Воронеж дәүләт медицина университеты
Н.Н. Бурденко исемендәге Воронеж дәүләт медицина университеты (ВГМА) — Воронеж ҡалаһында юғары медицина уҡыу йорто. 2015 йылға тиклем академия, унан алда институт[3].
Воронеж дәүләт медицина университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Воронежский государственный медицинский университет им. Н. Н. Бурденко[1] |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Воронежский государственный медицинский университет |
Кем хөрмәтенә аталған | Николай Нилович Бурденко[d][1] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Воронеж |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы[2] |
Рәсми сайт | vrngmu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Воронежского медицинского университета[d] |
Воронеж дәүләт медицина университеты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәН.Н. Бурденко исемендәге Воронеж дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең иң боронғо юғары медицина уҡыу йорттарының береһе булып тора.
1801 йылдың 12 апрелендә Александр I указы менән Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышында Дерпт (һуңғараҡ Юрьевский, хәҙерге Тартус) университеты ойошторола, уны асыу тантанаһы 1802 йылдың 21 апрелендә уҙа.
Дерпт университетының медицина факультетын тамамлап, ә һуңынан күренекле ғалим һәм уҡытыусы булып киткәндәр: витаминдар тураһында тәғлимәткә нигеҙ һалыусы Н.И. Лунин; аш һеңдереү органдары ауырыуҙары тураһында тәғлимәттәр авторы Н.И. Лепорский; совет нейрохирургияһына нигеҙ һалыусы Н.Н.Бурденко. Хирургияла күп йүнәлештәргә нигеҙ һалыусы Н.И.Пирогов та Дерпт университетында белем алған.
1918 йылдың февралендә немец ғәскәрҙәре Юрьев ҡалаһын биләй. Университет немец уҡыу йорто статусын ала, ә рус бүлексәһе ябыла һәм 1918 йылдың йәйендә Воронеж ҡалаһына эвакуациялана. Воронеж ҡалаһына килгән медицина факультеты профессорҙар араһында хирург Н. Н. Бурденко, акушер-гинеколог С. Михнов, окулист А. Ғ. Люткевич, судмедэксперт А. Игнатовский, педиатр Н.И. Красногорский, анатом И.В. Георгиевский, терапевт П.И.Филосов һәм башҡа күренекле ғалимдар була.
1918 йылдың 12 ноябрендә Воронеж университетының барлыҡ факультеттарында дәрестәр башлана. 1919 йылдың майында Воронеж ерендә медицина факультетының 75 табибы сығарыла. 1930 йылдың декабрендә Воронеж университетының медицина факультеты үҙ аллы медицина институты итеп үҙгәртелә һәм ике факультеттан - дауалау һәм санитар-гигиена факультетынан тора.
Рәсәйҙең эре ғилми-педагогик һәм дауалау-диагностика үҙәктәренең береһе булараҡ 1994 йылдың июнендә Н.Н. Бурденко исемендәге Воронеж дәүләт медицина институты медицина академияһы статусын, ә 2015 йылда университет статусын ала.
Төрлө йылдарҙа Воронеж дәүләт медицина университетында медицина фәнен һәм практик һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән күренекле ғалимдар эшләй, мәҫәлән, нейрохирург, СССР Медицина Фәндәре академияһының беренсе президенты, медицина хеҙмәте генерал-полковнигы Николай Нилович Бурденко, 1977 йылда Воронеж медицина институтына уның исеме бирелгән; СССР-ҙың МФА академиктары физиолог Д. А. Бирюков, анатом Д. А. Жданов; СССР-ҙың МФА терапетары Н.И. Лепорский, Н. Куршаков, гистолог А. Войткевич, стоматолог А. И. Евдокимов; атҡаҙанған фәндәр эшмәкәре офтальмолог А.И. Покровский.
Университетта 1000-дән ашыу уҡытыусы белем бирә һәм консультация ярҙамы күрһәтә, улар араһында 140 фән докторы һәм профессор, 532 фән кандидаты, 4 атҡаҙанған фән эшмәкәре, 7 юғары мәктәп хеҙмәткәре, 2 атҡаҙанған уйлап табыусыһы, 34 атҡаҙанған табип, 40-тан ашыу милли һәм халыҡ-ара йәмәғәт академияһы ағзаһы бар.
Әлеге ваҡытта 7500-ҙән ашыу уҡыусы Воронеж дәүләт медицина университетында белем ала, ә 1918 йылдан алып бөтәһе 60 000-дән ашыу белгес әҙерләнгән.
2006 йылда Ватан медицинаһын һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн академия М. Ломоносов ордены менән бүләкләнгән.
Факультеты һәм институты
үҙгәртергә- Дауалау
- Педиатрия
- Стоматология
- Фармацевтика
- Медик-профилактик
- Шәфҡәт туташы мәғарифы институты
- Юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү факультеты
- Халыҡ-ара медицина мәғарифы һәм хеҙмәттәшлек институты
Рейтингтары
үҙгәртергә2010 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, Бөтә Рәсәй дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең ҡабул итеү алымдары, Мәскәү дәүләт университеты һәм Санкт-Петербург дәүләт университеты араһында 4-се урынды биләй[4].
2014 йылда "Эксперт РА" агентлығы юғары уҡыу йортона "Мәктәп тамамлаусылар әҙерләү кимәле" билдәһе аҫтында "D рейтинг класын бирә[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Официальный сайт университета
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Воронежская медакадемия стала университетом
- ↑ Просмотр Рейтинг качества приема в российские вузы −2010 . Дата обращения: 8 май 2020. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2019 года.
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений стран СНГ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт университета 2020 йыл 2 декабрь архивланған.
- Портал студентов ВГМУ