Википедия буйынса фекерләшеү:Берләштереүгә
Һуңғы хәбәр: 7 лет назад элек Айсар яҙған
- Викиҡәрҙәштәр, уйланырға кәрәк булған бер фекер: Һуңғы ваҡытта «Берләштереүгә» тигән («Берләштерергә» - дөрөҫөрөк булыр ине, шикелле) ҡалып ҡулланыуҙар әүҙемләште. Төп сәбәп — ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙың тәжрибәләре етмәү сәбәпле бер үк мәҡәләне ике тапҡыр башлауы (хатта тулыһынса яҙып ҡуйыуы) һәм, мәҡәләнең булыу-булмауын ентекле тикшермәй, күптән яҙылғанды яңынан тәржемәләү. «Берләштереүгә» ҡалыбын ҡуйып сығыу еңел дә ул, ә кемдер шул ике мәҡәләне тикшереп-сағыштырып берләштерергә тейеш була. Был күп ваҡытты ала. Практика күрһәтеүенсә, «төп ғәйеплеләләр» был эшкә тотонмай, ә мөһимерәк эш менән мәшғүл була алыусылар, дөйөм маҡсатты күҙ уңында тотоп, «шефлыҡ» менән шөғөлләнергә мәжбүр, мәҫәлән, Хөмәйни Рухаллаһ Мусауи мәҡәләһе.
Тәҡдим: булған мәҡәлә өҫтөнә яҙылғанды шундуҡ юйып ташларға. Был, бер яҡтан, ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙа иғтибарлыҡ тигән нәмә тәрбиәләһә, икенсе яҡтан - тәжрибәле мөхәррирҙәрҙең ваҡытын бушҡа сарыф итмәҫ ине. Ә быға тиклем булған 2-3 юллыҡ йә 1-2 абзацлыҡ мәҡәлә урынына күләмлерәге һәм сифатлырағы яҙыла икән, - тәүгеһен юйып ташлау ҙа әллә ни зыян итмәҫ, уны яҡшыртыу тарихын һаҡлау өсөн быны әлеге шул "берләштереү" аша эшләргә була. --Айсар (әңгәмә) 12:59, 21 июнь 2017 (UTC)