Википе́дия — күп телле универсаль интернет-энциклопедия. Уның контентын булдырыу һәм төҙәтеү ирекле, йәки теләгән бер кеше унда үҙ мәҡәләләрен булдыра, йәки башҡалар яҙған текстарҙы, гафиктар һәм тауыш яҙҙырылған мәғлүмәтте төҙәтә ала.

Джимми Уэйлс- Nupediaға нигеҙ һалған Википедия етәксеһе
Ларри Сэнгер- Nupedia редакторы, Википедияны һәм уның иң мөһим ҡағиҙәләрен уйлап сығарған кеше

Википедияның рәсми тыуған көнө— 2001 йылдың 15 ғинуары. Башта ул ирекле «Nupedia» энциклопедияға өҫтәлмә итеп булдырыла. Уны эксперттар өҫтәлмә ҡаралама мәҡәләләр һәм идеялар сығанағы итеп яҙа. Тик Википедия Нупедияны бик тиҙ уҙып китә, ул үҙе янында тағы әллә күпме өҫтәлмә проекттар булдырған ҙур халыҡ-ара проектҡа әүерелә. 2013 йылдың феварленә Википедияла 24 миллиондан артыҡ ирекле ҡулланылған мәҡәлә була. Уларҙы миллионлаған ҡатнашыусы яҙа . Бөгөн ул донъяла иң популяр веб-сайттарҙың береһе булып тора һәм белешмә булараҡ киң ҡулланыла .

Тарихына бәйле күҙәтеү

үҙгәртергә

Сығанағы

үҙгәртергә

Донъяла булған бөтә белемде бер урында туплау идеяһы боронғо заманда Александрия һәм Пергам китапханаларын булдырыуҙан башлана, тик был концепцияны хәҙергесә аңлау Дени Дидро һәм XVIII быуат Франция энциклопедистарының ниндәйҙер бер универсаль энциклопедия булдырыу һәм уны таратыу идеяһына бәйле[1]. Ә ниндәйҙер бер ҡорамалды энциклопедия контентын автоматик тулыландырыу өсөн ҡулланыу идеяһы һуңыраҡ мәҫәлән, уның айырым элементтарын китапханасы Чарльз Амми Каттерҙың «The Buffalo Public Library in 1983» (Library Journal, 1883) тигән мәҡәләһендә, һуңыраҡ — Поль Отленың Traité de documentation (1934) китабында; Отле Mundaneum ойошмаһына ла нигеҙ һалған, 1910), Герберт Уэллстың World Brain (1937) тигән эсселәр йыйынтығында һәм Вэнивар Буштың футуристик микрофильмында («Беҙ нисек фекер йөрөтә алабыҙ»[en] мәҡәләһендәге мемекс төшөнсәһе нигеҙендә) тыуа[2] (As We May Think, 1945). Тед Нельсондың "Xanadu проекты"н да шул рәткә индерергә мөмкин (1973).

Бөтә донъя селтәре барлыҡҡа килеү менән күптәр селтәрҙә интернет-энциклопедияның үҙ проекттарын эшләй башлай. 1999 йылда Ричард Столлман (программист ирекле ПО- программа тәьмин итеү хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы) «Ирекле универсаль энциклопедия» ҡағиҙәләрен дөйөмләштерә һәм уның маҡсаттарын билдәләй. Уның Ирекле программа менән тәьмин итеү фонды кешеләрҙе « сайтҡа инергә һәм унда үҙ өлөшөн индерергә» саҡыра. Википедиянан алда бик киң танылып өлгөрмәгән Interpedia була (Роберт МакГенри[en] концепцияһы) .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Ҡалып:История Википедии