1885

Иҫтәлекле урын
Врангель йорто
Файл:Н Г Врангель утар йорто, Гәзит урамы, 8.JPG
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Гәзит тыҡырығы, 8-се йорт
Төҙөлгән ваҡыты 1885

Врангель йорто1885 йылда архитектор Н. А. Дорошенко проекты буйынса Дондағы Ростовта төҙөлгән йорт[1]. Был йортта Аҡ хәрәкәт етәксеһе Петр Николаевич Врангель бала сағын һәм үҫмер йылдарын үткәргән[2]. Врангель йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3]. Әлеге мәлдә бина насар хәлдә һәм реставрациялауға мохтаж[4].

Ҡазан (хәҙерге Гәзит) тыҡрығындағы утар йорто 1885 йылда архитектор Николай Александрович Дорошенко проекты буйынса төҙөлгән. Йорт башта төрлө хужаларға ҡараған әммә бер аҙҙан уны барон Николай Егорович Врангель һатып алған. Йортта Врангелдең барлыҡ ғаилә ағзалары йәшәгән. Николай Егорович сәнғәт фәне ғалимы, яҙыусы һәм антиквариат коллекционеры булған. Уның ҡатыны Мария Дмитриевна Ростовта беренсе ҡатын-кыҙҙар йәкшәмбе мәктәбен ойоштороусы булараҡ билдәле. Уларҙың өлкән улдары Петр Николаевич Врангель Граждандар һуғышы ваҡытындағы Аҡ хәрәкәттең лидеры булған.

Совет власы бинаны милли мөлкәткә әйләндергән, бында «Ут» 68 -се һанлы балалар баҡсаһы урынлашҡан. 1990-сы йылдарҙа балалар баҡсаһы ябылған , шунан бирле йорт ташландыҡ хәлдә торған. Ростов өлкәһе Хакимиәте Башлығының 1998 йылдың 9 октябрендә сыҡҡан 411-се ҡарары буйынса Врангель йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫы итеп дәүләт һаҡлауына бирелгән. 2006 йылда буш торған йорт Ростов епархияһына уның тарафынан төҙөлөү һәм тергеҙеү, аяҡҡа баҫтырылыу шарты менән арендаға бирелгән[5]. Епархия бинаны реставрациялау һәм унда һәм унда ағартыу эштәре алып барыу үҙәге музейын ойоштороға планлаштырған[6]. 2011 йылда йортта А. И. Солженицын музейын ойошторорға уйлағандар, сөнки шул осорға арналған экспозиция ике шәхестең дә эшмәкәрлегенә ҡағылған[7]. Әммә Ростов епархияһы Врангель йортон реставрациялау өсөн аҡса таба алмаған. 2012 йылда ғына йоттоң ҡыйығы алыштырылып, тәҙрәләренә ваҡытлыса пластик пакеттар ҡуйылған. Дөйөм алғанда, һуңғы алты йыл эсендә бина бик ҡыҙғаныс хәлгә төшкән. 2011 йылдың сентябрендә йорт янында архитектура ҡомартҡыһын һаҡлап алып ҡалыуға иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн йәмәғәт ойошмаһы акцияһы үткәрелә[8]. 2013 йылдың мартында Ростов епархияһы Врангель йортон реставрациялау өсөн йортто 9 миллион һумға һатты. Йыйылған аҡсаларҙы Епархия Рождество Пресвятой Богородицы сиркәүен реставрацияланы.үткәрҙе реставрация соборы Рождествоһы Престо Богородицы. Яңы бинаның хужаһы- ЯСЙ « Механизациялау идаралығы».

2015 йылда ҡала хакимиәте кәңәшмәһендә Врангель йортон емереп, урынына уның күсермәһен төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Архитектура ҡомартҡыһын реставрациялау 130 млн. һум, ә уның күсермәһен төҙөү ― бары 20 млн. һум талап итә. Йортто емереү менән йәмәғәтселек килешә алмай, һәм был фекер бик ҡаты тәнҡит утына эләгә[9].

2016 йылда бинала реконструкция үткәрергә һәм унда йәштәр клубы асырға планлайҙар. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, төҙөкләндереүгә сығымдар яҡынса 115 миллион һум тәшкил иткән[10].

Реставрациянан һуң йортта Врангель музейы асылырға тейеш булынған. Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Горбань әйтеүе буйынса реставрация эштәре инвесторҙар тарафынан үткәрелеп, һуңынан ҡала хакимиәте ремонтланған йортто арендаға алырға тейештәр. Йортта генерал Врангелгә һәм XIX быуат аҙағы ― XX быуат тарихына бағышланған экспозиция урынлаштырыласаҡ[11][12]. Уның фекеренсә, был туристарҙы ҡалаға ылыҡтырып, ҡалаға файҙа килтерәсәк сара булып торасаҡ[13].

2017 йылдың башында йорт реставрацияланмаған, ә, киреһенсә, вандализм актына эләккән[14][15].

Архитектур үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Йорттоң Гәзит тыҡырығына сығып торған алғы яғы матур декоратив биҙәктәр менән семәрләп биҙәлгән. Йорт үҙенең ҡулланышына яраҡлы торлаҡ һәм ярҙамсы бүлмәләргә бүленгән. Төп инеү урыны ике колонналы дорик портиклы дүртмөйөшлө аттик менән үҙенә арбап тора. Интерьерында боронғо һылап семәрләп эшләнгән биҙәктәр .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ростовская епархия продала дом Врангеля. Новая газета (8 март 2013). Дата обращения: 15 сентябрь 2013. 2016 йыл 5 март архивланған.
  2. Ирина Ароян. Детский сад мой и Врангеля. Московский комсомолец (27 март 2013). Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  3. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  4. Епархия продала домик Врангеля в Ростове-на-Дону. РИА Новости (6 март 2013). Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  5. Дом барона Врангеля: красота не спасла?  (рус.). 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  6. Владимир Левендорский. Печальный юбилей. voopiik-don.ru. Дата обращения: 15 сентябрь 2013.
  7. В доме Врангеля — музей Солженицына // Наше время : газета. — Ростов, 2011. — 23 декабря. — № 623.
  8. Админ. «Красота спасёт красоту». (билдәһеҙ). voopiik-don.ru. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.
  9. правды», Александр СТЕПАНОВ | Сайт «Комсомольской. Старинному особняку баронов Врангелей в центре Ростова грозит снос  (рус.), KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (13 февраль 2015). 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  10. Алексей Сакунов. Новый собственник дома Врангеля в Ростове хочет сделать в нём молодёжный клуб. donnews.ru (26 июнь 2013). Дата обращения: 15 сентябрь 2013. 2013 йыл 30 апрель архивланған.
  11. Репортер, Городской. В отреставрированном доме Врангеля откроют музей  (рус.), Городской репортер – новости Ростова-на-Дону (14 сентябрь 2015). 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  12. Дом Врангеля в Ростове восстановят в 2016 году. www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.
  13. В Ростове восстановят дом Врангеля  (рус.), Большой Ростов. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  14. Вандальная надпись появилась на Доме Врангеля в Ростове  (рус.), Privet-Rostov.ru - Главные новости Ростова и Ростовской области. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.(урыҫ.), Privet-Rostov.ru — Главные новости Ростова и Ростовской области. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.
  15. Вандалы в Ростове захватили Дом Врангеля и потребовали насилия над детьми. bloknot-rostov.ru. Дата обращения: 30 ғинуар 2017.(урыҫ.). bloknot-rostov.ru. 30 ғинуар 2017 тикшерелгән.