Владимир Потаниндың хәйриә фонды


Владимир Потаниндың хәйриә фонды  — Рәсәйҙә беренсе шәхси хәйриә фонды, 1999 йылда «Норильск никеле» тау-металлургия компанияһы генераль директоры Владимир Потанин тарафынан ойошторола.

Владимир Потаниндың хәйриә фонды
Логотип
Фондты ойоштороусы:

Владимир Потанин

Фонд президенты:

Владимир Потанин

Төҙөлгән ваҡыты:

1999

Адрес:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү, Большая Якиманка, 9, 119180,

Рәсми сайты:

[1]

E-mail:

info@fondpotanin.ru

Белешмәләр өсөн № телефона:

(495) 725-65-05

Факс:
(495) 726-57-54

Фондты ойоштороусы үҙгәртергә

2010 йылда Владимир Потанин үҙенең бөтә байлығын хәйриәгә биреү тураһында иғлан итә. Беренсе булып Giving Pledge («Бүләк итеү анты») килешеүенә ҡул ҡуя[1].

Владимир Потанин Рәсәйҙәге беренсе эндауменд-фонд — Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты үҫеше фондының — тәүге етәксеһе[2].

Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына Владимир Потанин $6,5 млн тапшырҙы[3].

2003 йылдан Владимир Потанин Эрмитаж Дәүләт Музейы ярҙамсылар советы рәйесе[4]. Эрмитаж Дәүләт Музейына В. Потанин тарафынан $5 млн тапшырылды (2012 йылға)[5]

Фән һәм мәғариф үҙгәртергә

Стипендия конкурсы, магистратурала уҡыған студенттар өсөн
Грант конкурсы, магистратурала уҡытҡан уҡытыусылар өсөн
Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн фонд мәктәбе
Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттарының стажировка үтеү фонды
Санкт-Петербург дәүләт университетының Юғары менеджмент мәктәбендә магистратурала уҡыу өсөн стипендиялар
«Олимпия стипендиялары» Рәсәй халыҡ-ара олимпия университетында уҡыу өсөн стипендиялар

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә