Виноградсылыҡ һәм шарап яһау тарихы музейы

Виноградсылыҡ һәм шарап яһау тарихы музейыРостов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһындағы музей. Музей коллекцияһында 500-ҙән ашыу экспонаттар: нөсхәләр, макет, фотолар, картиналар, һауыт-һабалар һ.б. бар.

Виноградсылыҡ һәм шарап яһау тарихы музейы
Нигеҙләү датаһы 1972
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Урын Ростов өлкәһе
Рәсми сайт rusvine.ru
Карта

Тарихы һәм тасуирламаһы

үҙгәртергә

Музей Я.И.Потапенко исемендәге виноградсылыҡтың һәм шарап яһауҙың Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты янында 1972 йылда ойошторола. Музейға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып энтузиаст-тарихсы А. И. Потапенко тора, шулай уҡ уны ойоштороу өҫтөндә археолог-тарихсылар Е. И. Савченко, М. И. Крайсветный эшләй.

Музейҙа Донда виноградсылыҡ һәм шарап яһау тарихы тураһында һөйләүсе күп һанлы экспонаттар бар, бында антик виноградсылыҡ һәм шарап тарихы тураһында стендтар төҙөлгән. 1962 йылда Баҡса ҡурғанында ҡаҙыныу ваҡытында табылған шарап яһау өсөн көбөләр өлгөһө, шарап эсеү өсөн ҡара лаклы һауыттар, көмөш туҫтаҡтарҙың өлгөләре йыйылған. Шулай уҡ музей экспозицияһы билдәле ғалим М.М. Герасимов эшләгән ҡатын ― ҡыҙ - сармат «батшабикәһенең» бюсын тәҡдим итә.

Музейға килеүселәрҙә Донда виноград мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүенә (VIII-Х быуаттар) арналған бүлек ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Казак виноградсылығы һәм шарап яһау бүлегендә виноградсылыҡ бысағы, шарап яһау өсөн һауыт-һабалар һәм ваҡ шәхси етештереү милкенә хас булған башҡа төрлө шарап етештереү ҡорамалдары бар.

Дон виноградына һәм шарабына дан йырлаған А.С. Пушкинға арналған экспозицияла шағирҙың мәрмәр бюсы һәм шағирҙың замандашы булған «Цимлян» шарабы менән шешә ҡуйылған.

Институт тарихы тураһында айырым залда ҡуйылған экспозиция һөйләй. Бында институт селекцияһы виноград сорттарының төрлө муляждарын, шараптар өлгөһөн, төрлө конкурстарҙа һәм күргәҙмәләрҙә алған бүләктәрҙе күрергә мөмкин. Шулай уҡ институт ғалимдары Я И. Потапенко, Е. И. Захарова, М. А. Лазаревский, А М. Алиевтарҙың портреттары ҡуйылған.

Музейҙа институт ҡунаҡтарының сувенирҙары һәм бүләктәре бүлеге асылған. 35 йыл эшләп килгән осорҙа музейға билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, фән, сәйәсәт, ғалим, космонавт, сәйәхәтселәр килгән, улар араһында маршал Гречко, бөйөк сәйәхәтсе Тур Хейердал һәм Ю.Сенкевич, космонавт А. Леонов, күп кенә илдәрҙең сит ил делегацияһы булған.

Уникаль стенд институттың билдәле сәйәхәтсе һәм ғалим Тур Хейердал менән дуҫлығы тураһында һөйләй. Бында Тур Хейердалдың китаптары һәм автограф менән фотоһүрәттәре һаҡлана.

Һылтанмалар

үҙгәртергә