Вәлиев Рифҡәт Нурый улы

Вәлиев Рифҡәт Нурый улы (15 октябрь 1931 йыл) — конструктор. 1962—1993 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).

Вәлиев Рифҡәт Нурый улы
Тыуған көнө 15 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (93 йәш)
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы

үҙгәртергә

Рифҡәт Нурый улы Вәлиев 1931 йылдың 15 октябрендә Татар АССР-ының Ташлыҡ ауылында тыуған. 1962 йылда Ҡазан авиация институтын тамамлаған. 1993 йылға тиклем Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй: 19641972 йылдарҙа, 19751981 йылдарҙа һәм 19861992 йылдарҙа конструкторҙар бюроһы начальнигы, 19721975 йылдарҙа цех начальнигы, 1981 йылдан алып баш конструктор урынбаҫары, 19841986 йылдарҙа баш конструктор.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Вәлиев Рифҡәт Нурый улы етәкселегендә «Космос» сериялы юлдаштар өсөн команда‑иҫәпләү һәм иҫәпләү ҡорамалдары, «Восток», «Восход», «Союз» сериялы йыһан караптары, «Салют», «Мир» орбиталь станциялары, «Прогресс» йөк ташыу карабы өсөн борт ҡоролмалары комплекттары, граждандар һәм хәрби самолёттарҙың пилотаж‑навигация комплекстары өсөн аппаратура эшләп сығарыу үҙләштерелә. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1976).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1976).

Һылтанмалар

үҙгәртергә