды яҡшы ойоштороу"номинацияһында лауреат була. 2012 йылда тетар Новочеркасскта IV Бөтә донъя казактары конгресын ойоштороуҙа ҡатнаша. 2013 йылда Ростов өлкәһенең "Щукарские байки" театраль капустниктар фестивале еңеүсеһе була[4][5].

Репертуар

үҙгәртергә

2016 йылға ҡарата театр репертуарында түбәндәге спектаклдәр була:

  • «Идиот» Ф. М. Достоевский;
  • «Комната невесты» В. С. Красногоров;
  • «Поминальная молитва» Г. И. Горин;
  • «Жестокие игры» А. Н. Арбузов;
  • «Клинический случай» Р. Куни;
  • «Бесприданница» А. Н. Островский;
  • «Последняя любовь Насреддина» В. К. Константинов, Б. М. Рацер;
  • «Очень простая история» М. Ладо;
  • «Примадонны» К. Людвиг;
  • «Семь казачьих распевов» М. А. Шолохов, В. Я. Пучеглазов;
  • «Брачный договор» Э. Кишон;
  • «Вперед, гусары!» А. Гладков;
  • «Бабий бунт» Е. Н. Птичкин, М. А. Шолохов;
  • «Проделки Ханумы» А. А. Цагарели;
  • «Сказ про Федота-стрельца, удалого молодца» Л. А. Филатов;
  • «Слишком женатый таксист» Р. Куни;
  • «За двумя зайцами» М. П. Старицкий;
  • «Русская метель» Г. В. Свиридов, А. С. Пушкин.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Казачий драмтеатр всего на 20 лет моложе города. Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 21 декабрь 2016.
  2. Новочеркасский театр драмы и комедии им. В. Ф. Комиссаржевской. Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 21 декабрь 2016.
  3. Новочеркасский казачий театр пригласил зрителей на премьеру. Дон-ТР (7 ноябрь 2006). Дата обращения: 21 декабрь 2016.
  4. Казачий драматический театр. Театры России. Дата обращения: 21 декабрь 2016.
  5. Донской театр драмы и комедии им. В.Ф. Комиссаржевской. Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 21 декабрь 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә