Вольга Святославич

рус былиналары персонажы

Вольга Святославич (шулай уҡ Волхв Всеславич[1] йәки Волх Всеславьевич) — батыр, рус былиналары персонажы. Был геройҙың төп үҙенсәлектәре булып әүермәнлек һәләте тора һәм ҡоштарҙың, балыҡтарҙың һәм йәнлектәрҙең телен аңлай белеү була.

Вольга Святославич
Рәсем
Зат ир-ат
Сверхчеловеческая особенность или способность перевоплощение[d]
 Вольга Святославич Викимилектә
Иван Билибин. «Вольга үҙенең дружинаһы менән».

Вольга менән Волхвты тиңләштереү фольклористикала дөйөм ҡабул ителмәгән.[2] Бәлки, был төрлө геройҙар эпостың һуңғы осоронда исемдәрҙең оҡшашлығы арҡаһында сәсәндәрҙең аңында ҡушылғандыр.

Образдың килеп сығышы үҙгәртергә

 
Рябушкин А. П. «Вольга Всеславьевич». 1895

Волх Всеславьевичтың былиналы фигураһында архаик һыҙаттар күп, шуға күрә ул рус фольклорында иң боронғо персонаждарҙың береһе тип һанала. В. Ф. Миллер фекеренсә, тәүҙә ул йәшенле болот образы була, быға Вольга (күк күкрәү) тыуғанда тәбиғәттәге һелкенеү һәм әүермәнлек булыуын, йәғни һауа хәрәкәте йоғонтоһонда болот формаһының даими һәм тиҙ үҙгәреүен күрһәтә.

Герой исеме «волхв» һүҙенән килеп сығыуы фаразлана (уртаҡлыҡ исемен яңғыҙлыҡ исеменә әйләндереү юлы менән).

Вольга тураһындағы боронғо мәғлүмәттәр нигеҙендә боронғо славяндарҙың мифологияһын өйрәнеүселәр хатта боронғо славян аллаһын Волхвты реконструкциялай (ярайһы уҡ бәхәсле).

«Тарихи мәктәп» яҡлылар[3] былиналарҙы өйрәнеүҙә Вольганың прототибы кенәз Всеслав Полоцкий булған тип фаразлайҙар.

Төп сюжеттары үҙгәртергә

1. Батырҙың тыуыуы үҙгәртергә

Вольга — йыландың һәм кенәз ҡыҙы Марфа Всеславьевнаның улы, Марфа яңылыш йыланға баҫып, мөғжизәле рәүештә Вольгаға ауырға ҡала. Йылан ныҡ асыулана, әммә марфа Всеславьевнаны күреп, ғашиҡ була. Вольга донъяға килгәс, ер һелкенә һәм бөтә тереклектә ҡурҡыу тойғоһо уяна, был уны ниндәйҙер стихиялы көс кәүҙәләнеше итеп күрһәтә. Вольга көнләп түгел, сәғәтләп үҫә, һәм оҙаҡламай, дошманға ҡаршы көрәшеү генә түгел, китаптар уҡып, төрлө хайуандарға әйләнеп ҡарай алырлыҡ ҡеүәтле батырға әйләнә.

Был хикәйә хайуандар тураһында кеше ата-бабалары булараҡ һәм хайуан-атанан бөйөк һунарсы һәм волхвтың тыуыу мөмкинлеге тураһындағы боронғо күҙаллауҙарҙы һаҡлай.

2. Һиндостан батшалығына походы үҙгәртергә

Вольга тураһында былинаның үҙәк моменты — уның алыҫ батшалыҡҡа: һинд, төрөксолтаны Сөләймән ерҙәренә һәм башҡаларға походы. Ул дружина йыя. Уны бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн ул бүре һәм ыласынға мөрәжәғәт итә, һунар кейектәре менән дружинниктарын ашата. Походтың уңышы Вольганың аҡылы менән бәйле була. Ул аҫ булып дошмандың уҡ-йәйәләрен боҙа, бүре булып аттарҙың тамағын тешләп өҙә һ.б. Дружина ҡаршылыҡлы стеналарҙы йырып сыҡһын өсөн, һуғышсыларҙы ҡырмыҫҡаға әйләндерә, ә ҡала диуарҙарында уларға кеше ҡиәфәтен ҡайтара. Еңеүсе үлтерелгән батшаның ҡатынына өйләнә, ә яугирҙәренә урындағы ҡыҙҙарҙы бирә. Үҙе батша булып китә.

Поход тураһында былина 11 яҙмала һаҡланған.

 
Иван Билибин. Вольга һәм һабансы Микула Селянинович

3. Микула Селянинович менән осрашыу үҙгәртергә

«Хәйләкәрлек-аҡылда» Вольганы уҙып киткән иҫ киткес һабансы менән осрашыу. Гурчевец һәм Ореховец ҡалаларынан һалым йыйыу ваҡытында Вольга һабансы Микула Селяниновичты осрата. Микула Гурчевец ҡалаһының һалым йыйыусыларына зарлана, улар ябай ирҙән өс тапҡыр арттырып һалым ала, һәм уларҙы ҡомһоҙлоғо өсөн ҡамсы менән яза биреүе тураһында һөйләй. Микулала ҡөҙрәтле батырҙы күреп, Вольга үҙе менән һалым йыйыу өсөн дружинаға саҡыра. Китеп барғанда, Микула һуҡаһын ерҙә онотоп ҡалдырғанын иҫенә төшөрә. Вольга дружинниктарҙы ике тапҡыр был һуҡаны тартып сығарырға ебәрә, өсөнсө тапҡырға килеп үҙе бөтә дружина дә менән уға көсө етмәй. Микула бер ҡулы менән шул һуҡаны тартып сығара. Гурчевец һәм Ореховец ҡалаларына килеп, һуғыш ойошторалар һәм һалым йыялар.

Вольга Святославич һәм кенәз Олег үҙгәртергә

Бер ваҡыт Вольга Святославичты Рюриктан һуң кенәзлек иткән Зирәк кенәз Олег менән тиңләштереү ҡабул ителә. Тиңләштереү исемдәрҙең оҡшашлығына, Олегтың «Зирәк» йылъяҙма эпитетына (уның хәйләкәрлеген һәм аҡыллылығын күрһәткән) Вольга сифаттарына ярашлы нигеҙләнә. Бынан тыш, Олегтың Царьградҡа походын Вольганың Һиндостанға походы менән тиңләштерәләр, ә Вольганың йыландан тыуыуынан Олегтың ош уҡ йыландан үлеүендә оҡшашлыҡ табалар. Владимир Пропп Вольганың тарихи прототибын фантастик булараҡ та табырға тырышыуҙы кире ҡаға[4].

В. Ф. Миллер буйынса башта тик мифик нигеҙгә ваҡыт үтеү менән Зирәк Олег һәм Всеслав Полоцкий хаҡында иҫтәлектәр ҡушыла. Волльнер буйынса Вольга һәм Волха тураһында башта ике айырым йыр була, һуңынан улар бер-береһе менән ҡатышҡан. А.Н.Веселовский Вольга тураһындағы былиналарҙың береһен «Карлдың йөрөшө» менән яҡынлаштыра, шул рәүешле ул Вольганы Бөйөк Карл менән тиңләй. Вольга тағы ла Буслаевич исемен йөрөтә, Миллер фекеренсә, был уның ғилемлелеге тураһындағы хәбәр менән бергә уға Василий Буслаевичтан күсерелгән.

А.А.Шахматов[5], Б.А.Рыбаков[6], И.Л.Андроников[7], З. И. Власова[8] башҡа тикшеренеүселәр ҙә Вольга Святославич һәм боронғо кенәз Олег Святославичты тиңләйҙәр.

Экранлаштырыу үҙгәртергә

2010 йылда «Вольга һәм солтан ҡатыны» мультфильмы донъя күрә, режиссеры Айк Ханджян[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Волхв // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Носов Н. Н. О происхождении былинных имен Волха и Вольги // Русская речь. — 2011. — № 2. — С. 78—88. — ISSN 0131-6117. Архивировано из первоисточника 10 сентябрь 2016.
  3. Историческая школа фольклористики. Дата обращения: 2 декабрь 2018. Архивировано 3 декабрь 2018 года.
  4. Владимир Пропп. Русский героический эпос. М., 2006, с.71
  5. Шахматов А. А. Мстислав Лютый в русской поэзии // Сборник Историко-филологического общества, изданный в честь профессора Н. М. Сумцова. — Харьков, 1909. — Т. XVIII. — С. 82—91.
  6. Рыбаков Б. А. Древняя Русь: Сказания, былины летописи. — М.: Академия Наук СССР, 1963. — С. 53—58.
  7. Андроников И. Л. Избранные произведения. — М.: Художественная литература, 1975. — Т. 1. — С. 385—386.
  8. Власова З. И. Скоморохи и фольклор. — СПб.: Алетейя, 2001. — С. 177—179.
  9. Вольга и султанова жена (Россия, 2010) - YouTube. Дата обращения: 2 июнь 2018. Архивировано 7 декабрь 2018 года.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә