Википедия буйынса фекерләшеү:Авторлыҡ хоҡуҡтары

Авторлыҡ хоҡуҡтары үҙгәртергә

«В соответствии с соглашениями Бернской конвенции по охране литературных и художественных произведений авторское право распространяется по умолчанию. Это значит, что даже произведения, не обозначенные знаком охраны авторского права, могут быть объектом авторского права».

Беҙ бит әҙәби, йәки нәфис әҫәр күсереп яҙмайбыҙ, беҙ фәнни йәки тарихи мәҡәләләр яҙабыҙ. Мәҡәлә яҙғанда беҙ кемдеңдер тикшергәненә, яҙғанына һылтанабыҙ, сығанағын күрһәтәбеҙ Урыҫ википедияһындала күргәнем бар БСЭнан күсереп яҙылған мәҡәләләрҙе, башын ғына википедия форматына килтерәләр, ҡалғаны үҙгәрешһеҙ. Тарихи, фәнни-популяр әҙәбиәттә иң ҡатыһы «күсереп яҙғанда һылтаныу мотлаҡ» тигәнде күргәнем бар.

Әгәр кемдер яҙғанды боҙоп, танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп яҙһаҡ – шул автор хоҡуғын боҙоу була түгелмени? Саган 15:31, 16 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында: ru:Википедия:Авторские права. Хәҙер БСЭ-ға ҡағылышлы ҡанундар үҙгәрҙе. Хәҙер урыҫ бүлегендә БСЭ-нан алынған мәҡәләләрҙе эшкәртеү бара. Был тема буйынса фекер алышыуҙы Wikipedia б-са фекер алышыу:Авторлыҡ хоҡуҡтары битендә алып барайыҡ --Haqmar 19:10, 16 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Минең юридик яҡтан белемем насарыраҡ. Шуға ла был теманы һәйбәт белгән кеше авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында матур итеп тәржемә эшләһә бик шәп булыр ине. Урыҫса уҡығанда ла аңлап бөтмәйем әле хоҡуҡ мәсьәләләрен. Шуға бүлектә яҙылмаған мәҡәләләр ҡалды. Мин ҡулдан килгәнсе Белешмә бүлеген яҙырға тырыштым. Ләкин бер кеше булғас бик ыратып булмай. --Haqmar 19:14, 16 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Тәржемә буйынса бик ҙур эш башҡарылған. Тәржемә бик анһат түгел икәнен аңланым. Текс һәр ваҡыт ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Саган 03:49, 17 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Проекттың «Авторлыҡ хоҡуҡтары» битенә кире ҡайтырға.