Винтертур ҡалаһының ратушаһы
Винтертур ҡалаһының ратушаһы (Цюрих кантонында) — Готфрид Земперҙың танылған архитектура шедевры, Швейцария архитектура тарихлығындағы иң мөһим әҫәрҙәрҙең береһе
Винтертур ҡалаһының ратушаһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1860[1] |
---|---|
Дәүләт | Швейцария[2][1] |
Административ-территориаль берәмек | Винтертур[2][3] |
Урынлашҡан урамы | Q117195544?[1] |
Урын | Stadt[d][4][5] |
Архитектор | Готфрид Земпер[d] |
Архитектура стиле | эклектика[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | list of cultural properties in Winterthur/district 1[d] |
Мираҫ статусы | Швейцарияның милли әһәмиәтендәге мәҙәни ҡомартҡыһы[d][3][6] һәм Listed building of the Canton of Zurich in Switzerland of cantonal importance[d][1] |
Адрес | Stadthausstrasse 4a, 8400 Winterthur[1] |
Почта индексы | 8400[1] |
Винтертур ҡалаһының ратушаһы Викимилектә |
Винтертур ҡала советы 1863 йылда ҡала резиденцияһы өсөн айырым ҙур йорт төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Монументаль бина 1865—1869 йылдарҙа Готфрид Земпер проекты буйынса таштан төҙөлгән. 1871 йылда ратуша алдындағы майҙанда архитектор Карл Вильгельм Баройс төҙөгән неоклассик стилендәге фонтан ҡалҡып сыға.
Ратуша бинаһы дүрт ҡатлы йорттан ғибәрәт. Ратушаның үҙәк күләме фасадында дүрт колонна торған боронғо рим ҡорамы өлгөһөндә төҙөлгән, йышылмаған таштан рустлап һалынған. Урамдан икенсе ҡатҡа классик стилендә төҙөлгән баҫҡыстан күтәреләләр. Ике япмалы ҡыйыҡтың фронтонына боронғо грек алиһәләренең статуялары ҡуйылған: көньяҡта — үс ҡайтарыу алиһәһе Немезида, төньяҡта — аҡыл алиһәһе Афина тора; уларҙың һәр береһенең ике яғына фронтон мөйөштәрендә грифон һындары ҡуйылған.
1934 йылдан алып ратуша сиркәү залы концерт залы булараҡ ҡулланыла. Ратуша бинаһы Швейцарияның милли әһәмиәтле архитектура ҡомартҡыһы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Peter Wegmann. Winterthur Stadthaus Das. Schweizerische Kunstgeschichte gesellschaft für, 1980 Basel.
- Peter Wegmann. Winterthur Stadthaus Das. Eine Baumonographie. 1982 Winterthur.
- Peter Wegmann. Gottfried Stadthaus das Winterthurer Semper und. Sempers seiner Kunsttheorie Spiegel Architektur im. Stadtbibliothek Winterthur, 1985 Winterthur.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Inventar der Denkmalschutzobjekte
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 https://www.babs.admin.ch/en/aufgabenbabs/kgs/inventar.html — Swiss Federal Office for Civil Protection, 2017.
- ↑ Inventar der Denkmalschutzobjekte
- ↑ https://opendata.swiss/de/showcase/open-data-shop
- ↑ (unspecified title) — Swiss Federal Office for Civil Protection, 2023.