Вологда өлкәһенең архитектура-этнография музейы

Вологда өлкәһенең архитектура-этнография музейы — федераль (бөтә Рәсәй) әһәмиәтендәге музей. Ул Вологда өлкәһе Вологда районының Майский ауыл биләмәһенең Семенково ауылында урынлашҡан. Музей территорияһы 12,7 гектар тәшкил итә. Музей территорияһында XIX — ХХ быуаттарҙың ағас архитектура ҡомартҡылары бар. Улар Нюксенский, Тотьма һәм Тарног райондарынан күсереп алып килтерелгән.

Вологда өлкәһенең архитектура-этнография музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 14 декабрь 1979
Сайт semenkovo.ru
Логотип Викисклада Вологда өлкәһенең архитектура-этнография музейы Викимилектә

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

Вологда өлкә советы халыҡ депутаттары 1979 йылдың 14 декабрендә «Вологда өлкәһенең ағас архитектура музейы булдырыу тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә. «Спецпроектреставрация» институтының № 6 архитектура-реставрация оҫтаханаһы музейҙың генераль планы проектының эскизын әҙерләй. 1981—1982 йылдар эскиздағы план менән килешелә. Вологда өлкә советы халыҡ депутаттары 1983 йылдың 17 октябрендә был турала ҡарар ҡабул итә. Был маҡсатта Ағас архитектура музейында 7 сектор бүленә: Верховажский секторы, Сухонский секторы, Үҙәк сектор, Ҡала секторы, Никольский секторы, Великоустюгский секторы, Көнбайыш секторы. 1979—1990 йылдарҙа Вологда өлкәһендә белгестәр музей объекттары өсөн эҙләнеүҙәр үткәрә. 1983 йылда музейҙың Сухонский секторын планлаштырыу проекты сығарыла. 1985 йылда музей территорияһында реставрация эштәре ойошторола. Күсереү объекттар араһында Болотов йорто, Парыгин һәм Чадромцевтарҙың амбары (келәттәре) була. 1995 йылда реставрация эштәрен финанслау туҡтатыла, бары тик 1999 йылда ғына тергеҙелә[1].

Музей Вологда үҙәгенән Кириллов шоссеһы буйынса 12 км алыҫлыҡта, Вологда йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Был биләмә боронғо Барский ауыл биләмәһенә ҡараған (хәҙер Майский ҡасабаһы)[2]

Музей 12,7 гектар майҙанды биләй, ул XIX-ХХ быуаттарҙың ағас архитектура һәйкәлдәрен урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге ваҡытта музей территорияһында Вологда өлкәһенең Среднесухонский (үҙ эсенә Нюксенский, Тотьма һәм Тарног райондарын алған) секторынан күсереп килтерелгән архитектура ҡомартҡылары урынлашҡан.

Нисек барырға: Вологда ҡалаһы автовокзалынан 37 һәм 37э автобустары һәм маршрут таксийында барырға була.

2004—2008 йылдарҙа музей эше «2004-2010 йылдарҙа Вологда өлкәһендә архитектура-этнография музейын үҫтереү» тигән маҡсатлы өлкә программаһына ярашлы финанслана[1].

Сухонский секторында сиркәү, зыярат, ауыл хужалығы комплексы, инеү зонаһын күрергә мөмкин[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Вологда музейҙары исемлеге

Һылтанмалар

үҙгәртергә