Вожега район тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Вожега район тыуған яҡты өйрәнеү музейы — «Вожега район тыуған яҡты өйрәнеү музейы» ҡала муниципаль бюджет учреждениеһы Вологда өлкәһе Вожега ҡасабаһында урынлашҡан.

Вожегодский районный краеведческий музей
Асылған ваҡыты 1995 год
Сайт На сайте администрации района

1995 йылдың 6 авгусында Вожега тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡасабаның 100-йыллығына бағышлап асылған. Музейҙы булдырыу идеяһының авторы — Лидия Андреевна Ларичева. Учреждениеның беренсе етәксеһе лә ул була. Район китапханаһы бүлмәләрендә урынлашҡан коллекцияның нигеҙен, Вологда өлкәһе Вожега районында йыйылған экспонаттар тәшкил итә (улар 5 — 6 йыл буйына йыйылған). Район территорияһында крәҫтиәндәрҙең көнкүреш әйберҙәре, ҡоралдар һәм хеҙмәт ҡоралдары, художестволы әҫәрҙәр һәм халыҡ ижады әҫәрҙәре экспонат итеп йыйыла. Музейҙың беренсе күргәҙмәһендә 500 экспонат ҡуйыылған була.

Район башлығының 2000 йылдың 9 июнендәге № 145 ҡарары нигеҙендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы рәсми рәүештә үҙ эшенә тотона .

Музей биналары һәм ҡоролмалары

үҙгәртергә

Музей 1911 йылда төҙөлгән бер ҡатлы ағас торлаҡ бинаһында урынлаштырыла. 1995 йылда Вожега районы Мишутинский ауыл биләмәһенең Лощинский ауылына был ағас йорт күсерелә. Төҙөлөш эштәре үткәрелә, яңы ҡоролмала тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡулайлаштырыла[1].

Етәкселәре

үҙгәртергә
  • Лидия Андреевна Ларичева учреждениеның беренсе директоры, музейға нигеҙ һалыусы.
  • Губина надежда федоровна музейҙы 10 йыл буйына етәкләй.
  • Бушманова Татьяна Алексеевна 2006 йылдан алып музей диреторы вазифаһын башҡара .

Экспозиция

үҙгәртергә

Учреждениеның эшмәкәрлегендә даими рәүештә ике экспозиция күрһәтелә: «Вожега крайы һөнәрҙәре һәм кәсептәре», «Крайҙың сиркәү сәнғәте»[2].

«Крайҙың сиркәү сәнғәте» экспозицияһы нигеҙен XIX — XX быуат башындағы Вожега ғибәҙәтханалары иконалары тәшкил итә, уларҙың күпселеге ватылып юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ коллекцияға Вологда рәссамы В. Подгорныйҙың графика эштәре инә. Илиинский сиркәүе руханийы Николайҙың көнкүреше әйберҙәре лә күргәҙмәлә урын алған.

Икенсе экспозиция «Беҙҙең крайҙың кәсептәре һәм һөнәрҙәре» тип атала, ул край халҡының төрлө материалдарына таянып эшләнгән. Бында туҡыусылыҡ предметтары, набойный кәсептәре, көршәк сәнғәте әҫәрҙәре, туҙҙан эшләнгән әйберҙәр, металл эшкәртеү һәм башҡа төрлө әйберҙәр бар. Шулай уҡ экспозиция үҙ эсенә торлаҡ һәм биҙәү, йорт кәрәк-ярағы, кейем һәм биҙәүестәр, халыҡ ижады әҫәрҙәрен дә алып тора. Туҡыу станоктары күрһәткес экспонат булып ҡына ҡалмай, ә туҡыу буйынса мастер-класс үткәреү өсөн дә файҙаланыла[3].

Музейҙа күргәҙмә залы бар, унда төрлө тематик күргәҙмәләр ойоштороу буйынса ваҡытлыса эш йүнәлештәре күрһәтелә: художестволы оҫталыҡ, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм башҡа күп кенә йүнәлештәр[4].

Музей Хәрби дан залын йыһазландырған, унда район кешеләренең хәрби һәм хеҙмәт үткәне менән танышыу мөмкинлеге булдырылған. Музейҙа һуғыш ваҡытындағы көнкүреш әйберҙәре, хәрбиҙәр формалары, 1941 һәм 1943 йылдарҙағы совет армияһы хәрбиҙәре формаларының өлгөләре, фронттан яҙған хаттар, фотолар, наградалар һәм наградной листар ҡуйылған. Вожега районы Диңгеҙ йыйылышы менән берлектә һыу аҫты кәмәләрендә ҡулланылған материалдар йыйыйылған. Экспозицияның ҙур булмаған бер өлөшө «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткәндә һәләк булған Дмитрий Котковҡа арналған[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә