Вологда дини семинарияһы бинаһы

: Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһында 1797 йылдан 1918 йылға тиклем урынлашҡан дини семинарияның бинаһы тураһында һүҙ бара

Вологда дини семинарияһы бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться улица Ленина, 15
Карта
 Вологда дини семинарияһы бинаһы Викимилектә


төбәк архитектура ҡомартҡыһы

Вологда дини семинарияһы бинаһы — XVIII быуат башында төҙөлгән күп ҡатлы йорт. Ул Вологда өлкәһе, Вологда ҡалаһының Ленин урамындағ урынлашҡан. Бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта бинаның бер өлөшөн Вологда дәүләт университеты, ә ҡалған өлөшөн Вологда УВД бүлексәһе биләй.

Башта Вологда дини семинарияһы архиерей йортоноң кремль ихатаһында урынлашҡан була. Xviii быуат башында иң ҙур таш ҡоролмалар Түбәнге посадтың йылғаһы ярында ҙур монастырҙар янында урынлашҡан булған, таш биналар Кирилл Белозерский монастырының тоҙ келәттәре итеп ҡулланылған[1]. Был ҡоролмалар ике ҡатлы итеп төҙөлгән һәм оҙонлоҡҡа һуҙылған булғандар. Уларҙың көнсығыш ҡанатындағы диуарҙары ҡалын булған һәм түбәләре бик ныҡлы, ауыр итеп төҙөлгән. 1781 йылда был ҡоролмалар «йәмиғ урындары» итеп яраҡлаштырыла, ә 1797 йылдан алып синодтың указына ярашлы Вологда дини семинарияһы ихтыяждары өсөн урын итеп билдләнә. Яңы бинала 500-ҙән ашыу семинарист бушлай уҡытыу ойошторола[2][3].

XIX быуат уртаһында семинария ихтыяждары өсөн фасады менән йылға яғына ҡарап торған төп корпус, ә артабан көнбайыш корпусы төҙөлә. XIX быуат аҙағында уға өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә. 1917 йылдағы социалистик революцияға тиклем тиклем бында семинария урынлашҡан була.

1918 йылда йортПролетар университетын ойоштороу өсөн тапшырыла. Бында яңы совет власы халыҡ хужалығы өсөн етәксе кадрҙар әҙерләй башлағандар. Һуңынан университет һөт хужалығы институтының эшсе-фабрика факультеты тип үҙгәртелә. 1918—1923 йылдарҙа бинала Вологда педагогия институты урынлаша. 1919 йылдың сентябрендә ул Халыҡ мәғарифы институты тип атала башлай, ә 1923 йылда педагогия техникумы итеп үҙгәртелә[4].

 
Вологда йылғаһынан ҡарағанлағы күренеше
 
ВоГУ ректораты

Архитектура

үҙгәртергә

Бинаның өс ҡатлы, штукатурланған кирбес ҡоролма, П-образлы формалы, ҡанаттары Ленин урамында урынлашҡан. Коринф ордерлы фронтондар бинаның төньяҡ фасадының үҙәк өлөшөн айырып тора, ә фронтондың бина ҡаттары кәрниз менән уратып алынған. Беренсе ҡатты руст биҙәй. Йорттоң тура мөйөшлө тәҙрәләре нескә профилле ҡашағалар, сандриктар һәм ялған йоҙаҡтар менән биҙәлгән.

Көнсығыш ҡанаттың өсөнсө ҡаты 1954 йылда вологда архитекторы Н. Н. Смирнов проекты буйынса күтәртеп төҙөлгән.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта бина уҡыу йорт итеп ҡулланылыуын дауам итә. Бындағы № 5 корпуста Вологда дәүләт университеты ректораты урынлашҡан. Шулай уҡ бинала Вологда УВД бүлексәһе — миграция хеҙмәте һәм наркоконтроль урынлашҡан.

  1. Вологодская духовная семинария — История Вологды. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  2. Здание Вологодской духовной семинарии. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 25 октябрь архивланған.
  3. Из истории ВПДУ. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  4. МАТЕРИАЛЫ СВОДА ПАМЯТНИКОВ ИСТОРИИ И КУЛЬТУРЫ РСФСР. ВОЛОГОДСКАЯ ОБЛАСТЬ(3). Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  • Вологда дәүләт педагогия институты. Вологда, 1968, с 4-11.
  • Вологда ҡалаһы йылъяҙмалары (1147—1969). Вологда, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә