VRT (ингл. Volunteer Response Team) — Викимедиа фонды һәм уның айырым проекттары адресына килгән хаттарға яуап биреүсе ирекмәндәр төркөмө. Элек, 2021 йылдың уртаһына тиклем, OTRS тигән программа тәьминәте файҙаланып, шуның исеме менән йөрөтөлә.

VRTS (ингл. Volunteer Response Team System) — VRT ҡатнашыусыларының үҙ эшендә файҙаланған программа тәьминәтенең дөйөм атамаһы. Хатлашыу конфиденциаль булғанлыҡтан VRTS-ты бик аҙ һанлы ҡатнашыусылар ғына тотона ала.

Әгәр һеҙ VRTS менән бәйле берәй нәмәне тикшерергә кәрәк булһа йәки һеҙ VRTS-тан алынған мәғлүмәткә нигеҙләнгән ғәмәл менән ризалашмаһағыҙ, уны ҡылыуға ҡатнашлығы булған ҡатнашыусы йә системаға инеү хоҡуғы булған башҡа берәү менән бәйләнешкә инегеҙ. Бындай ғәмәлдәрҙе юҡ итергә ярамай, сөнки VRT ҡатнашыусылары, бәлки, асыҡтан-асыҡ таратып булмай торған конфиденциаль мәғлүмәткә эйәлер.

VRTS сираттары үҙгәртергә

Рус телле проекттарға бәйле дөйөм һорауҙар өсөн info-ru сираты бар, унда info-ru wikimedia.org адресына килгән хаттар эләгә. Текстарҙы йә медиаконтентты ҡулланыуға рөхсәт алыу менән бәйле һорауҙар өсөн permissions-ru сираты (адресы: permissions-ru wikimedia.org) ҡулланыла.

Материалдарҙы ҡулланыуға рөхсәттәр үҙгәртергә

Википедияла рөхсәт ителгән лицензиялар (текстар өсөн — CC-BY-SA+GFDL йәки йәмғиәт байлығы, һүрәттәр өсөн — ирекле лицензиялар) шарттарында материалдарҙы ҡулланыуға рөхсәт конфиденциаль хатлашыу аша алынған осраҡта уны Википедия биттәрендә баҫтырырға ярамай, шунлыҡтан хатлашыуҙы permissions-ru wikimedia.org адресына VRTS-ҡа ебәрергә кәрәк.

Әгәр һеҙ рөхсәт алған материалдарҙы Википедияға тейәргә йыйынһағыҙ, VRT-нан яуап алғансы көтөп тороғоҙ. VRT-нан яуап тотҡарлаһа, VRT ҡатнашыусыларының берәйһе менән туранан-тура йәки белешеүҙәр бите аша бәйләнешкә инегеҙ.

Башҡорт Википедияһында VRT ҡатнашыусылары үҙгәртергә

  VRTS менән бәйләнгән һәм асыҡ фекер алышыу мөмкин булған белешеүҙәр өсөн Википедия:VRTS менән бәйле белешеүҙәр битен ҡулланығыҙ.

VRT ҡатнашыусылары исемлеге составында үҙгәрештәр булһа, исемлекте MediaWiki:Gadget-markadmins.json битендә яңыртығыҙ.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә