Волкова Анна Фёдоровна
Волкова Анна Федоровна (?-1876) — урыҫ химигы. Донъяла беренсе булып химик дипломы алған ҡатын-ҡыҙ (1870 йыл), донъяла беренсе булып химия буйынса фәнни эш баҫтыра, Рус химия йәмғиәте ағзаһы булған тәүге ҡатын-ҡыҙ.
Волкова Анна Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1800 |
Вафат булған көнө | 1876 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | химик |
Биографияһы
үҙгәртергәВолкова Анна Федоровна 1869 йылда Петербург урман институтында А. Н. Энгельдарт лабораторияһында эшләй, 1870 йылдан — П. А. Кочубей лабораторияһында. Менделеев Дмитрий Иванович етәкселегендә Петербург асыҡ курстары тыңлаусылары өсөн практик дәрестәре алып бара.
Волкова 1870 йылда мәҡәлә баҫтыра, унда ул тәүге тапҡыр таҙа орто-толуолсульфокислоталар, уның хлорангидриды һәм амидтарын алыуҙы (һуңынан хлорангидрид һәм амидтарҙы сахарин етештереүҙә нигеҙ итеп файҙалана башлайҙар) яҙып сыға. Толуол сульфокислоталарын һелтеләр менән иретеп А Ф. Волкова теейшле крезол ала һәм шул рәүешле сульфокислота төҙөлөшөн асырға ярҙам итә. Пара-крезолдан ул беренсе тапҡыр пара-трикрезолфосфат ала. Һуңынан уны пластмасса өсөн пластификатор компоненты итеп киң ҡуллана башлайҙар. Өс йыл эсендә (1870—1873) Волкова Рус химия йәмғиәте журналында тикшерелгән ароматлы сульфокислота амидтары һәм уларҙан алынған матдәләр тураһында ике тиҫтә самаһы мәҡәлә баҫтыра[1][2].
Фәнни ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Таҙа ортотолуолсульфокислота, шулай уҡ уның хлорангидридын һәм амидын аоа (1870);
- Паракрезолдан паратрикрезолфосфат ала;
- Толуол сульфокислота төҙөлөшөн аса (уларҙы һелте менән иретә);
- Водород атомының сульфокислота амидтарында аммиактың кислота ҡалдығы менән ҡалыуы (мәҫәлән, бензойный кислотаһы) амидтарҙан икенсе матдә барлыҡҡа килеү, кислоталарҙың барлыҡ реакциялары, шулай уҡ был кислоталарға яуап бирерлек хлорангидридтар һәм амидтар алыу факты[3][4].
Хәтер
үҙгәртергәВенерала бер кратер уның хөрмәтенә атала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Первые женщины - химики России . www.chem.msu.su. Дата обращения: 5 март 2019.
- ↑ Волкова Анна Федоровна - Волшебство науки . magic-sci.ru. Дата обращения: 5 март 2019.
- ↑ Creese, Mary R. S. Early Women Chemists in Russia: Anna Volkova, Iuliia Lermontova, and Nadezhda Ziber-Shumova (инг.) // Bulletin for the History of Chemistry (инг.)баш. : journal. — 1998. — № 21. — С. 19—20.
- ↑ Большая биографическая энциклопедия. 2009.