Волков-Реми йорто
Иҫтәлекле урын | |
Волков-Реми йорто
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Шмидт урамы, 16-сы йорт |
Бина тибы | Утар йорто |
Архитектура стиле | ампир |
Төҙөлгән ваҡыты | 1802 |
Волков -Реми йорто— Таганрогтағы иҫке ике ҡатлы йорт. Федераль әһәмиәтле тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.
Тарих
үҙгәртергәИке ҡатлы « Волкова-Рәми йорто» 1802 йылда ампир стилендә төҙөлгән. Йорт проектының авторы билдәһеҙ. Өй тирәһендә үҙ ваҡытында баҡса булған. Волковтар ХХ быуат башына тиклем был йортто биләгәндәр, унан һуң хаҡиҡый статский кәңәшсеһе, эре ер хужаһы Николай Александрович Реми йортто һатып алған[1].
Йорттоң һүрәтен рәссам Л. Манцо (Таганрог, 19.11.1825) төшөрөп ҡалдырған.
Төрлө вйылдарҙа йорттоң хужалары булып штабс-капитан кенәз П. С. Шахматов (1810—1820); коллегия надворный кәңәшсеһе Волковтың ҡатыны (1873—1898); дворянин. Н. А. Реми (1906—1915) торғандар.
1865 йылда йортта Коммерция суды булған. Октябрь революцияһынан һуң йорт хөкүмәткә тартып алынған һәм унда коммуналь фатирлы торлаҡ йорт яһағандар.
1970-се йылдарҙа был матур йортто Никахлашыу Һарайына бирергә ҡарар ителгән һәм 1980 йылдарҙа унда йәшәүсе кешеләрҙе сығарып ебәргәндәр. 1997 йылда йортта реставрация үткән. Уның алғы яғында Таганрогтың был өлөшөндәге урамдарҙың матурлығын йәмһеҙләп торған трансформатор подстанцияһы төҙөгәндәр..
Йорт Шмидт урамының бейек яр менән бөткән урынында тора. Йорттан әллә ҡайҙарға тиклем йәйрәп ятҡан диңгеҙ ҡултығы күренеп тора, ә ҡултыҡтан ҡарағанда йорттоң күренеше шулай уҡ бик матур.
Йорт федераль әһәмиәтле тарих, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомортҡаһы булып һанала[2][3].
Архитектур үҙенсәлектәре
үҙгәртергәВолков-Реми йортоноң алғы яғындағы колонналары диңгеҙ ҡултығына ҡарап тора, ә Шмидт урамына уның ҡабырға яғы сығып тора.
Йорттоң ҡабырға яғына ионик капителле дүрт шыма колонналар баҫтырылған. Колонналар ваҡ тештәр формаһында биҙәкләнгән өсмөйөшлө фронтонды күтәреп торалар. Бындай биҙәктәр йорттоң дүрт кәрнизендә лә бар.
Йорттоң икенсе ҡатындағы алғы яғында стеналар һәм баллюстрадалар менән тоташтырылған ике колонна тарфынан сикләнгән балкондар (лоджиялар). Балкон аҫтарындағы тәҙрәләр көмбәҙле арка формаһында эшләнгән. Йорттоң алғы стенаһындағы беренсе ҡаттың йөҙлөкһөҙ тәҙрәләре бишәү , урта тәҙрә ярым циркуль формаһында; икенсе ҡатта бөтәһе ете йөҙлөклө тәҙрә , урталағы өс тәҙрә бер-береһенә һыйындырып һалынған, уртала өҫкө өлөштә түңәрәкләнгән венеция тәҙрәһе. Йорттоң ике ҡаты араһында кәрнизе бар.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәВолков -Реми йортонда хәҙерге ваҡытта фирма «Бета-Ир»[4] һәм «Реми» фирмаларының офистары урынлашҡан.
Әҙәбиәте
үҙгәртергә- Энциклопедия Таганрога. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0
- Вторая жизнь «Дома с привидениями»: [Об особняке Волкова- Реми] // Город.- 1998.- 29янв.- с.1
- Цымбал А. Особняк Волкова-Реми… // Таганрогская правда.- 1991.- 27 нояб.-с.2
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шмидта улица, д. 16 2013 йыл 15 октябрь архивланған.. Объекты культурного наследия федерального значения.
- Дом Волкова-Реми
- Особняк Волкова-Реми(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Реми Николай Александрович 2017 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Григорян М.
- ↑ Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110068000РФ мәҙәни мираҫы объекты № 6110068000(недоступная ссылка)№ 6110068000
- ↑ ЗАО Бета-Ир"